«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Кешегә ышанырлыҡмы?!



28.09.2012 Кешегә ышанырлыҡмы?!

Кесе йомала Өфө ҡалаһы полицияһы төнө буйы ике йәшлек Дауытты эҙләй. Әсәһе, малайҙы өләсәһенә ҡалдырып, эшкә китә. Малай менән балалар майҙансығына сыҡҡан инәй унда Кристина исемле ҡыҙ менән таныша. Кеше менән тиҙ генә аралашып барған, балалар менән ихлас уйнаған инвалид ҡыҙ өләсәйгә оҡшап китә һәм ул яңы танышын, йәлләп, сәйгә саҡыра. Дауыт та яңы дуҫынан айырыла алмай.
«Ейәнем бигерәк ылыҡты һиңә. Бер 15 минут ҡына ултырып тор инде, зинһар. Өйҙә икмәк бөткән», – тип, ҡатын магазинға сығып китә. ҡайтыуына ни күрһен, ишек асыҡ, өйҙә бер кем юҡ. ҡайғыға батҡан өләсәй йүгергеләп йорт тирәһен ҡарап сыға, туҡталышҡа ла бара, кешеләрҙән дә һораша, әммә ейәненең эҙенә төшә алмай. Аптырап, һуңғы сиктә полицияға хәбәр итә.
Дауытты тәртип һаҡсылары төндә Инорс биҫтәһендәге бер туҡталышта табып ала. Ә 21 йәшлек Кристина ҡаса. Ғаилә ағзалары әйтеүенсә, ҡыҙ аҡылға зәғиф һәм уның балалар­ҙы урлауы тәүгә түгел.
Ете ят кешегә балаһын ышанып тапшырған өләсәйгә ни әйтәһең инде?!

З. ХӘСӘНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға