«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Ҡыҙыҡлы кешеләр



14.09.2012 Ҡыҙыҡлы кешеләр

Йоҡламаусы кеше
64 йәшлек Вьетнам гражданы Тай Нгок йоҡоноң нимә икәнлеген дә онотҡан. Ул 1973 йылда биҙгәк менән ауырый. Шунан алып ул 39 йыл инде бер төн дә йоҡламаған. Әммә ирҙең сәләмәтлегендә бер ниндәй ҙә тайпылыш күҙәтелмәй. Тай Нгок көндөҙ йөк ташыусы булып эшләй, ә төндә китап-гәзит уҡый, телевизор ҡарай.

Иң аҡыллы кеше

Миссури штатында йәшәүсе Мерилин Вос Савант донъяның иң аҡыллы кешеһе тип табылған. Уның аҡыл коэффициенты (IQ) 228 берәмек тәшкил итә. Исеме ун йәшендә үк Гиннестың рекордтар китабына индерелгән. Мерилин 1946 йылдың 11 авгусында донъяға килгән. Ике йыл университетта уҡығас, ташлай. “Унда һөнәр алып була, әммә аҡыл бирмәйҙәр”, – тип аңлата был ҡылығын.
Белгестәр бөйөк шәхестәрҙең IQ күләмен иҫәпләп сығарған. Гетеныҡы – 200, Ньютон менән Вольтерҙыҡы – 190, Галилейҙыҡы – 185, Леонардо да Винчиҙыҡы – 150, Бах менән Дарвиндыҡы – 140, Коперниктыҡы 130 берәмеккә тиң булған.
Иң түлле атай

XVIII быуат башында хакимлыҡ иткән Марокко башлығы тарихтағы иң түлле атай булараҡ билдәле. Ул 342 ҡыҙға һәм 525 малайға ғүмер биргән. Ә 1721 йылда уның ир енесле вариҫтарының һаны ете йөҙгә барып еткән.

Иң оҙон кеше

31 йәшлек төрөк Солтан Козен һаман буйға үҫеүенән туҡтамай. Мардин ҡа­лаһында тыуған бала кескәй саҡтан гипофизындағы шеш­тән яфалана. Ана шул арҡала организмында үҫеү гормондары һаман бү­ленә. Бөгөн уның буйы 2 метр 54 сантиметрға еткән. Сол­тан Козен: “Өйлән­гем килә. Әммә миңә ниндәй ҡыҙ ҡара­һын?” – тип бик борсола икән. Күптән түгел операция ярҙамында мейеләге шешен алдыр­ған. Әммә ул һаман үҫә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға