«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Аталар… Ҡабанды ла, ҡатынды ла



28.09.2012 Аталар… Ҡабанды ла, ҡатынды ла

Өфө районында була был хәл. Йәш һунарсы, улай-бы­лай ғына аусы түгел, ә рөхсәте, лицензияһы булғаны, урманға ҡабан ауларға килә. Барып етер-етмәҫтән, мылтығы ағас ботағына эләгә лә, ата ла ебәрә. Хәйерсегә ел ҡаршы, тигәндәй, яҡында бер ҡатын бәшмәк йыйып йөрөгән, имеш. “Өлкән ағай”ҙар әйтмешләй, “пуля − дура” шул бәшмәксегә бара тейә.
Икенсе бер сығанаҡтар хәбәр итеүенсә, һунарсы, ҡатынды ҡабан тип уйлап, тоҫҡап атҡан.
Нисек кенә булмаһын, 46 йәшлек ҡатын, йәрәхәтләнеп, дауаханала ята, ә полиция ошо хәл буйынса тикшереүҙәр алып бара.

Айсын АҡБУЛАТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға