«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Дини мәҙәниәттәр һәм донъяуи этика нигеҙҙәрен өйрәнеү кәрәкме?



07.09.2012 Дини мәҙәниәттәр һәм донъяуи этика нигеҙҙәрен өйрәнеү кәрәкме?

Мәғариф системаһы туҡтауһыҙ үҙгәрештәр кисерә, һәр яңы уҡыу йылы тиерлек мәктәптәргә ниндәйҙер яңылыҡ алып килә. Былтыр 1-се синыф уҡыусылары федераль дәүләт стандарттары буйынса уҡый башлаһа, быйыл 1 сентябрҙән мәктәптәрҙә дини мәҙәниәттәр һәм донъяуи этика нигеҙҙәре өйрәнелә башланы. Яңы фән бер йыл – 4-се синыфта ғына өйрәнелә, уның өсөн аҙнаһына бер сәғәт бирелә. Уҡыу-уҡытыу системаһындағы яңылыҡ тураһында фекерҙәрен белергә теләп, уҡытыусыларға һәм ата-әсәләргә мөрәжәғәт иттек.
Мәүлиҙә ЗӘЙНӘҒӘБДИНОВА, Көйөргәҙе райо­ны Ермолаев ҡасабаһының 2-се урта мәктәбе директорының уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары:
– Яңы фәнде уҡытыуға әҙерлек эшен күптән башлағайныҡ, ата-әсәләр менән һөйләшеүҙәр алып барып, уларҙың теләгенән сығып, ниндәй модулдәрҙе өйрәнеү мәсьәләһе хәл ителде. Класта дүрт уҡыусы ислам динен һайланы, ҡалғандар донъяуи этика нигеҙҙәрен өйрәнәсәк. Дәрестәрҙе махсус курс үткән уҡытыусылар алып барасаҡ, уҡыу әсбаптары ла алдыҡ. Ата-әсәләр араһында яңы фәнде өйрәнеүгә ҡарата ҡаршылар булманы. Ғөмүмән, дини мәҙәниәттәрҙе һәм донъяуи этика нигеҙҙәрен өйрәнеү тик файҙаға ғына тип уйлайым. Сөнки ул уҡыусылар­ҙың мәҙәни кимәлен үҫтереүгә булышлыҡ итә. Өҫтәүенә, был фән 4-се синыфта ғына өйрәнелә. Өлкән синыфтар­ҙа ла үтелһә, уҡыусылар өсөн дәрестәр һаны күбәйеп, өҫтәмә көсөргәнеш булыр ине.

Альбина АБДУЛОВА, башланғыс синыфтар уҡытыусыһы, Баймаҡ районы:
– Минең класымда 11 бала, барыһы ла ислам дине нигеҙҙәрен һайланы. Ата-әсәләр яңы фәнде өйрәнеүгә риза, 1 сентябрҙә лә бер нисә ата-әсәнән был турала ыңғай фекер ишетергә тура килде. Был фәнде уҡытыуҙың төп маҡсаты – балаларҙа дингә ҡарата дөрөҫ ҡараш тәрбиәләү, уны аңлы рәүештә ҡабул итергә өйрәтеү һәм балалар­ҙы яңылыш ағымдарға эләгеүҙән ҡурсалау. Минеңсә, дини мәҙәниәттәрҙе өйрәнеүҙең тәрбиәүи әһәмиәте ҙур. Сөнки ниндәй генә динде алһаҡ та, улар насарлыҡҡа өйрәтмәй, киреһенсә, мәрхәмәтле, кешелекле булырға өндәй. Балаларға яңы фәнде өйрәнеүе ауырыраҡ булыр, тип уйлайым. Сөнки әле үк әйтһәң, ул нимә була ул, нисек, тип һорашалар. Дәрестә беҙ аяттар, доғалар өйрәнмәйбеҙ, ә диндең ҡайҙан, нисек барлыҡҡа килеүен асыҡлайбыҙ. Балаларҙың белеме өсөн баһа ла ҡуйылмаясаҡ.

Сәлих СӘҒИТОВ, атай:
– Мәғариф системаһында бер туҡтауһыҙ үҙгәрештәр индереүгә ҡасан сик ҡуйылып, ул бер тотороҡло системаға әүерелер икән? Әле бер нәмә, әле икенсеһе тип уҡыусыларҙың да, ата-әсәләр­ҙең дә башын ҡатыралар. Минеңсә, мәктәптә рус теле, математика, туған тел, тарих, химия, физика, биология, география кеүек төп фәндәр генә уҡытылырға тейеш. Барыбер барыһын да балаға һеңдереп бөтөп булмай, үҙе теләгәнен ул аҙаҡ та өйрәнә ала. Расписаниеға бар фәндәрҙе лә һыйҙырып булмай бит, беҙ уҡыған заманда өлкән кластарҙа ла иң күбе алты дәрес була торғайны. Хәҙер улар ете-һигеҙ булып китте түгелме? Ошондай мәғәнәһеҙ дәрестәргә һәм бөтмәҫ-төкәнмәҫ реформаларға бөтөнләй ҡаршымын.

С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға