«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Юғалған ышаныс



28.09.2012 Юғалған ышаныс

Юғалған ышаныс
йәки Бер хеҙмәт конфликты хаҡында
Берәү үлмәйсә, берәү үтмәй, тиҙәр халыҡта. Был универсаль әйтемде көнитмешебеҙҙең төрлө тарафына ҡарата ҡулланып булалыр, күрәһең; шулай ҙа, күпселек осраҡта, хеҙмәт итеү урыны, эштә биләгән вазифаға ҡарата йышыраҡ әйтәбеҙ. Берәү биләгән урынын ҡалдырмайса, икенсебеҙ уға дәғүә итә алмай. Берәү «үлмәй»сә, берәү «үтмәй», йәғни.
Сибай ҡалаһында йәшәүсе Зилә Фазыл ҡыҙы Мортайләкова редакцияға бер сетерекле һорау менән мөрәжәғәт итте. Баҡтиһәң, эшләгән урынында хужалар алмашынғас, уны эшенән сығарғандар икән.
Был ваҡиғаны Зилә апай түбәндәгесә һөйләп бирҙе:
– Хеҙмәт юлымды 1984 йылда башланым. Уҡыуымды тамамлағас, ике йыл Мәскәүҙә эшләнем. Иремдең хеҙмәт итеү урынына күскәс, уның менән ҡаҙағстан Республикаһына ла барып йәшәргә тура килде. 1988 йылдан «Башкирнефтепродукт» системаһында өҙлөкһөҙ хеҙмәт иттем. Кассир-операционист булып башланым хеҙмәт юлымды, артабан мастер вазифаһына тиклем үҫтем. Өфөгә күсергә хыялланып, йыл ярым дауамында эштән сығып торһам да, киренән ҡайттым, өлкән кассир булараҡ эшемде дауам иттем. Дөйөм иҫәпләгәндә, был эштә 20 йыл эшләнем. «Башкирнефтепродукт» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Сибай филиалында эшләү дәүеремдә бер нисә етәксе менән эшләргә тура килде. Яғыулыҡ менән эш иткәс, хәүефле һаналған эш урыны булғас, бындай оҙайлы ваҡытта эшләү, аңлаған кеше өсөн күп нәмә хаҡында һөйләйҙер. һәр хәлдә, эшеңә илке-һалҡы ҡараһаң, был урында егерме йыл буйы эшләп булмайҙыр.
Барыһы ла былтыр, йәғни 2011 йылда башланды. «Башкирнефтепродукт» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Сибай филиалына яңы етәксе – Ғ. Шәрипов килде. Яңы хужа, яңы эш алымдары, тигәндәй, быға тиклем һәүетемсә генә эшләп килгән хеҙмәт коллективында ҙур үҙгәрештәр башланды. Эштән сығарыу­ҙар, ҡыҫҡартыуҙар йәғни. Үҙгәртеүҙәр еле миңә Яңы йыл байрамы алдынан ҡағылды: юҡ-барға бәйләнеп, эштән сығарҙылар.
Автозаправкаларҙа даими рәүештә яғыу­лыҡ таратыу колонкаларының бензинды дөрөҫ ҡоямы, ҡоймаймы икәнен тикшереү үтеп тора. Клиент, әгәр ҙә үҙенә бензинды тейешенән әҙерәк ҡойҙолар тип иҫәпләһә, теләгән ваҡытта был тикшереүҙе талап итә ала. Бынан тыш, айына бер, йә бер нисә айға бер тапҡыр график буйынса был эште даими рәүештә башҡарып торабыҙ. Мастерҙан, кассир-операционистан, ярҙамсы эшсенән торған комиссия теге йәки был колонканың эшен туҡтата ла, унан бензин йә дизель яғыу­лығын 10 литрлыҡ тикшереү һауытына ҡойоп ала. Яғыулыҡ ошо 10 литрҙан билдәле миҡдарға күберәк йә әҙерәк була ала. Норманан артығыраҡ, йә кәмерәк булһа (0,25 – 0,50 мгм), был колонка файҙаланыу­ҙан туҡтатыла. Бына ошо сираттағы тикшереү һөҙөмтәһендә мине эштән сығарҙылар ҙа инде.
Зилә апай ҡулыма «Башкирнеф­те­продукт» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Урал филиалы етәксеһе Ғ. Шә­ри­повтың бойороғо күсермәһен тотторҙо.
2011 йылдың 29 декабренән 70-се һанлы бойороҡ:

Дисциплинар яза хаҡында

Урал филиалының 155-се АЗС-ында 2011 йылдың 6 декабрендә хеҙмәт тикшереүе үткәреү барышында, ошо уҡ йылдың 15 ноябрендә технологик тикшереү үткәреү ваҡытында клиенттарға яғыулыҡ таратыу туҡтатылмаған булыуы асыҡланды. Видео­күҙәтеү яҙмаларына ярашлы, технологик тикшереү ваҡытында клиенттар машиналарына яғыулыҡ ҡойоуын дауам иткән, был ваҡытта һатылған яғыулыҡ өсөн аҡса кассаға индерелмәгән.
Был факт буйынса өлкән оператор З. Мортайләкова ошондай аңлатма бирҙе: был көндә ул график буйынса ял иткән. Шулай ҙа, предприятиеның эш графигында технологик тикшереү планлаштырылған булғас, эшкә килгән. Технологик тикшереү ваҡытында заправкала, йәғни тышта торған, ә клиенттарға бензинды оператор Д. Лати­пова таратҡан.
Шулай итеп, өлкән оператор З. Мортайлә­кова «Башкир­нефтепродукт» асыҡ акционер­ҙар йәмғиәтенең Урал филиалы заправкалау станцияһының өлкән операторының вазифалар инструкцияһының 4.2, 4.3, 4.5 -се пункттарын боҙған.
Оператор Д. Латипова РФ Финанс ми­нистрлығы тарафынан 1993 йылдың 30 авгусында раҫланған «Контроль-касса машиналарын аҡса иҫәпләү эштәрендә ҡулланыу ҡағиҙәләре» тип аталған бойороғон боҙған.
Артабан эштә бындай етешһеҙлектәр­ҙе булдырмаҫ өсөн Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 192-се, 193-сө статьялары, 81-се статьяның 1-се бүлегенең 7-се пунктына таянып, З. Мортайләкова һәм Д. Латипо­ваны эштән бушатырға.
Кадрҙар буйынса инспектор А. Зеркинаға ошо бойороҡто З. Мортайләкова һәм Д. Лати­поваға өс көн эсендә шәхсән еткереп, ҡултамғаларын алырға.
Әлбиттә, хаҡлы ялға сығырға бер нисә йыл ҡалғас, бындай статья менән эштән ҡыуылыуыма риза түгелмен. Үҙемдең хоҡуҡтарымды яҡлап, судҡа мөрәжәғәт иттем. Минең менән бергә бәләгә ҡалған Д. Лати­пова «Башкирнефтепродукт» менән килешеүгә барҙы: ул үҙ теләге менән эштән китеү хаҡында ғариза яҙып, эштән намыҫын һаҡлап китә, ә ошонда уҡ эшләгән тормош иптәше артабан да бер ниндәй проблемаһыҙ эшләйәсәк.
Конфликтҡа килгәндә, бар ғиллә шунда: ял көнөм булһа ла, йәғни 15 ноябрҙә технологик контроль эштәрен башҡарыу өсөн эшкә килгәйнем. Тик, минән өҫтәрәк торған мастер С. Иҫәнғолова, был технологик контролде үткәреү өсөн килмәне. Мастер юҡ, ә план буйынса технологик контролде 15 ноябрҙә кисектермәй үткәрергә кәрәк, һәм мин ул контролде үткәрҙем дә инде. Миңә, был уның эшенә инмәһә лә, ярҙамсы хеҙмәткәр Мортаев ярҙам итте. Мастер Иҫәнғолова булмау арҡаһында яғыулыҡ таратыусы колонканың эшен тейешенсә кимәлдә күҙәтеп булманы, сөнки инструкция буйынса бер кеше контроль тикшереү үткән яғыулыҡ таратыусы колонканың янында баҫып тороп, уға клиенттарҙы ебәрмәй торорға тейеш, икенсе кеше тикшереү приборҙарының күрһәткестәрен ике тапҡыр яҙып алырға тейеш. Латипова менән мин технологик контролде үткәрһәк тә, был эште тулы күләмдә башҡара алманыҡ.
Филиал директоры Ғаяз Закир улы Шәрипов мине «ышаныс юғалтыу арҡаһында» тигән формулировка менән эштән ҡыуҙырҙы. Тик, был статья аҡса менән йәки матди ҡиммәттәр менән туранан-тура эш иткәндә генә ҡулланылырға тейеш. Мин иһә технологик контроль үткәргән ваҡытта кассаға яҡын барманым, был эш икенсе кешенең яуаплылығында ине.

– Тимәк, суд һеҙҙең дәлилдәрегеҙҙе ышаныслы тип ҡабул итте инде?
– Әлбиттә. Яңы йыл каникулынан һуң эшкә барҙым да, механик Ират Айрат улы ҡустыбаевтан үҙемдең эшемә ҡарата хеҙмәт характеристикаһы алдым. Ғүмер буйы бергә эшләгән начальниктан алынған характеристикала минең эшкә намыҫлы ҡарауым, ярҙамсыл булыуым хаҡында яҙылғайны. Ошо характеристика өсөн Ғ. Шәрипов ҡусты­баевты һыйҙырмай, аҙаҡтан эштән сығарҙы. Йәнәһе, характеристиканы тик директор үҙе генә яҙырға тейеш. Тик әле шәхси танышып та өлгөрмәгән, етмәһә, эштән ҡыуып маташ­ҡан директорға ҡарағанда тиҫтәләгән йыл бергә эшләгән коллеганың характеристикаһы объективыраҡ була түгелме һуң?
Белорет ҡалаһы (филиалдың етәкселеге Белорет ҡалаһында урынлашҡан) суды, мине һәм дәғүәсенең – «Башкирнефтепродукт» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең вәкилен тыңлап, бәхәстең бөтә йөкмәткеһен тикшереп сыҡҡас, мине яҡланы. 2012 йылдың 21 майында судья З. Мөхәмәтҡужина, прокурор В. Чиликин, секретарь А. Дәүләтова составындағы Белорет район судының «Башкирнефтепродукт» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең 2011 йылдың 29 декабрендәге 70-се һанлы бойороғон законһыҙ тип тапты, мине йәмғиәттең 155-се һанлы АЗС-ының өлкән операторы вазифаһына ҡайтанан эшкә урынлаштырҙы. Ул ғына түгел, 2011 йылдың 29 декабренән алып 21 майына тиклем мине законһыҙ рәүештә эшһеҙ һалып ҡуйғандары өсөн «Башкирнефтепродукт» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенән 180 000 һум күләмендә, йәғни минең биш айлыҡ эш хаҡымды түләтеү тураһында суд ҡарар сығарҙы.
Әммә Сибайҙа мине күңелһеҙ сюрприз көтә ине. 22 майҙа, суд булғандың иртәгәһенә, 155-се АЗС-ҡа, үҙемдең эш урыныма килдем. Барһам, эш урынына индермәйҙәр. Суд ҡарарын күрһәтеүем, эшкә киренән алыныр­ға тейешлегем дә берәүгә лә тәьҫир итмәне. Филиал директоры Шәриповтың күрһәтмәһе, тинеләр. Аптырағас, суд приставтарына мөрәжәғәт иттем, һәм улар мине һуғышып тигәндәй заправкаға индереп, эш өҫтәлем артына ултыртып китте, был хәл 28 июндә булды. Тик барыбер миңә эш вазифаларымды башҡарыу рөхсәт ителмәне, смена буйына буш ултыра инем. Етмәһә, суд ҡарары буйынса түләнергә тейешле биш айлыҡ эш хаҡымды ла түләмәнеләр.
Ошолай көсләшеп эшкә йөрөгәнемдә, «Башкирнефтепродукт» асыҡ акционерҙар йәмғиәте Белорет район судының ҡарары менән ризалашмайынса, апелляцияға бирҙе. Республика Юғары суды ла, бәхәстең бөтә нескәлектәрен тикшереп сыҡҡандан һуң, Белорет район судының ҡарары менән килешеп, уны үҙгәрешһеҙ ҡалдырҙы.
– Тимәк, һеҙ үҙегеҙҙең һүҙегеҙҙе һүҙ итеп, дөрөҫлөккә ирештегеҙ килеп сыға инде?
– Өлөшләтә генә, сөнки бөгөнгө көндә лә суд ҡарары үтәлмәй, һаман мәжбүри рәүештә эшһеҙ ултырғаным өсөн 180 000 һум компенсацияны түләтеп ала алманым. Ул ғына түгел, тағы ла 100000 һумдан ашыу эш хаҡымды алырға тейешмен, сөнки законһыҙ рәүештә эшһеҙ ултырыуым дауам итә. Сентябрь уртаһы етте, ә Ғаяз Закир улы Шәрипов суд ҡарарҙарының береһен дә үтәмәй. Сибайға директор итеп ҡуйылған ваҡытында ла бер күргәнем булманы, исмаһам, Белоретҡа барып күрәйем, тиһәм, секретары янына индермәй. Шуға, аптырағас, матбуғат аша уға ике һорау биргем килә. Беренсенән, Ғаяз Закирович, суд ҡарарын үтәп, йәғни миңә эш урынымды ҡайтарып, түләнмәгән аҡсамды ҡасан түләргә уйлайһығыҙ? Икенсенән, нисек итеп, бер мәртәбә лә күрмәгән хеҙмәткәрегеҙҙе, ышаныс юҡ, тип, эштән сығарырға тырышаһығыҙ? Барып та, янығыҙға инә алмағас, һеҙҙең менән ошолай гәзит аша бәйләнешкә сығырға булдым.
Зилә Фазыл ҡыҙы килеп ҡайтҡас та, Белорет ҡалаһына, «Башкирнефтепродукт» асыҡ акционерҙар йәмғиәте директоры Ғаяз Закир улы Шәриповҡа шылтыратып, был бәхәс хаҡында уның фекерен белешергә булдым.
Мине тыңлағас, Ғ. Шәрипов түбәндәгеләр­ҙе әйтте:
– Суд ҡарарын үтәйәсәкбеҙ, әлбиттә. ҡаршылашып торорға уйламайбыҙ.
Тағы ла өс көндән Белореттан шылтыратыу булды. Ғаяз Закировичтың секретары шылтыратып, «һөйөнсөләне»:
Судтың ҡарарын тулыһынса үтәп, Мортайләкова Зилә Фазыл ҡыҙын эшкә кире алдыҡ, суд ҡарары буйынса тейеш булған сумманы түләнек. Шулай уҡ әйтеп үтәйем, Мортайләкова эш урынына килгәс тә, үҙ ирке менән эштән сығыуы хаҡында ғариза яҙып тапшырҙы, һәм беҙ уның теләген ҡәнәғәтләндерҙек. Бәхәс тамамланды.
Зилә Фазыл ҡыҙы Мортайләкова, был конфликтта еңеп сыҡһа ла, эштән үҙ теләге менән китеү ҡарарын аңлатып үтте:
– Әҙерәк мутлаша «Башкирнефтепродукт» етәкселеге. 180 000 һум аҡсаны үҙ теләктәре менән минең иҫәпкә күсермәнеләр, ә Өфөнөң суд приставтары хеҙмәтенең иҫәбенә күсерҙеләр; был иһә үҙ иркең менән суд ҡарарына буйһоноу тип аталмай. Бынан тыш, тағы ла 130 000 һум компенсация түләргә тейештәр, 15 сентябрҙә Белоретта тағы ла бер суд ултырышы булды, ҡулымда компенсация хаҡында суд ҡарары бар. Был сумманы ҡасан түләрҙәр, тағы ла суд приставтарын борсорға тура килерме икән ни? Эштән китергә ғариза яҙыуыма килгәндә инде, кеше аша Ғаяз Закир улы Шәриповтан сәләм килде: эшләргә бирмәйәсәкмен, тигән. Көсләшеп, нервы боҙоу кәрәкмәҫ, тип уйланым да, үҙ теләгем менән эштән киттем. Шөкөр, хеҙмәт кенәгәм дә, исемем дә таҙа ҡалды, намыҫым таҙалығын иҫбат иттем.
Эш булғас, конфликтлы ситуациялар ҙа була инде. Әлеге лә баяғы, берәү үлмәй, берәү үтмәй, тигәне лә барҙыр. Бер бәхәс хәл ителгәс, кемдәрҙеңдер күңеленә тыныслыҡ, өйөнә йәм ингәс, уныһы ла яҡшы. Баяғы, Зилә апайҙың июндән сентябргәсә эшһеҙ ултырған ваҡыты өсөн эш хаҡын компенсациялап түләһәләр, бөтөнләй яҡшы буласаҡ. Был тарихтың аҙағына кире әйләнеп ҡайтырға ла тура килер, бәлки.

Илшат ҡАНСУРИН.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға