11.09.2012 Модаға ингән Афәт
"Был ни булды әле? Учалы ҡалаһында ер һелкенде", "Йәшлек", N69, 7 сентябрь, 2012 йыл
Учалы ҡалаһында ер тетрәү хәбәрен ишеткәс, егерме йылға яҡын хәтеремдән сыҡмаған бер хәл тураһында яҙырға булдым.
Беренсе осраҡ
1994 йылда эш менән Һамар ҡалаһында булырға тура килде. Йүнлерәк ҡунаҡханаларҙа хаҡтар тешләшкәнгә күрә бер ниндәйҙер күрмәлекһеҙ генә мосафирҙар ҡуналҡаһында (дом для заезжих) ҡунырға тура килде. Унлап карауат торған ҙур бер бүлмә. Төҙөлөш эштәре башҡарып йөрөгән Әрмәнстандан килгән әрмән егеттәре бында бер нисә көн йәшәп ята икән. Шул бүлмәлә миңә бер буш урын табылды. Кисен ашап-эсеп һөйләшеп ултырыуҙан башҡа шөғөл юҡ. Егеттәр алыҫтан, Кавказдан булғас, әңгәмәләшеү минең өсөн бигерәк тә ҡыҙыҡ. Уларҙың тыуып үҫкән ерҙәре, тормош, тәбиғәт шарттары тураһында һорашам. СССР тарҡалыуға йөҙ тотҡан ваҡыт. Союздаш республикаларҙа йәнләнеү осоро. Бигерәк тә Әрмәнстандағы ижтимағи фекер менән ҡыҙыҡһынам.
Нигеҙҙә, минең менән бер карауат аша ятҡан, бүтәндәренә ҡарағанда йәше буйынса өлкәнерәк егет һөйләште. Исемен онотҡанмын инде. Аңлауымса, ул егеттәрҙең башлығы кеүегерәк кеше ине. Ул һөйләгәндә бүтәндәре һис кенә лә һүҙгә тел тыҡмай, тыңлап ҡына яталар.
Һүҙ эйәрә һүҙ сыға, тиҙәр. Әңгәмәләшә торғас, Спитактағы ер тетрәүгә килеп төртөлдөк.
Белешмә. Спитак (икенсе атамаһы – Ленинакан) ер тетрәүе. 1988 йылдың 7 декабрендә Әрмәнстандың төньяҡ-көнбайышында Мәскәү ваҡыты менән 10 сәғәт 41 минутта булған 7,2 магнитудалы ғәйәт ҙур һәләкәт. Һөҙөмтәлә Спитак ҡалаһы һәм 58 ауыл тулыһынса, Ленинакан (бөгөнгө Гюмри), Степанакан, Кировакан ҡалалары һәм 300-ҙән ашыу ауыл өлөшләтә емерелә. Кәмендә 25 мең кеше һәләк була, 514 мең кеше йортһоҙ тороп ҡала. Дөйөм алғанда, ер тетрәү Әрмәнстан еренең 40 процентына зыян килтерә.
Мин үҙ сиратымда башҡортостандарҙың Спитак фажиғәһен үҙ фажиғәләреләй кисереүҙәре, республикала ҡаза күреүселәргә хәйриә ярҙамы йыйыуҙары, Башҡортостандан Әрмәнстанға ҡотҡарыу эштәрен башҡарыу һәм емереклектәрҙән таҙартыу өсөн айырым кешеләр һәм техника ебәреү хаҡында; хәйриә ярҙамын мәктәптәргә тиклем ойоштороуҙары, икенсе синыфта ғына уҡып йөрөгән өлкән улымдың, магазиндан уҡыу кәрәк-яраҡтары һәм нәфис әҙәбиәт һатып алып, “Әрмән дуҫыма” тип автограф һалып, бәләкәй генә посылка әҙерләп йөрөгәне тураһында һөйләйем…
Бәй!.. Артығыраҡ сурытып ташланыммы?.. Егеттәр бөтәһе лә тынып ҡалған! Мин дә (ниһайәттер инде) туҡтаным. Егеттәрҙең йөҙҙәре боҙолған, һөмһөрҙәре ҡойолған, уҫал ҡарайҙар. Пауза.
– Бер ниндәй ҙә ер тетрәү булманы, – тине башлыҡ егет ауыр тонда.
Шаҡ ҡатырҙы мине был һүҙҙәр менән!
– Ә нимә булды һуң? – тим бер ни аңлай алмай.
Башлыҡ яуабын уратып башланы. Ер тетрәүҙәрҙең әүҙем зонаһында тыуып үҫкән егеттең аңлатыуынса, бер ниндәй ер тетрәү ҙә бер секундта килтереп һуҡмай.
Ваҡ-төйәк тетрәүҙәрҙе иҫәпкә алмағанда, етди тетрәүҙе 20 – 30 минут алдан һиҙеп була. Был осраҡта бесәйҙәр тынысһыҙлана, эттәр тынып ҡала, шыңшый йәки олой башлай. Ниндәйҙер төр аквариум балыҡтары ҡуҙғый. Был билдәләр Спитак фажиғәһе алдынан бер ҡайҙа ла күҙәтелмәгән. Сейсмография станцияларында тәүлек әйләнәһенә эшләп торған аппараттар ер ҡатламдарынан шикле тулҡындар сәләмен бер ҡайҙа ла теркәмәгән, яҙмаған. Спитак тирәһендәге сейсмография яҙмалары менән танышҡас, япон белгестәре һәләкәткә тиклем ер тетрәү яҡынлашыуы тураһында мәғлүмәттәр юҡлығын әйткән. ҡыҫҡаһы, ер ҡуйыны тыныс булған.
– Ул сағында һәләкәт нилектән килеп тыуған һуң? – тим, тамам ғәжәпләнеп.
– Ер аҫтында атом шартлауы, – тине башлыҡ тыныс һәм ышаныслы тауыш менән.
Иҫ-аҡылым киткәйне ул саҡ. Булмаҫ, тинем, яңылышаһығыҙҙыр.
Егеттәр мине артыҡ ышандырырға ашҡынып та тормай ине.
Ошо ваҡытта һөйләшеү бөттө лә кеүек ине. Йоҡларға түшәген әҙерләп йөрөгән башлыҡ үҙ алдына һөйләгән ҡиәфәттә сираттағы дәлилен килтерҙе.
Ул мәл КПСС-тың Генераль секретары М. Горбачевтың АҡШ-та рәсми визит менән йөрөгән сағы булған. Башлыҡтың һүҙҙәренә ҡарағанда, генсектың Америка даирәләре менән һөйләшеүҙәр алып барыуын телевидение аша күрһәткәндәр. Фажиғәгә тиклем егерме минут ҡала генсек сәғәтенә күҙ һалған. Биш-алты минут ҡала тағы бер тапҡыр сәғәтенә ҡараған.
– ҡараһа ни булған? – тим.
– Горбачев атом шартлауы ваҡытын белгән! – тине башлыҡ, тауышын ярайһы күтәреп. – Дәүләт эшмәкәрҙәре осрашыуында кемдең сәғәтенә ҡарап ултырғанын күргәнең бар?!
– Әрмәнстанда атом шартлатып, донъя ҡыйратыу нәмәгә кәрәк булған?
– Сөнки ул саҡ союздаш республикалар СССР-ҙан сығыу сәйәсәтен башлағайны. ҡурҡытыу өсөн! – тине башлыҡ. Был ғәжәп һөйләшеү шуның менән тамамланды…
Икенсе осраҡ
1979 йылдың көҙөндә Стәрлебаш районының Карл Маркс исемендәге колхозында эшләп китергә тура килгәйне. Йәшергән ауылы була инде.
Ике ҡатлы колхоз идараһы бинаһы артына сыҡһам, аптырап киттем. Йорт кәрнизенән нигеҙенә тиклем йоҙроҡ һыйып китерлек кәкерсәкле-кәкерсәкле итеп ярылған. Нишләп бындай ярыҡ йорт һалдығыҙ, тим йәшергәндәргә. Тегеләр көлә. Стәрлетамаҡта һиҙмәнегеҙме ни, тиҙәр. Дүрт-биш йыл элек, былар йортто һалып бөтөүгә, Стәрлетамаҡ менән Стәрлебаш араһында ер аҫты атом шартлатыуы үткәрелгән. Ауылдарҙа йорт-ҡура һелкенгән, һауыт-һаба ватылған. Аҙаҡтан асыҡлауымса, ул саҡ шартлатыуҙы Стәрлетамаҡ химия заводтары ҡалдыҡтарын тултырыу өсөн ер аҫты резервуарҙары хасил итеү өсөн башҡарғандар. Тик әлегә тиклем Стәрлетамаҡ заводтарынан Стәрлебаш яғына һуҙылған производство ҡалдыҡтарын ҡыуҙырыусы торбаларҙы күргән юҡ. Предприятиеларҙың ҡалдыҡтары, элеккесә, шихандар эргәһендәге “Аҡ диңгеҙ”гә һәм Ағиҙелгә ағыуын дауам итә.
Өсөнсө осраҡ
Яңылышмаһам, 1990 йылдың июль – авгусы тирәһендә, Башҡортостан менән Татарстандың суверенитет өсөн көрәшенең ҡыҙған мәлендә, Татарстанда биш баллы ер тетрәү тураһында хәбәр ишетелгәйне.
Ғәжәпләнеү түгел, аҡылдан яҙырлыҡ. Иҫәр ҙә ышанмаҫлыҡ нәмә.
Бөгөн килеп, сейсмология әүҙемлеге миллион йылдар элек һүнеп, ҡартайып бөткән Урал тауҙары уртаһында, Учалыла ер тетрәү!
Бөтмәгән ер тетрәүҙәр китте түгелме? Учалынан ҡул һуҙымы ғына Белорет ерендә, тауында атом ҡалдыҡтары һаҡланған урындар булыуы барыбыҙға ла мәғлүм. Бер көн килеп, шул төбәктә “ер тетрәһә”, ҡалдыҡтар һаҡланған саркофагтар ҡыйралһа, “ер тетрәүҙәр” эҙемтәләре ниҙәргә килтереүен уйлаған кеше бармы икән?
Хәмит ИРҒӘЛИН,
Стәрлетамаҡ яҙыусылар
ойошмаһының яуаплы
секретары.