«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Уйланырға сәбәп бар



14.09.2012 Уйланырға сәбәп бар

Был йәшәгән донъяның серҙәренә төшөнөп бөтә алмаҫһың. ҡайсаҡта уйлаһаң, уйылып китерҙәй ғәләмәт хәлдәр була, ысынбарлыҡҡа әйләнгән төштәр күреп аптырайһың, һ.б., һ.б. Тормош ығы-зығыһы менән уларҙың күптәре хәтерҙән юйыла барып, бөтөнләй онотолоуы ла мөмкин. Ләкин ҡайһы берҙәре шундай көслө тәьҫир ҡалдыра – әйләнәһең дә шуға ҡайтаһың, ниңә шулай булды икән, нимә аңлата икән, тип баш ватаһың. Үҙем менән булған бер нисә сәйер, мөғжизәле хәл тураһында яҙып үтмәксемен.

ҡөрьән китабының бер хикмәте

Бер мәл ғәрәп алфавитын, мосолман ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнер өсөн түңәрәккә йөрөп алдым. Беҙҙе уҡытҡан Гөлүсә апай шундай яғымлы һәм һәйбәт кеше, йөҙөнән нур ағылған кеүек. Миңә ул бер ваҡыт ай-вайыма ҡуймай ҡөрьән китабы алып бирҙе. ҡалын, матур итеп эшләнгән, хәрефтәре ап-асыҡ булып ярылып ята, рәхәтләнеп уҡырлыҡ.
Ун өс квадрат метрлы ғына бүлмәмдә әйбер­ күп. ҡөрьәнде аҫҡа ҡуйырға ярамай, тигәнде ишеткәнем бар ине. Шуға уны алып ҡайттым да шығырым тулы стенкамды асып, өҫкәрәк ҡуйҙым.
Тормош ығы-зығыһы менән ҡайнап, уның барлығы һирәк иҫкә төштө. Ләкин әленән-әле асып уҡый инем. Көндәр үтә. Яҙҙың матур бер иртәһе. ҡыҙым менән сәй эсергә йөрөйбөҙ. ҡапыл стенканың кәштәһендә нимәлер ватыл­ған кеүек булды. ҡараһам, шарап эсә торған оҙон бокал икән. ҡунаҡ-фәлән килгәндә, байрамдарҙа ҡулланылған ябай бокалдар. Ундай һауыт-һаба һәр бер йортта була бит инде. Ғәжәпләндем, уларҙы әллә нисәмә ай урындарынан да ҡуҙғатҡан юҡ ине, быяла кәштәне еүеш сепрәк менән һөрткәнгә күрә аяҡтары йәбешеп ҡатҡан, саҡ-саҡ айырып ала торған бокал нисек еңел генә төшөп ватылған һуң әле, тип уйлап ҡуйҙым. Был хәлгә әллә ни әһәмиәт бирмәнем, ярсыҡтарын ташланым да оноттом.
…Бер аҙна тирәһеләй ваҡыт үткәс, тағы ла бер бокал төшөп ватылды. Бында ла ярсыҡтар­ҙы сүпләп алдым да, тағы оноттом. Ләкин бер ун минут ваҡыт үткәс, стенканан тағы ватылған тауыш ишетелде. Асып ҡараһам, бер юлы ике рюмка ватылған.ҡыҙым менән һағая төштөк. Ул аптырап миңә ҡарай, мин уға ҡарайым. Күңелдә шик уянды. Нимәлер улай түгел бит, мин әйтәм. Ултырғысты алып, кәштәнең тигеҙлеген тикшерергә булдым. ҡыйшайғандыр, тип уйланым. Һелкетеп ҡарайым, тигеҙлеген үлсәйем. Юҡ, быяла кәштә бер миллиметрға ла ҡымшанмай ҙа, нисек ҡуйылған шулай тип-тигеҙ тора. Ә иң ҡурҡытҡаны – эреле-ваҡлы бокалдар, рюм­калар­ҙы ныҡ ҡына итеп ҡаҡшатмайынса урындарынан ҡуптарып та алырлыҡ түгел ине… Икенсе фараз ҡылып ҡарайым – бәлки, ватылған бокалдарҙы ҡасандыр иң ситкә ҡуйғанмындыр ҙа (ә бының булыуы мөмкин түгел), шуға төшкәндәрҙер. Эксперимент үткәрергә булдым. Ике бокалды кәштәнең иң ситенә ултырттым да юрый ишеген ныҡ итеп шапылдатып яптым. ҡымшанманылар ҙа!
Бөтөнләй ҡурҡыуға төштөм. Тағы ла стенканың эсенә башымды тығып тиерлек тикшеренеү үткәрә башланым. ҡараһам, ҡөрьән китабының бер сите рюмка-бокалдарға тейеп тора! Был хәлдең изге китап менән бәйләнеше юҡмы икән, тигән шик төштө. Шуға күрә китапты рюмкаларҙан алыҫыраҡ шыуҙырып ҡуйҙым да тынысландым.
Ун биш минут та үтмәгәндер, тағы ла ватыл­ған тауышҡа инде терт итеп ҡалдыҡ.
Бөтөнләй ҡурҡыуға төшөп, шул көндө үк тиҙ генә кәштәне бар эсемлек һала торған рюмка-бокалдарҙан арындырып, таҙа итеп һөрттөм. Үҙем ҡөрьән китабынан ғәфү үтенәм. Шунан һуң ап-аҡ ҡына туҡыма киҫеп алып, тегеп, ситтәрен бөгөп, үтекләп, изге китапты шуға төрөп ҡуйҙым. Белмәйем, бәлки, был хәл бик ябай ҙа аңлатылалыр. Ләкин беҙҙең өсөн ысын мәғәнәһендә мөғжизә булды ул.
Был хәл тураһында Гөлүсә апайға һөйләнем. Ул быны, юғары көс ҡөҙрәте, ниндәйҙер иҫкәртеү булған, тип фараз итте.

ҡара төндә йөрөмә!

Йәш саҡтараҡ бер егет менән таныш­ҡайным. Холҡо һәйбәт булһа ла, тора-бара бының эсергә яратҡанын белдем. Йыш ҡырын тейәп килә башлағас, ауыр булһа ла араны өҙөргә булдым. Етмәһә, йүнләп бер ҡайҙа ла эшләй алмай икән үҙе. Июль айының эҫе, томра бер төнөндә кеҫә телефоным шылтыраны. Егет йоратым икән. Бер сәғәттән мин килеп етәм, сығырһың әле, ти. Мин, төн бит инде, тип әйтеп ҡарайым, юҡ, әле осрашырға кәрәк, әйтәсәк мөһим һүҙҙәрем бар, ти. Ярата инем шул һаман, онота алмай йонсоған сағым. Биҙәнә-төҙәнә башланым.. Өйҙә кеше күмәк кенә. Туғандар килеп төшкәйне. Улар әрләй, төндә ҡайҙа бараһың, тип. Тыңламайым. Эҫелектән интегеп, улар ҙа йоҡлай алмай ята. Бер егерме-утыҙлап минут үткәс, тағы телефон шылтыраны.
– Мин килеп етер саҡта тағы ла шылтыратырмын, – ти егетем. Яйлап эргәлә генә торған һәйкәл эргәһенә барып торорға ҡуша.
Төн булһа ла матур күренергә кәрәк бит инде.
Биткә пудра һылайым. Ул арала апайым, сәй эсәм, тип тороп йөрөй башланы. Бүлмә бәләкәй булғас ни, әйбер-фәләнгә бәрелмәйенсә йөрөп булмай. Апайым кейем шкафының тышында сөйҙә эленеп торған ниҙер тултырылған бер һәлмәк кенә тоҡсай­ға ҡағылды. ҡағылғас, физика ҡанундарына ярашлы, әлбиттә, тоҡсай бер аҙ һелкенеп торҙо. Ләкин, бер аҙҙан нин­дәй­ҙер хәрәкәт иғтибарымды йәлеп иткәс, ҡарап ебәрһәм, тоҡсай һаман да һелкенә!
Аптыраным. Апайым да был күренешкә шаҡ ҡатҡан. Туҡтамай ҙа! Уның һелкенеүен мин «юҡ!» тип баш сайҡағанға оҡшата башланым бер мәл. Ысынлап та, нимәнәндер баш тартырға ҡушҡан кеүек ине ул. ҡурҡыныс булып китте.
Егетем дә ниңәлер шылтыратмай, мин шылтыратһам – бәйләнеш юҡ. Тағы ла дуҫтары менән сығып киткәндер, һәр ваҡыттағыса, тип фараз ҡылдым. Таңға тиклем көтһәм дә унан башҡаса хәбәр булманы.
Иртәгәһенә белдем: һәйкәл янына килеп етәрәк, бының ҡаршыһына өс әҙәм килеп сыҡҡан да, иң тәүҙә эсергәндәр, аҙаҡ һүҙгә килешеп, ныҡ итеп туҡмап, аҡсаһын, кеҫә телефонын, курткаһын һалдырып алғандар, ә был иҫерек булғас, ҡайҙа йығылған, шунда ятып йоҡлап киткән.
Шулай итеп, тоҡсайҙың сайҡалыуын ниндәй­ҙер көстөң тышҡа сығыуҙан баш тартырға кәрәклеген, бәлә буласағын иҫкәртеүе кеүек ҡабул итергә генә ҡала.
Эйе, асылмаған серҙәр бихисап был йыһанда. Кем белә, бәлки, әллә ҡасан беҙҙе яҡты донъяны ташлап киткән ғәзиздәребеҙ шулай төрлө бәләләр­ҙән ҡурсаларға тырышалыр. Ә бәлки, изге фәрештәләр, ниндәйҙер юғары көс ярҙамға киләлер…

Миңзилә ХӘКИМОВА.
Өфө ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға