«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » ТӘБИҒӘТ – ЙӘШӘҮ НИГЕҘЕ



21.09.2012 ТӘБИҒӘТ – ЙӘШӘҮ НИГЕҘЕ

Тәбиғәтте һаҡлау темаһына даими рәүештә яҙған журналистар ни өсөндөр бик аҙ. Ә бит тирә-яҡ мөхит − йәшәйешебеҙҙең нигеҙе. Шундай «һирәк» ҡәләм оҫталары исемлегендә Рәзифә Сәхәпова һәм Илдус Тимерханов кеүек авторҙар бар. Район һәм республика баҫмаларында экология темаһына яҙылған материалдары әленән-әле күренеп тора. Илдус Тимерхановтың Ағиҙел тураһындағы яҙмалары хатта Пермь ҡалаһында донъя күргән «Хранители живого серебра» китабына ингән. «Форточка для щуки» әҫәре интернет-энциклопедия − Википедияла урын алған. 2010 йылда күренекле яҙыусы, журналист, бихисап телевизион тапшырыуҙар әҙерләп эфирға сығарған Василий Песков «ҡурсаулыҡ ҡайтауазы» («Заповедное эхо») Бөтә Рәсәй конкурсы йомғаҡтары буйынса уға еңеүсе дипломы тапшырҙы.
Уҙған йылда ошо автор­ҙар «Баҙы буйы − бөҙрә тал» исемле китап сығар­ҙы. Уны айырыла алмайынса уҡып сыҡтым. Китапты уҡығанда үҙемде урман-ҡырҙарҙа, йылға-күл буй­ҙарында йөрөгәндәй хис иттем. Балыҡтар, ҡоштар, януарҙар тура­һында бик күп фәһемле мәғлүмәт алдым. Тыуған яҡ буйлап «ваҡыт машинаһында» сәйәхәт ҡылдым. Сөнки китап авторҙары, архив материалдарына нигеҙләнеп, уҙған быуат­тарҙы ла байҡаған. Әлегә тиклем бер кем дә белмәгән риүәйәттәрҙе йыйып, бик урынлы файҙаланғандар. Халыҡтар дуҫлығы данланған. Шуны­һына ап­ты­раным: нисек итеп улар ошондай киң панорама тыуҙыра алған? Бының өсөн бик күп осрашыу ойошторорға, тау-тау ма­те­риалдарҙы өйрәнергә, оҙай­лы сәйәхәттәрҙә йө­рөргә тура килгән улар­ға.
Был китаптың даны беҙҙә тиҙ таралды. Уны беләләр, яратып уҡыйҙар. Автор­ҙары Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге хөкүмәт премияһына лайыҡ.


Әнисә ЙӘҒӘФӘРОВА,
журналист.
Дүртөйлө ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға