«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Был башланғыс һәр төбәктә лә хуплау тапһын ине



07.09.2012 Был башланғыс һәр төбәктә лә хуплау тапһын ине

Салауат районы йәштәре “Таҙа ауыл” акцияһын ойошторҙо
Был башланғыс һәр төбәктә лә хуплау тапһын ине
Төҙөкләндереү эштәре районыбыҙҙа йыл әйләнәһенә дауам итә. Әммә үткән шәмбелә Малаяҙҙа уҙғарылған “Таҙа ауыл” акцияһы бик үҙенсәлекле булды. ҡулдарына йәшел таҫма таҡҡан йөҙҙәрсә егет-ҡыҙ, дүрт төркөмгә бүленеп, Салауат районы үҙәге урамдарын сүп-сарҙан таҙартты, Мәктәп урамындағы балалар майҙансығын төҙөкләндерҙе һәм сағыу төҫтәргә буяп ҡуйҙы.
Ярты көн дауам иткән изге эш бик һөҙөмтәле булды. Йәштәр һәм уҡыусылар 200-ләп тоҡ сүп-сар йыйҙы.
Кемдәр һуң был изге эште башлап йөрөүселәр? Улар – Малаяҙ башҡорт гимназияһының 2004 йылғы сығарылыш уҡыусылары Артур Булатов, Элина Шәйхуллина, Светлана Хөснөтдинова, Эльдар Алкин. Уларҙың инициативаһы менән башланған эште хуплап ҡаршы алыусы район хакимиәте, Салауат ауыл биләмәһе хакимиәте, район мәҙәниәт, мәғариф бүлектәре, был яҡты сараның бағыусылары – эшҡыуарҙар Артур Хатымов, Раян Әминев, Артур Закиров, Тереза Алкинаға рәхмәтле йәштәр. Үҙенең “МТЗ – 80” тракторы менән йәштәргә ярҙамға килгән Малаяҙ башҡорт гимназияһының тарих уҡытыусыһы Нур Яхъя улы Хәлиуллиндың тырышлығы ла иғтибарға лайыҡ.
“Таҙа ауыл” акцияһына арналған митингыла район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Владислав Килдейәров, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Маргарита Сәфәрғә­лина, мәғариф бүлеге начальнигы Нелли Рәхмәтуллина ла ҡатнашты һәм йәштәргә рәхмәт белдереп, изге теләктәрен еткерҙе.
Тәбиғәтебеҙгә битараф булмаған йәштәребеҙ кис район мәҙәниәт йортона йыйылды. Дүрт төркөмдөң дә етәкселәре халыҡ алдында эшләгән эштәре тураһында мәғлүмәт бирҙе. Кисәлә экологик темаға төрлө интеллектуаль уйындар, викториналар ойошторолдо. Унда ҡатнашҡан берәү ҙә бүләкһеҙ ҡалманы. “Таҙа ауыл” акцияһын башлап йөрөүсе Артур Булатов унда ҡатнашҡан һәр кемгә “Әлиә” магазинынан тауар алыу өсөн сертификаттар тапшырҙы. “Таҙа ауыл” акцияһының лидерҙары Артур Булатов, Элина Шәйхуллина, Светлана Хөснөтдинова, Эльдар Алкин район хакимиәте башлығының Почет грамоталары менән бүләкләнде. Әйткәндәй, был йәштәребеҙ бөтәһе лә юғары белемле. Артур Булатов – Өфө ҡалаһы хакимиәтендә әйҙәүсе белгес, Светлана Хөснөтдинова – БР Юғары судында судья ярҙамсыһы, Элина Шәйхуллина – Нефтеюганск ҡалаһының эске эштәр идаралығында бәлиғ булмағандар эше буйынса инспектор, Эльдар Алкин “Янғантау” шифаханаһында физинструктор булып эшләй.
Бына бит ниндәй һоҡланғыс йәштәребеҙ бар беҙҙең.
– Йәйҙең һуңғы шәмбеһен изге эшкә бағышларға уйланыҡ. Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү буйынса һәр мәктәптә даими эш алып барылырға, йәш быуынға экологик тәрбиә биреү ғаиләлә башланырға тейеш. Шуның өсөн дә сараға уҡыусыларҙы ла күберәк йәлеп итергә тырыштыҡ.
Акцияла Малаяҙ башҡорт гимназияһы уҡыусылары әүҙем ҡатнашты. Сараның һөҙөмтәләренә ҡарағанда, эшебеҙҙән ҡәнәғәтбеҙ. Беҙҙең башланғысты башҡа ауыл биләмәләрендә лә хупларҙар, тип ышанабыҙ, – ти Артур Нур улы.
Артабан бындай өмәләрҙе уҡыусылар үҙҙәре дауам итер. Иң мөһиме, алдынғы ҡарашлы йәштәребеҙ үҙҙәре йәшәгән мөхиткә хужаларса ҡараш кәрәклеген үҙ өлгөһөндә иҫбатланы.
Ирина НУРИЕВА.
Салауат районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға