07.09.2012 Нисек үҙемә ҡаратайым?
Иң тәү сиратта күңелең төшкән ҡыҙға ҡарата мөмкин тиклем иғтибарлы бул. Ул нимә ярата, нимәне яратмай, буш ваҡытын нисек үткәрә, ғөмүмән, ни менән йәшәй – барыһын да белергә тырыш. Мөмкинлек сыҡҡан һайын, үҙеңә ҡыйын булһа ла, уға ярҙам ит, булыш. Иғтибарлы булһаң, һиңә лә иғтибарлы булырҙар. Хәҙер уйлап ҡарайыҡ әле: ябай кеше нимә ярата? Бөтә кеше лә үҙ-үҙен ярата. Һәр кешегә үҙенең исеме татлы, уны ишетеү рәхәт. Шуға күрә ҡыҙҙың үҙе алдында ла уның исемен йыш ҡабатлауҙан ҡурҡма.
Бүләк йәки күстәнәс шулай уҡ һәр кемгә ҡыуаныс килтерә. Ләкин бүләктең дә төрлөһө була. Энә лә бүләк, дөйә лә. Эйе, нәҡ бына шуға күрә бүләкте бик уйлап һайла. Әгәр ҙә ул ҡыҙ күптәнге танышың булып, уның зауығын, теләктәрен яҡшы беләһең икән, ҡиммәтле әйбер ҙә бирә алаһың. ҡыҫҡаһы, ни генә һайлаһаң да, бүләгең зиннәтле, күркәм булһын. Теләһә ҡайһы байрам, тантана уңайынан, теләһә ниндәй форсатта иң яҡшыһы – сәскә биреү. Сәскә яратмаусы ҡыҙҙар ер йөҙөндә юҡтыр, моғайын. Сәскә бүләк итһәң, отолмаҫһың. ҡыҙҙар уға шатланасаҡ. Шуның өҫтөнә, белдерергә ҡыйыулығың етмәгән хис-теләктәреңде шул сәскәләрҙән «әйттерә» алаһың. Сөнки сәскәләр ‒ ниндәйҙер хикмәт символы. Төрҙәре буйынса ҡараһаҡ, сәскәләр теле менән түбәндәге хистәрҙе белдерергә мөмкин: ҡыҙыл ҡәнәфер – көслө мөхәббәт, дәрт; аҡ ҡәнәфер – һағыш, һары – нәфрәт, аҡ лилиә – сафлыҡ, ҡыҙыл рауза – мөхәббәт, бер бәйләмдәге ҡыҙыл һәм аҡ сәскәләр – ялҡынлы, ҡайнар мөхәббәт, һарылары – хыянат, умырзая – йыуатыу, ынйы сәскә – ҡабаттан ҡайтҡан бәхет, ләлә сәскәһе – мөхәббәтеңде аңлатыу.
Рәмилә ВӘЛИУЛЛИНА әҙерләне.