21.09.2012 Заман ахырымы әллә?
йәки Юғары мәҙәнилек өлгөһө булған француздар аптырата
Кешелек ниндәй генә ҙур асыштар яһамаһын, ниндәй генә юғары технологияларҙы үҙләштермәһен, йыһан киңлектәрен ни тиклем алыҫтаныраҡ иңләмәһен, барыбер әҙәм заттары бер-береһе менән татыулыҡта, гармонияла йәшәй алмай. Ни өсөн тигәндә, ҡайҙа ла аңһыҙ, холоҡһоҙ, заман теле менән әйткәндә, одиоз бәндәләр осрай. Башҡортта “Бер бысраҡ һыйыр бөтөн көтөүҙе бысрата” тигән әйтем дә юҡҡа таралмаған ул. Ниндәйҙер аҡылһыҙҙың бер йүләр фекере ауыҙынан килеп сығыуы була, уны күтәреп алыусы, таратыусы осрай бит әле. Бына һуңғы көндәрҙә донъяла булып ятҡан хәл-ваҡиғаларға байҡау яһағанда тап шул уйҙар килә лә ҡуя башҡа.
Кеше өсөн бер изге нәмә лә ҡалманы, ахыры. Христиан ҡорамдарында йышайған тәртипһеҙлектәргә аптырап, бот сабырға ла өлгөрмәйбеҙ, артынан уҡ мосолмандарға таш ырғытыла. Әлбиттә, диндарҙар бер-береһенә ҡаршы һуғыша, тип кенә аңларға ярамай быны, милләт, дин-ара ыҙғыш ҡуптарырға маташҡандарҙың дине лә, милләте лә юҡ. Теүәлерәге, улар ел ҡайҙа иҫә, ҡайҙа майлы ҡалъя – шунда йыйыла.
Бынау Франция аптырата. Бер нисә йыл элек мосолмандарға төрлө карикатуралар төшөргән баҫмалары тирәләй ғауға ҡупҡайны инде, әле шул “ижадсы”лар йәнә уянған. Донъяға бик күп билдәле шәхес, юғары мәҙәниәт өлгөләре биргән илдә хәҙер шундай көнгә ҡалдылар.
“Чарли Хебдо” (“Charlie Hebdo”) аҙналыҡ сатирик журналының Мөхәммәт бәйғәмбәргә карикатура төшөрөүен әйтәм. Үтә лә әхлаҡһыҙ һыҙғыланған “рәсем”де журналға урынлаштырған баш мөхәррир Стефан Шарбонье әйтеүенсә, быны улар кешене аптыратыр өсөн эшләгән. “Бындай һүрәттәр ҡуймаһаҡ, бөтөнөһөн дә тыйһалар, беҙ нисек журнал сығарайыҡ?!” – тигән, етмәһә, күҙен күккә ҡаратып.
Был ислам диненә ҡаршы махсус төшөрөлгән фильмға протест белдереү сигендә үткән акцияларға тағы ла ут өҫтәргә теләгән кеүек килеп сыҡты.
Ә Франция Премьер-министры Жан-Марк Эро карикатураға ҡарата үҙенең фекере менән, ошондай һүрәттәргә тыныс ҡарауын әйтеп, йәнә бер тапҡыр аптыратты. ”Беҙҙең илдә һәр кем фекерен белдерергә хоҡуҡлы һәм ул һаҡлана ла. Беҙҙә карикатуралар баҫыу иреклеге бар, граждандарға был оҡшамаһа, судҡа бирһендәр”. Моғайын да, Рәсәй түрәләре улай тип әйтмәҫ ине. Хатта эстән генә уйлаһалар ҙа. Илеңдәге халыҡтарҙың дини инаныуҙарынан көлөү аҡыл байлығын күрһәтмәй инде ул, бәлки, киреһенсәлер.
Мосолмандар күпләп йәшәгән Францияла (65 миллион халыҡтың алты миллионы) ошондай күренештәр бер бөгөн генә түгел. ҡайҙа бара XXI быуаттың юғары цивилизациялы кешеләре?..
Айсын АҡБУЛАТОВА.