«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Ҡышҡы салаттар



11.09.2012 Ҡышҡы салаттар

Ҡышҡы салаттар
Йәшелсә-емеш өлгөргән мәлдә барлыҡ хужабикәләр ҡышҡылыҡҡа салаттар әҙерләү менән мәшғүл. Түбәндәге рецептар һеҙгә ярҙамға килер.
Дөгө менән салат
10 ярты литрлы банкаға 2,5 кг помидор, 1 кг ташҡабаҡ, 1 кг татлы борос, 1 кг кишер, 0,5 кг һуған, 350 мл көнбағыш майы, 3 ҡалаҡ тоҙ, 300 г дөгө ярмаһы, 250 мл 9 процентлы аш һеркәһе, 1 – 2 һарымһаҡ, 5 лавр япрағы кәрәк.
Йәшелсәләрҙе шаҡмаҡлап турап, кишерҙе, һарымһаҡты ҡырғыстан үткәреп, 45 минут бешерергә. Һуңынан тәмләткестәр, дөгө ярмаһын һалып. тағы ярты сәғәт утта тоторға. Әҙер массаны банкаларға һалып, 20 минут стерилләргә.

Һунарсы салаты

Салат өсөн 1 кг йәшел помидор, 1 кг ҡыяр, 1 кг кәбеҫтә, 1 кг татлы борос, 1 кг кишер, 1 кг һуған, 1 – 2 һарымһаҡ, петрушка, укроп, тоҙ, ярты стакан аш һеркәһе, 1 стакан көнбағыш майы алына.
Йәшелсәләрҙе шаҡмаҡлап турап, тәмләткестәр һалып. бер сәғәт бешерергә һәм стерилләнгән банкаларға һалырға.

Татлы боростан лечо

Лечо өсөн 2 кг помидор, 1 кг татлы борос, 1 кг һуған, 150 мл көнбағыш майы, 20 мл аш һеркәһе, 2 ҡалаҡ шәкәр, 10 бөртөк хуш еҫле борос, 2 ҡалаҡ тоҙ алына.
Борос менән һуғанды шаҡмаҡлап турарға. Помидорҙы ҡырғыс аша үткәреп, уға шәкәр, тоҙ, аш һеркәһе, төйөлгән хуш еҫле борос һалырға. Барыһын бергә бер сәғәт тирәһе бешерергә.

Маринадланған борос

Маринадланған борос йомшаҡ булһын өсөн башта 3 минут ҡайнап торған һыуҙа, һуңынан 2 минут һыуыҡ һыуҙа тоторға.
Боростарҙы оҙонсалап, йә түңәрәкләп турарға мөмкин.
Маринад әҙерләү өсөн1 литр һыуға 1 ҡалаҡ тоҙ, 1 ҡалаҡ шәкәр, 25 мл аш һеркәһе, 2 – 3 бөртөк хуш еҫле борос, 1 – 2 лавр япрағы алына. Йәшелсәне банкаларға тығыҙлап һалып сыҡҡас, ҡайнар маринад ҡойола.

Борщ

1 кг кишер, 1 кг сөгөлдөр, 1 кг һуған, 1 – 2 баш һарымһаҡ,1,5 кг помидор, 1 кг татлы борос, петрушка, укроп алына.
Боросто, һуғанды турарға, кишер­ҙе, сөгөлдөрҙө, һарымһаҡты, помидорҙы ҡырғыстан үткәрергә. Әҙер массаға ваҡ ҡына турап укроп, петрушка, тәменә ҡарап тоҙ, шәкәр, 1 стакан көнбағыш майы һалына. Суйын һауытта 30 минут томалап бешерергә кәрәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға