«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Тармаҡҡа ла, халыҡҡа ла файҙалы булһын



25.09.2012 Тармаҡҡа ла, халыҡҡа ла файҙалы булһын

Тармаҡҡа ла, халыҡҡа ла файҙалы булһын
Көҙҙөң тәүге көндәренә аяҡ баҫтыҡ. Баш ҡаланың торлаҡ-коммуналь хужалығы тармағы ҡышҡы осорға ниндәй әҙерлек менән инә? Тармаҡты үҙгәртеп ҡороу ни рәүешле ғәмәлгә ашырыла? Ошо хаҡта һәм, ғөмүмән, тармаҡтың эшмәкәрлеге тура­һында һөйләүен үтенеп, «Өфө ҡалаһы торлаҡ хужалығы идараһы» муниципаль унитар предприятиеһының генераль директоры Борис Павлович Герасимовҡа мөрәжәғәт иттек.

– Торлаҡ предприятиеларының төп маҡсаты ҡала халҡына сифатлы хеҙмәттәр күрһәтеүҙән, атап әйткәндә, фатир һәм йорттарҙы йылылыҡ, һыу һәм электр энергияһы менән тәьмин итеүҙән ғибәрәт. торлаҡ-коммуналь комплексы предприятиелары, халыҡҡа уңайлы йәшәү шарттары булдырып, йәмғиәттә тотороҡлоҡто тәьмин итә. Шуға күрә беҙҙең тармаҡ эшенә муниципаль һәм дәүләт власы кимәлендә айырыуса етди иғтибар йүнәлтелә. Күп ҡатлы йорттар советтарының һәм идара итеүсе компанияларҙың берҙәм эшен яйға һалырға, ике яҡтың да аңлашып эш итеүенә ирешергә кәрәк. Бының өсөн фатир хужаларына аҡсаның маҡсатлы тотонолоуын һәм сығымдарҙың «үтә күренмәлелеген» тәьмин итеү шарт.
Ә инде ҡаланың торлаҡ-коммуналь хужалығын үҙгәртеп ҡороуға килгәндә, ил күләмендәге кеүек үк, байтаҡ көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеү бурысы тора. Был процесҡа йәлеп ителгән яҡтарҙың бер-береһенә үҙ-ара ихтирамына һәм ышанысына нисек ирешергә? Был иң мөһимелер, моғайын. Сөнки торлаҡ хужаларының идарасы компанияларға урынлы талаптары һәм һорауҙары бар. ҡайһы бер матбуғат саралары ла был мәсьәләләрҙе урынһыҙ «ҡуйыртып» ебәрә. Икенсенән, халыҡта ҡулланыусы ғына булыу ғәҙәте көслө. Был йәһәттән, әлбиттә, фатир хужаларының позицияһы бер төрлө генә түгел. Милексе, фатир хужаһы булыу менән бер рәттән, үҙен йорт, подъезд, хатта подвал һәм лифттарҙың хужаһы ла итеп тойорға тейеш. Бер миҫалға туҡталам. Әйтәйек, баҡса йортоноң түбәһенән һыу үтә икән, уны нисек тә ремонтлау сараһын күрәбеҙ. Ә күп ҡатлы йортта йыйылыш йыйып, был проблеманы хәл итер урынға, ялыу яҙып, кемдеңдер килеп беҙҙең өсөн был эште башҡарыуын көтәбеҙ. Күп ҡатлы йорттарҙың милекселәре һәм улар яллаған ойошмаларҙың үҙ-ара мөнәсәбәте тейешле ҡағиҙәләргә буйһонорға тейеш. Был ҡағиҙәләрҙе үҙенә яуаплылыҡ алған яҡтарҙың килешеүендә сағылдырырға һәм уларҙың үтәлеше өсөн яҡтарҙың яуаплылығын тейешле кимәлгә ҡуйырға кәрәк. Бының өсөн килешеүҙең дөйөм йыйылышта ҡабул ителеүе һәм милекселәрҙең ҡултамғаһы менән раҫланыуы шарт. Күп ҡатлы йортта йәшәүселәрҙең мәнфәғәттәрен йорт советы менән идара итеүсе ойошма килешеүҙе тикшереп, йыйылышҡа тәҡдим итә. Улар үҙ-ара мәнфәғәттәрҙе ихтирамлы мөнәсәбәткә ҡорған тиңдәш партнерҙар булып тора. Хәҙер йорттар­ҙы ҡарау өсөн дотация бирелмәй. Тимәк, ул фатир һәм торлаҡ булмаған биналарҙың милекселәре иҫәбенә ҡарала. Сығымдарҙың иҫәбе һәр айырым йорт буйынса алып барыла. Тимәк, «дөйөм ҡаҙан»дан ситләшәбеҙ. Бер йортҡа етмәгән сығымдарҙы икенсеһе иҫәбенә ҡаплау ғәҙәте бөтә. Идарасы ойошма тәғәйен йорт буйынса сығымдарҙы иҫәпләргә, йорттоң йәшәйеше өсөн талап ителгән иң мөһим эштәрҙе һәм уға кәрәкле сығымдарҙы асыҡларға тейеш. Барлыҡ йорттарҙа тиерлек иҫәпләү приборҙары урынлаштырылыуын күҙ уңында тотоп, киләһе йылда эштәрҙе экономия бирерлек итеп ойоштороп була. Тәҡдим ителгән эштәр һәм хаҡтары яҡтарҙы ҡәнәғәтләндерә икән, уларҙы идарасы компания менән килешеүгә ҡушымта рәүешендә индерергә була. Яҡтар уртаҡ бер фекергә килмәгән осраҡта улар таралыша. Сөнки милекселәргә закон тарафынан идарасы компанияларҙы һайлау йә туранан-тура идара итеү хоҡуғы бирелгән. Әйткәндәй, бөгөн баш ҡалала 30-ҙан ашыу идарасы компания, 70-тән ашыу үҙ аллы эшләүсе торлаҡ милекселәре шир­ҡәте иҫәпләнә. Ноябрь аҙағына тиклем фатир хужалары уртаҡ фекергә килеп, дөйөм йыйылышта идарасы компанияларҙы һайларға бурыслы.
Юғарыла әйтелгән мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн 2008 йылдан Өфөлә күп фатирлы йорттарға комплекслы ремонт үткәрелә. Уны өҫтәмә финанслауҙың күпселек өлөшө торлаҡ-коммуналь хужалығын үҙгәртеп ҡороуға булышлыҡ итеүсе дәүләт корпорацияһы фонды средстволары иҫәбенә башҡарыла. Әлеге программаға 2,5 миллиард һумдан ашыу средство йүнәлтелде, 500-ҙән ашыу күп фатирлы йортҡа капиталь ремонт үткәрелде.
2006 йылдан айырым йорттарға капиталь ремонт яһала. Уны капиталь ремонтлауҙың берҙәм ҡала фонды (ул «капремонт» өсөн торлаҡ хужалары ай һайын индергән средство иҫәбенә булдырыла) финанслай. Был программа буйынса алты йыл дауамында 1700 йортҡа 2 миллиард һумға яҡын ремонт эштәре башҡарылды. Быйыл республика бюджетынан бүленгән аҡсаға «Халыҡ бюджеты» ижтимағи халыҡ фронты проектын ғәмәлгә ашырыу барышында 300 йорт алды майҙаны асфальтланды һәм 35 балалар ҡаласығы ҡоролдо. Бынан тыш, ҡала бюджетынын ингән аҡсаға 53 йорттоң фасады ремонтланды.
Ағымдағы йылдың 1 июлендә, энергия һаҡсыллығы һәм энергия һөҙөмтәлелеге тураһындағы федераль законға ярашлы, дөйөм йорт коммуналь ресурстарын иҫәпләү приборҙарын урынлаштырыу срогы сыҡты. Йәғни милекселәрҙең теләге буйынса йортта дөйөм йорт иҫәпләү приборҙары урынлаштырылмаған икән, артабан уларҙы ҡороу фатир хужалары иҫәбенә ғәмәлгә ашырыла. Шулай ҙа барлыҡ йорттарҙа ла был эш тамамланды тиерлек. Һалҡын һәм эҫе һыуҙы иҫәпләү приборын урынлаштырыу у­ҙған йылдарҙа уҡ башҡарылды һәм ул 97,2 процент тәшкил итә. Йыл тамамланғансы дөйөм йорт электр энергияһын иҫәпләү при­бор­ҙарын ҡуйыуҙы тамамлау бурысы тора. Был эш идарасы компаниялар менән милекселәргә энергия һаҡсыллығы буйынса планлаштырылған эштәрҙең һөҙөмтәлелегенә ирешеү мөмкинлеге бирәсәк.
Быйыл махсуслашҡан ойошмалар тарафынан 13 йортта энергия һаҡсыллығын тәьмин итеүсе лифт йыһаздары урынлаштырылды һәм ул электр энергияһын тотоноуҙы 15 – 20 процентҡа ҡыҫҡартырға мөмкинлек бирҙе. Йорттарҙа электр энергияһын һаҡсыл тотоноу­ға булышлыҡ итеүсе башҡа төр йыһаздарҙы ҡороу дауам итә. ҡыҫҡаһы, ҡаланың дөйөм файҙаланыу урындарында электр энергияһын ҡулланыу быйыл тәүге ярты йылда, үткән йылдың шул осоро менән сағыштырғанда, 3 процентҡа кәмегән.
Беҙҙең хеҙмәтебеҙ халыҡтың йәшәйеше менән бәйле. Төп заказсыбыҙ – йорттарҙа йәшәүселәр. Шуға ла барлыҡ торлаҡ предприятиелары – идарасы компаниялар, хеҙмәтләндереүсе ойошмалар, торлаҡ милекселәре ширҡәттәре етәкселәренең төп бурысы күп фатирлы йорттарҙа йәшәүсе ҡала халҡының уңайлы көнкүрешен тәьмин итеүҙән ғибәрәт. Быға предприятиеларҙың эшмәкәрлеген табышлы һәм һөҙөмтәле ойоштороп, тармаҡта эшләүселәрҙе лайыҡлы хеҙмәт хаҡы менән тәьмин итеү юлы менән ирешеп була. Һәр хәлдә, торлаҡ-коммуналь хужалығын реформалау тармаҡта күп йылдар дауамында тупланған проблемаларҙы уңышлы хәл итәсәгенә ышаныс бар. Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, үҙгәрештәр тармаҡҡа ла, халыҡҡа ла файҙалы булһын тип тырышабыҙ.

Гөлназ ҒИЛӘЖЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға