«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Авиаһәләкәт барыһын да шаңҡытты



11.09.2012 Авиаһәләкәт барыһын да шаңҡытты

"Йәшлек" гәзитенең 67-се һанында Лилиә Хәлитованың "ҡарағанда ҡулсаһы" ҡайҙа илтә?" тигән мәҡәләһе йәш саҡтарымды иҫкә төшөрҙө. Был фажиғә хаҡында белгәндәремде мин дә яҙып ебәрергә булдым.
1972 йылдың сентябрь айында Магнитогорск ҡалаһында туғандарымда йәшәнем. Яңы ғына булып үткән авиаһәләкәт хаҡында ҡалала хәбәрҙәрҙең төрлөһө йөрөй ине. Кешеләр ишеткән-белгәндәрен бер-береһенә еткереп торҙо.
Ил – 18 самолеты пассажирҙарын ниндәйҙер бер күлгә төшөрөргә йыйынған, сисенеп, әҙерләнеп бөткәндәр, меҫкендәр, тип һөйләнеләр. Тик, самолет электр бағанаһына бәрелеп, шартлаған, тинеләр. Самолет ҡолаған баҫыуҙа бик күп ҡағыҙ аҡса һибелгән, имеш, фажиғә урынына иң тәүҙә килеп етеүселәр уларҙы йыйып алған, тигән һүҙҙәр ҙә булғыланы. Авторҙың үҙенән был турала һорағас: “Эйе, бер ир самолет ҡолаған ерҙән күп итеп аҡса йыйып ҡайтҡан, тип һөйләне ололар. Әллә ысын, әллә буш һүҙ – магазинда бер янған купюра килеп сыҡҡас, милиционерҙар килеп тикшереп тә киткән. Рәсми сығанаҡтарҙа, тикшереү асыҡлауынса, самолеттың почта багажы ла, пассажирҙарҙың аҡсаһы ла юғалмаған, мародерлыҡ факттары теркәлмәгән, тип яҙылған. Бәлки, кеҫәләрендә ятҡан аҡсалары һауала осоп йөрөгәндер, самолет тиклем самолет шартлағанда әллә нимәләрең осоп китер”, – тине ул.
Мин йәшәгән фатирҙа хужаның өлкән малайы Магнитогорск металлургия комбинатында эшләй ине. ҡустыһы уны "гробовщик" тип үсекләй торғайны. Баҡһаң, егет эшләгән цехта авиаһәләкәттә һәләк булғандарҙы ерләр өсөн цинк табуттар етештергәндәр икән.
Ғөмүмән, ҡаланы ныҡ шаңҡытҡайны был авиаһәләкәт. Ундай фажиғәләрҙең беҙҙең төбәктә башҡаса бер ҡасан да булмауын теләйек.

Ишбулды ӘБЙӘЛИЛОВ.
Сибай ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға