18.09.2012 «Ҡул эшләй, ҡорал ҡурҡа»,
– ти үҙ эшен асҡан Күктау ауылы егете Рауил
«Кешегә аҡыл һәм йәшәү көсө үҙендә булған бөтә яҡшы яҡты үҫтереү өсөн бирелгән”.
(А. Чехов).
Беҙҙең Илеш яғы өйҙәрҙең ҙур һәм матур, ҡапҡа-ҡураларҙың биҙәкле булыуы менән айырылып тора. Былар халҡыбыҙҙың хыялға бай, ижадҡа маһир, хеҙмәт һөйөүсән икәнлеген күрһәтә. Кеше үҙе йәшәгән йортон, кейгән кейемен, баҡсаһын, ҡойма-ҡапҡаһын биҙәкләп, зауыҡлы итеп эшләргә ынтыла. Бер көн әхирәтем Фаягөл апайға барһам, матур ҡапҡа, ҡойма эшләткән. Иҫем китеп, нисек эшләтте икән, ирһеҙ, бер үҙе, тимер бағаналар ҡуйған, тип ҡарап торһам: «Ауылда Рауил тигән бер егет бар, элекке уҡыусым, үлсәп кенә алды ла, килеп бөтә нәмәһен дә үҙҙәре эшләне», – тине. Мин телефон номерын алдым да шылтыраттым. Машинаһына ултырып, елдереп килеп тә етте. Үлсәне, хаҡын әйтте, аҙна-ун көн дә үтмәне, ҡапҡа, ҡойма, мунса мейесе, тимерҙән профнастил менән бәҙрәф, тимер ишектәр килтереп ҡуйып та китте. Күҙ ҡамаштырырлыҡ был мөғжизә, минекеме икән, өнөммө, төшөммө, тип ҡарап торам. Ундай ваҡытта, эсендә йәне генә юҡ, тиҙәр. Рәхмәттәремде әйтеп бөтөрә алмайым.
Әйҙә, мин һеҙгә үҙем эшләгән бер нисә ҡапҡаны күрһәтәм, тип, үҙе менән алып китте. Юл ыңғайы үҙенең тормошо менән дә таныштырҙы.
Атаһы Шәрәфислам Илеш районының Иҫке Күктау ауылы кешеһе икән. Совет армияһында хеҙмәт иткәс, Нижегородка өлкәһе ҡыҙы Хәнифәгә өйләнеп, Мәскәүҙә ҡала. Рауилға алты йәш булғанда Күктауға күсеп ҡайталар, колхозда эшләйҙәр. Ул – ғаиләлә иң өлкәне, унан бәләкәй тағы өс туғаны бар. 4-се класты тик яҡшы билдәләргә генә тамамлай. Юғары кластарҙа иһә, күпселек малайҙарға хас булғанса, уҡыуға ныҡлы иғтибар бирмәй. 8-се класты тамамлағас, Үрге Йәркәйгә СПТУ-ға уҡырға бара. Ике йыл Воронеж ҡалаһында армия сафында хеҙмәт итә. ҡайтыу менән колхозда комбайнсы, тракторсы, иретеп йәбештереүсе булып эшләй. Яҡшы эшләгәне өсөн колхоз «Янғантау» шифаханаһына путёвка бирә. Ял иткәндә санаторийҙа аш бешереүсе ҡыйғы ҡыҙы Альбина менән таныша һәм, күп тә үтмәй, гөрләтеп туй үткәрәләр, ҡыҙҙары Ралина тыуа. Ул бөгөн БДУ-ла юрист һөнәрен үҙләштерә.
Ваҡытында Рауил да, башҡа ауыл егеттәре һымаҡ, араҡы шауҡымынан ҡотола алмай. «Икенсе көндө баш ауыртып, нисек был эсеүҙе ташларға икән, тип уйланып ятҡан саҡтар күп булды. Әммә эшкә барып, егеттәр менән осрашҡас, тағы шул уҡ хәл ҡабатлана», – тип һөйләй ул, шул мәлдәрҙе хәтерләп. Ниһайәт, ихтыяр көсө табып, 2000 йылда дуҫ егете менән Ырымбур өлкәһенең Абдулла ауылында йәшәгән Шәмсиә әбейгә сығып китәләр.
Тәүәккәллек − ярты бәхет, тиҙәр. Яҙмышына үҙе хужа булып, үҙ бәхетен үҙе ҡора Рауил. 2006 йылда ҡатыны исеменә 50 мең һум ссуда алып, үҙ ихатаһында мунса мейестәре эшләй башлай. «Иң беренсе Сереккүл ауылынан бер апай алып китте, эй һөйөндө, рәхмәт әйтеп бөтә алманы», − тип хәтерләй үҙ аллы хеҙмәтенең тәүге көндәрен. Артабан эш ҡыҙа. Рауил ҡапҡалар, ҡоймалар, эскәмйәләр, беседкалар, өй алдына ҡыйыҡтар эшләй башлай. Бөгөн уның үҙ оҫтаханаһы бар, электр йылылығы индерелгән, 150 мең һумға тимерҙе төрлө сүрәткә килтерә торған станок та һатып алған. Унда тимерҙе һындырып, бөгөп, ялғап, сүкеп, әкиәттәге кеүек ҡапҡалар, ҡоймалар эшләп була. Буяй торған айырым бүлмәһе, әҙер тауарҙы ҡуйыр өсөн келәте лә бар. ҡыш көнө – өс, ә йәйгеһен 7 – 8 кешегә эш урыны булдырылған. Иретеп йәбештереүселәр айына 20 − 25 мең һум эш хаҡы ала. Һыҙмаларҙы эшләргә Рауил айырым рәссам яллаған. ҡайҙа барһа ла, тимерҙән эшләнгән биҙәктәрҙе фотоға төшөрә, интернеттан да ала. Ағастан биҙәктәр эшләгән оҫталар ҙа күп Илештә. Ләкин кеше, оҙаҡҡа сыҙамлы, асыҡ, сағыу, матур булһын тип, ҡапҡа-ҡоймаларын тимерҙән эшләтергә тырыша. Ағас әйберҙәр бик матур, уңайлы, ләкин оҙаҡ һаҡланмай.
Рауил тормошто үҙ эшен асҡанға тиклем һәм асҡандан һуңғы осорға бүлеп йөрөтә. Үткәндәргә кире ҡайтыуҙы күҙ алдына ла килтерә алмай. Әрәмгә үткән ғүмерем йәл булһа ла, үкенесле түгел, шул юлдан үтмәгән булһам, бәлки, бөгөнгө көн кимәленә күтәрелмәгән булыр инем, ти. Кешеләргә изгелекле, ярҙамсыл ир ауылдың зыярат ҡапҡаһын матур итеп эшләп ҡуйған. Хоҙай һиңә башҡаларға ярҙам итә алыу мөмкинлеге биргән икән, ниңә эшләмәҫкә, ти ул.
Оло маҡсат менән йәшәгән кеше тормоштоң ығы-зығыһынан өҫтөн була бит. Ул көнләшеүселәргә, аяҡ салыусыларға иғтибар итмәҫкә тырыша. Тормошта мал, донъя артынан ҡыуған кешенең йәшәү матурлығын күрергә, һоҡланырға форсаты ла булмай. Рауил файҙалы итеп ял да итә белә: йыл һайын ауылдаштары өсөн шыршы байрамы үткәрә, ауылда үткән сараларға бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә. Йәй көндәрендә уйланып, тыныс урында балыҡ тоторға ярата. ҡалаға барып, театрға, концерттарға йөрөй.
«Йәштәргә, үҙ эшен башларға теләүселәргә ниндәй кәңәш бирер инең?» – тигән һорауҙы бер нисек тә бирмәй булдыра алмайым. «Һөнәрле үлмәҫ, һөнәрһеҙ көн күрмәҫ, ти бит халыҡ. Иң башта үҙеңде еңергә, ихтыяр көсө менән алдағы тормошоңа маҡсат ҡуйырға тейешһең. ҡул эшләй, ҡорал ҡурҡа. Үҙ-үҙеңә һәм Хоҙай Тәғәләгә генә ышанырға кәрәк. Тормошта кәртәләр, ҡаршылыҡтар күп була, намыҫың таҙа, ниәттәрең саф булһа, эш үҙенән-үҙе эшләнә. Эскелектә лә, ялҡаулыҡта ла үҙебеҙ ғәйепле. Кеше етеш йәшәргә, тырышып эшләргә тейеш. Көнө буйы диванда ятып, телевизор ҡараһаң, берәү ҙә һиңә килтереп бирмәй. Ялҡаулыҡ әҙәм балаһын хәйерселеккә төшөрә, көлкөгә ҡалдыра. Шағир әйткәнсә: «Аһ, оят, хурлыҡ иренгәндән килә», – ти оҫта.
Ғәлимә ҒӘЛИЕВА.
Илеш районы,
Үрге Йәркәй ауылы.