«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Күптән лайыҡ



20.09.2012 Күптән лайыҡ

Республика баҫмаларында, шулай уҡ интернет селтәрендә Башҡортостаныбыҙҙың социаль-иҡтисади үҫеше, йәмғиәт именлеге мәсьәләләрен сағылдырған өсөн Дамир Мөлҡаман улы Шәрәфетдиновтың Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге хөкүмәт премияһына тәҡдим ителеүен ғәҙеллектең үҙе тип һанайым. Талантлы шағир, үткер ҡәләмле журналист, публицисҡа был хәләл баһа. «Аманат» журналы редакцияһының тәҡдименә ихлас күңелдән ҡушылам.
Д. Шәрәфи − оло йөрәкле шәхес. Ижади һәләт уға тәбиғәттән бирелгән. Уның һәр яҙмаһы – шиғыр булһынмы, проза әҫәреме, публицистикамы – барыһы ла тәрән йөкмәткеле, уйлап яҙылған, яһалмалылыҡ тигәндең эҙе лә юҡ. Хәйер, шағирмын тигән шағир бындайына юл ҡуйырға хаҡлы түгел. хужаһы ҡулынан майлы килем өмөт иткән бәғзе бер «һарай йырсылары» (үкенескә күрә, әҙәбиәтебеҙҙә ундай­ҙар ҙа юҡ түгел! ) ише ике йөҙлө ялағай булып йөрөмәй. Улай итә белмәй ҙә. Дамирҙың бар булмышы – сабыйҙарса бер ҡатлылыҡ сигендәге ихласлыҡ үә эскерһеҙлек. Ул оло маҡсаттар ҡуйып йәшәй һәм ижад итә, уй-ниәттәре юғары кешелек сифатына эйә, бөгөнгө теоретик һәм практик проблемаларҙы хәл итеүгә йүнәлтелгән.
Дамир Шәрәфетдинов – ябай халыҡтан сыҡҡан ябай ижадсы. Ул кешеләрҙе ярата, улар ҙа уға шулай уҡ яуап бирә. Уның йәнә бер матур сифаты – ярҙамсыллығы, йомартлығы – үҙемә булмаһа булмаһын, эргә-тирәләгеләр мәхрүм ҡалмаһын. Ижадсының тағы бер һоҡландырғыс яғын билдәләп үтмәй булмай, ул да булһа эш һөйөүсәнлек. Уның талымһыҙ тырышлығына хайран ҡалырлыҡ.
ҡыҫҡаһы, үрҙә әйтелгән бүләккә Дамир Шәрәфетдинов күптән лайыҡ. Уға иҫәнлек-һаулыҡ, артабанғы эшендә, ижадында ҙур уңыштар, ғаилә бәхете теләп ҡалам.

Иҙрис НОҒМАНОВ.
Әбйәлил районы,
ҡырҙас ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға