«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Кемдәр “иң-иң“дәр булыр?



07.09.2012 Кемдәр “иң-иң“дәр булыр?

Ошо көндәрҙә Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге хөкүмәт премияһы буйынса махсус комиссияның ултырышы үтте. Унда 2012 йылда премияға дәғүә итеүселәрҙең исемлеге раҫланды.

ШӘРӘФЕТДИНОВ Дамир Мөлҡаман улы – республика баҫмаларында, шулай уҡ интернетта Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫеше, йәмғиәт именлеге мәсьәләләрен сағылдырған материлдар серияһы өсөн “Аманат” журналы редакцияһы коллективы тәҡдим итте.

АРСАЕВА Зөһрә Фәнил ҡыҙы – “Юлдаш” радиоһы эфирында яңғыраған “Башҡортостанда эшләнгән” радиотапшырыуы, “Хәбәрсе яҙмалары” тапшырыуы өсөн Асҡын районы хакимиәте советы президиумы тәҡдим итте.

ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА Альбина Шәһиҙулла ҡыҙы – “Башҡортостан ҡыҙы” журналында ғаилә проблемаларына арналған мәҡәләләре өсөн “Башҡортостан ҡыҙы” журналы редакцияһы коллективы тәҡдим итте.

ЛИНДЕР Андрей Александрович – “Мечетлинская жизнь” гәзитендә социаль тематикаға арналған фотоматериалдары өсөн “Беҙҙең тормош” редакция-нәшер комплексы коллективы тәҡдим итте.

МӘЖИТОВ Даян Тәлғәт улы – “Башҡортостан” гәзитендә “Аҙна ҡаҙнаһы”, “Иҡтисади күҙәтеү” рубрикаларында һәм “Башҡорт донъяһы” махсус сығарылышындағы мәҡәләләр циклы өсөн “Башҡортостан” гәзите редакцияһы тәҡдим итте.

РӘХИМОВА Мәүлиә Спартак ҡыҙы – “Учалинская газета” баҫмаһында төбәктең инвестиция, инновация, торлаҡ сәйәсәте һәм социаль-иҡтисади үҫеше хаҡындағы мәҡәләләр серияһы өсөн “Учалинская газета” редакцияһы коллективы тәҡдим итте.

СӘХӘПОВА Рәзифә Ғәли ҡыҙы менән ТИМЕРХАНОВ Илдус Хәмит улы – “Баҙы буйы бөҙрә тал” китабы өсөн “Саҡмағош мәғлүмәт үҙәге” редакция-нәшер комплексы коллективы тарафынан тәҡдим ителделәр.

ТОЛОМҒУЖИН Зөфәр Ғәли улы – “Шәжәрә тәрбиәгә эйә” китабы өсөн “Салауат” гәзите редакцияһы коллективы тарафынан тәҡдим ителде.

ХУЖИН Мәхмүт Хәйрүш улы – “Ағиҙел” журналында социаль өлкәләге, йәмғиәт тормошондағы мөһим хәл-ваҡиғаларҙы яҡтыртҡан материалдар серияһы өсөн “Ағиҙел” журналы коллективы тарафынан тәҡдим ителде.

Әлеге мәлдә Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премияға дәғүә итеүселәрҙең эштәре ҡарала. Сентябрь аҙағында уларҙың исемдәре билдәле буласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға