«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Бәхет тәүфиҡлыны ярата



07.09.2012 Бәхет тәүфиҡлыны ярата

Алина һылыуҙың «Еҙнәмде һөйәм» тигән хатын уҡығандан һуң был балаҡайға: «Һиңә йөрәген бүләк итергә теләмәгән кеше йөрәгеңде әсир итмәһен», − тип кенә әйтке килә.
Беҙҙең халыҡта: «Үлемдән оят көслө», − тигән мәҡәл бар. «Еҙнәмә булған мөхәббәтемде өйҙәгеләр белеп ҡалһа, мин был донъяла йәшәй алмаясаҡмын», − тигәнһең. Тимәк, ояла беләһең. Ә йөҙөңә оятсылыҡ килтергән, һине күрәләтә бәхетһеҙ итергә йыйынған аҙғынлыҡтың асылын аңламайһың. Күрәләтә һине бәхетһеҙлеккә илткән мөхәббәт нимәгә ул?!
Еҙнәң, күренеп тора, боҙоҡ, хыянатсы кеше. Миңә апайың йәл, ул ғүмере буйы ошо хыянатсы иргә түҙеп йәшәргә, яфа сигеп, балалар үҫтерергә мәжбүр буласаҡ. Әле, ярай, апайыңды ул ҡатыны итеп күрә, унан тартына. Ә һине, мауығыуын мөхәббәт тип ҡабул иткән иҫәркәйҙе, ул монафиҡ, ике йөҙлө әҙәм сүп урынына ла күрмәй бит. Сафлығыңды алып, мыҫҡыл итер ҙә, иртәгәһенә һинең яҡҡа боролоп та ҡарамаясаҡ. Һинең ғүмерең, сафлығың, хистәрең, һаулығың, киләсәгең уға бер тин шайы түгел. Ошо әйткәнде аңлаһаң, ул кеше һиңә әҙәм аҡтығы булып күренәсәк. Яратыу ике яҡтан да булғанда ғына бәхет килтерә.
ҡыҙ баланы Аллаһы Тәғәләбеҙ донъяға әсә булыр өсөн яралтҡан. Беренсе осрашыу­ҙа уҡ ауыр­ға ҡалырһың. Ул, бала минән түгел, тип танасаҡ. Шунан ни эшләрһең? Бындай мәсхәрәне күтәрә алмай, аҫылынып үлерһеңме? Балаҡай, үҙеңде генә түгел, бер юлы әллә нисәмә кешене бәхетһеҙ итергә, ҡара ҡайғыға һалырға йөрөй­һөң: апайыңды, атайыңды, әсәйеңде, үҙеңде. Был хәлдән һуң аҙаҡ нисек бер-берегеҙҙең күҙенә ҡарап йәшәрһегеҙ? Ғаиләгеҙ абруйын аяҡ аҫтына һалып тапарға ярамай бит.
Халҡыбыҙҙа «тыйнаҡлыҡ», «тәүфиҡ» тигән бик матур һүҙҙәр бар. Бәхет сибәрҙәр­ҙе, матурҙарҙы түгел, тыйнаҡлыны, тәүфиҡлыны ярата, ти. Ваҡытлыса нин­дәй­ҙер мауығыу үтер. Үҙеңде тота бел, тыйнаҡ бул, тәүфиғыңдан яҙма.
Ғөмүмән, ҡыҙ баланың бәхете үҙ ҡулында. Сафлығын юғалтмай кейәүгә сыҡҡан ҡыҙ иренән ихтирам күрә, ә аҙып-туҙып йөрөгәндәр хурланып ғүмер итә. Телевизорҙағы модалы кино түгел тормош, уның үҙ ҡанундары, үҙ йолалары бар.
Шулай итеп, һылыу, һиңә кәңәшем: аҡылыңды ярһыу хистәреңә баш итеп ҡуй. Эре аҙымдар менән алға, бәхетле киләсәгеңә табан атла! Онотма, Алина, һәр кешене Аллаһ донъяға бәхет өсөн парлы итеп яралта. Һин дә бер саҡ үҙ парыңды, үҙ мөхәббәтеңде табырһың. Әле бик йәшһең. Сабыр бул, көт, килер ысын мөхәббәтең!

Лира ЯҡШЫБАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға