«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Һырамы, әллә һөтмө?



28.09.2012 Һырамы, әллә һөтмө?

Салауат ҡалаһында «Русские пробежки» йәмәғәт хәрәкәте активистары үҙенсәлекле акция уҙғарған – урамда һыра эсеүселәргә спиртлы эсемлектәрен һөт продукттарына алмаштырырға тәҡдим яһағандар.
Йәштәрҙең һаулығын хәстәрләүселәр күберәген паркта һыра һемерә-һемерә ял итеүсе ҡыҙҙарға шешәләрен кефир йәки йогуртҡа алмаштырыр­ға тәҡдим иткән. Быға ни бары бер ҡыҙ ризалашҡан, ә ҡалғандары активис­тарҙың алкоголде кефирға алмаштырыу тәҡдимен, әҙәпһеҙ күренеш, тигән һәм тегеләрҙе оялтып маташҡан.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға