«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Ҡатын-ҡыҙҙың ысын матурлығы йүргәктәргә ҡалмай уралып



18.09.2012 Ҡатын-ҡыҙҙың ысын матурлығы йүргәктәргә ҡалмай уралып

Ҡатын-ҡыҙҙың ысын матурлығы йүргәктәргә ҡалмай уралып
Һеҙ иғтибар иткәнегеҙ бармы? Урамдарҙа балалар коляскалары күбәйгән төҫлө. Әле бер йәш әсәне күрәһең, әле икенсеһен... ҡайһы бер ҙә был транспорт сараһы атайҙар ҡулында, ә эргәлә әсә кеше эре генә атлап килә. Шундай һоҡланғыс күренеш. Әйтерһең дә, ниндәйҙер “Бәпәй бум”ы. Был мәлдә, әсәләрҙең кәйефтәрен самалап, йөҙҙәренә бағыусанмын. Күптәренең йөҙөндә арығанлыҡ сағылһа ла (бала бағыу уйын эш түгел!), ҡараштары сабыйҙарына ҡағылыу менән ҡояштай балҡып, нурланып китә. Шағирә Тамара Ғәниеваеың «Эй, хоҙайым, яҙҙырмасы әсәлек тәхетемдән» тигән юлдары иҫкә төшә. Әсә булыу бәхетенә тиң бәхет бармы икән донъяла? Әсәлек хисен, әсә булыу тәмен тоймаған ҡатын – ярты ҡатын, минең­сә. Аллаға шөкөр, тимен, урамдар­ҙа балалар коляскалары күбәйгәндән-күбәйә.

ХХI быуат ҡатын-ҡыҙы

Һәр дәүер үҙ быуыны алдына үҙ һынауҙарын ҡуя. Нимә ул хәҙерге заман ҡатын-ҡыҙы булыу? “Нисек барыһына ла өлгөрөргә?” – тигән һорау алға баҫа. Яҡындарыңдың, иң беренсе, әлбиттә, ирең менән балаларыңдың, таҙа һәм бөхтә кейемдә йөрөүе, тамаҡтары туҡ булыуы, йорттоң эсе ялт итеп тороуы, бер уйлаһаң, әллә ни ауыр бурыс та түгел һымаҡ. Әммә бер төрлөлөгө һәм көндән-көн ҡабатланыуы менән улар шул хәтлем ялҡытҡыс. Был эштәрҙән ләззәт тапҡан гүзәл заттар ҙә байтаҡ, әлбиттә. Ләкин ул иҫәпкә инмәгәндәргә ни эшләргә? Етмәһә, эш кешеһе булһаң, һәм ул эш һинең өсөн йәшәүеңдең икенсе (ғаилә – беренсе) асылы булһа? Ярай әле тормош иптәшең бәғзе ҡайһы бер ир йораттары ише: “Эшең шул!” – тимәй, йорт эштәрен бүлешһә... ҡыҫҡаһы, ҡатын- ҡыҙға, айырыуса хәҙерге заман ҡатын-ҡыҙына икеләтә сабырлыҡ һәм түҙемлеккә эйә булырға тура килә. Шулай уҡ бөгөнгө заман ҡатын-ҡыҙҙарын артыҡ амбициялы булыуҙа, бойондороҡһоҙлоҡта, ирҙәр менән тиңләшергә маташыуҙа ғәйепләйҙәр. Күп гүзәл зат карьера, эш тип яна хәҙер. Кейәүгә сығыу, бала табыу артҡы планда ҡала. Заман һәр кемдән өлгөр, етеҙ, булдыҡлы булыуҙы үҙе талап иткәндә, ҡатындарҙың хужабикә ролен хушһынмауы тәбиғи, минеңсә. Һәм бының өсөн кешелектең нәфис яртыһын ғәйепләргә урын юҡтыр. Һәр кемдең, ҡатын-ҡыҙҙың да үҙенсә тормош ҡорорға хаҡы бар. Өлгөрөргә теләгән кеше барыһына ла өлгөрә, ә ниндәйҙер тышҡы факторҙарҙа һылтау һәм аҡланыу эҙләмәй. “Карьерамы, баламы?” – тигән һорау бөтөнләй ҡуйылмаҫҡа тейештер. Сөнки был ике төшөнсә икеһе ике яҫылыҡта ята. Ике бурыс­ты ла лайыҡлы атҡарған ҡатын-ҡыҙҙар етерлек бит. Мин, мәҫәлән, билдәле яҙыусы, публицист, шул уҡ ваҡытта биш бала әсәһе Мәрйәм апай Бура­ҡаеваны телгә алып китер инем. Арабыҙҙа ла бала тәрбиәләүгә лә, эшенә лә ваҡыт тапҡан гүзәл заттар етерлек.

ҡатын-ҡыҙҙың ысын асылы

Әсәйҙәр төрлө була. Кемдеңдер әсәһе уҫалыраҡ, кемдеңдер йомшағыраҡ, тигәндәй... Ләкин улар­ҙың барыһын да бер һыҙат берләштерә: балаларының бәхетле булыуы. Бәхетте генә улар үҙенсә, балалары хыял итмәгәнсә күрергә мөмкин. Ләкин бының өсөн уларҙы ғәйепләргә кәрәкмәйҙер. Сөнки, иң мөһиме, уларҙың булыуы. “Әлдә һин бар әле, әсәй!” – тип йышыраҡ әйтәйек беҙ уларға. Үҙҙәре әсәй булғандар иһә әсә булыу кеүек бөйөк вазифаның ни тиклем яуаплы, шул ваҡытта бөтмәҫ-төкәнмәҫ ләззәт сығанағы икәнлегенә инанһын. Ә һүҙем аҙағында Джин-Лу Тринтигнант тигән бер авторҙың “Әсә булыу” тигән хикәйәһенән өҙөк тәҡдим итәм.

Әсә булыу
(Хикәйәнән өҙөк)

Иртәнге сәй эсеп ултырғанда ҡыҙым менән ире “тулы ғаилә булырға” ниәтләүҙәре хаҡында һүҙ ҡуҙғатты.
– Шул йәһәттән йәмәғәт һорау алыуы үткәрәбеҙ, – тине ҡыҙым, ярым шаярып. – Нисек уйлайһың, бәлки, миңә бала табырғалыр?
– Ул һинең тормошоңдо үҙгәртәсәк, – тинем мин, тойғоларымды артыҡ күрһәтмәҫкә тырышып.
– Беләм дә... Ял көндәре теләгәнсә йоҡлап, отпускыла бер ҡайҙа барып булмаҫ инде, – тип өндәште ул үҙ сиратында.
Ул ғына түгел шул, ҡыҙым, тип уйлап ҡуйҙым эстән. Нисек кенә һиңә аңлатайым икән, тип, күҙҙәренә баҡтым. Бер ниндәй китаптар­ҙа, курстарҙа өйрәтмәйәсәк хәҡиҡәтте уның аңлауын теләй инем.
Бала тапҡандан һуң физик яралар тиҙ уңалыр, тик әсәлек уға һис уңалмаҫ күңел яраһы бирәсәген әйткем килде. Гәзит-журналдағы, телевизорҙағы яңылыҡтарҙы “Әгәр ошо минең балам менән булһа?” тигән эске һорау менән менән уҡыясағы, ҡараясағы хаҡында иҫкәрткем килә ине. Һәр авиаһәләкәт, һәр янғын, Ер шарындағы бар бәлә-ҡаза эҙәрләйәсәк уны. Аслыҡтан үлгән балалар­ҙың фотоһын күреп, бала үлеменән дә ҡурҡыныс нәмә юҡлығы хаҡында уйлаясаҡ ул.
Карьераһына быға тиклем күпме генә көс түкһә лә, бала тапҡандан һуң ул икенсе планға күсәсәге хаҡында иҫкәрткем килде. Бала ҡараусы ялларға мөмкин, әммә сираттағы эшлекле осрашыуға юлланғанда, ул сабыйының сәсенән аңҡыған татлы еҫе хаҡында уйлаясаҡ. Берәй нәмә булманымы икән, тип кенә өйөнә йүгереп ҡайтып китмәҫ өсөн уға бар ихтыяр көсөн тупларға кәрәк буласаҡ.
Балаһының велосипедта йөрөргә өйрәнеүен ҡарап, әсә кеше ни хәтлем ҡыуаныс тойғоһо кисергәнен һүрәтләгем килде. Көсөктөң йә бесәй балаһының йөнөнә тәүге тапҡыр ҡағылғандан һуң сабыйҙың нисек көлөп ебәргәнен уға ишеттерергә теләнем.
Бар йәнеңде солғап ала ул шатлыҡ, хатта йөрәк ауыртып китә...
... ҡыҙымдың аптырау ҡатыш ҡарашын һиҙеп, күҙҙәремә йәш төйөлгәнен тойҙом.
– Һин бер ҡасан да бының өсөн үкенмәйәсәкһең! – тип әйттем ахырҙа. Өҫтәл аша һуҙылып ҡулдарын ҡыҫтым. Эстән генә уның өсөн һәм үҙен әсә булыу тигән иң изге бурысҡа бағышлаған ер йөҙөндәге барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙар өсөн доға ҡылдым.
Яратҡандарығыҙ һәр ваҡыт һеҙҙең менән булһын!

Гөлшат ХАЖИЕВА-
НУРДӘҮЛӘТОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға