«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Һеҙ магазинға йөрөргә яратаһығыҙмы?



11.09.2012 Һеҙ магазинға йөрөргә яратаһығыҙмы?

Берәүҙәргә магазинда әйбер ҡарау, яңы нәмә алыу үҙе бер ләззәт бирһә, икенселәр өсөн был – йәне һөймәгән шөғөл. Түбәндәге һынамыш һеҙҙең шопоголикмы, әллә уның киреһеме икәнлеген күрһәтер.
1. Әгәр ҙә һеҙ ҡиммәтле кейемдәр һатҡан магазинда үҙегеҙгә килешеп торған пальто күрһәгеҙ...
ташламалар башланыуын көтәһегеҙ – 3 балл,
һатып алаһығыҙ – 1 балл,
ауыр һулап, уны кире урынына элеп ҡуяһығыҙ – 2 балл.
2. Һеҙҙең кәйефегеҙ юҡ. Йәнегеҙ көйгәндә һатып алған әйбер...
кәйефегеҙҙе күтәрә – 1 балл,
һуңынан үкендертә – 3 балл,
тойғоларығыҙ шул килеш ҡала – 2 балл.
3. Әгәр ҙә гардеробығыҙҙы яңыртырға тура килһә, һеҙ...
яратҡан магазинығыҙға китәһегеҙ – 2 балл,
төрлө магазиндарҙы йөрөп сығаһығыҙ – 1 балл,
барыһын да баҙарҙан ғына барып алаһығыҙ – 3 балл.
4. Әгәр ҙә көтмәгәндә туйға саҡырһалар...
махсус рәүештә күлдәк алаһығыҙ – 1 балл,
элекке күлдәктәрегеҙҙең береһен кейәһегеҙ – 2 балл,
берәйһенекен алып тораһығыҙ – 3 балл.
5. Әгәр магазинда һатыусы ярҙамға килһә, һеҙ...
тиҙерәк китеү яғын ҡарайһығыҙ – 1 балл,
консультация биреүен үтенәһегеҙ – 3 балл,
итәғәтле генә итеп сит кеше­ләр­ҙең кәңәшенә мохтаж булмауығыҙҙы белдерәһегеҙ – 2 балл.
6. Яңы кейем һатып алырға барғанда...
бер үҙегеҙ генә барыуҙы хуп күрәһегеҙ – 1 балл,
әхирәтегеҙҙе алаһығыҙ – 2 балл,
ирегеҙ менән бараһығыҙ – 3 балл.
Ә хәҙер балдарығыҙҙы һанап ҡарағыҙ.
6 – 9 балл. Һеҙ әйберҙе оҙаҡ эҙләп, һайланып йөрөмәйһегеҙ. Кейем оҡшай икән, хаҡына ла ҡарап тормай һатып алаһығыҙ. Сөнки һеҙҙең өсөн эҙләнеп йөрөү – ваҡыт әрәм итеү. ҡайһы берҙә уйламайынса алған әйберегеҙ өсөн үкенгән саҡтарығыҙ ҙа була.
10 – 14 балл. Үҙегеҙгә нимә кәрәклеген асыҡ беләһегеҙ. Тәүҙә магазиндарҙағы хаҡты белешәһегеҙ, шунан һуң ғына сифатлы тауар алаһығыҙ. Яңылыш ҡына әйбер алырға тура килә икән, үҙегеҙҙең хаталаныуығыҙ өсөн йәнегеҙҙе ашайһығыҙ.
15 – 18 балл. Магазиндарға барып әйбер һайлап йөрөүҙе һеҙ шәхси трагедияғыҙ тип иҫәпләй­һегеҙ.Тормош иптәшегеҙҙән кейем алдырғансы, үҙегеҙ йөрөп алһағыҙ, тағы ла килешлерәк булыр. Ғаилә мәшәҡәттәрен дә еңеләйтерһегеҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға