«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Телем, телкәйем



18.09.2012 Телем, телкәйем

Телем, телкәйем
Баш ҡаланың Салауат Юлаев майҙанында башҡорт телен яҡлау буйынса акция үтте.
“Күк бүре”, ”Аҡтамыр”, ”Ту­ған тел” ойошмалары вәкилдәре, уҡытыусылар, буласаҡ уҡытыусыларҙан бер төркөм пикетҡа “Теле юҡтың – иле юҡ”, ”Закрытие школ – уничтожение нации”, ”Не дадим нарушать закон РБ об обязательном изучении башкирского языка!” тигән плакаттар менән килгәйне. Һуңғы арала йәмәғәтселек тарафынан проблема күтәрелеп, милли мәғариф тирәләй сығыштар, ултырыштар, “түңәрәк өҫтәл”дәр, ил, республика етәкселегенә хат юллауҙар, БР мәғариф ми­нистры менән осрашыуҙар йышая бара. Һуңғыһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетында ойошторолған осрашыу ха­ҡында гәзитебеҙҙең үткән һандарының береһендә яҙып сыҡҡайныҡ.
Халыҡта, утһыҙ төтөн сыҡмай, тигән әйтем дә бар. Күпме генә, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүҙә проблема юҡ, тип ышандырырға маташһалар ҙа, инде бер нисә йылға һуҙылған “аһ-зар”ҙар, башҡорт теле уҡы­тыу­сыларының эшһеҙ ҡалыуы, дәрестәрҙең ҡыҫҡартылыуы, моғайын да, һауанан алынған күренеш түгелдер.

Айсын АҡБУЛАТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға