«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Хаҡтарҙы теҙгенләп булырмы?



04.09.2012 Хаҡтарҙы теҙгенләп булырмы?

Уҙған аҙнала бензин тағы ла ҡиммәтләнде. Хәҙер яғыу­лыҡҡа хаҡ ил буйынса литрына уртаса 27,42 һум тәшкил итә.
АИ-95 бензин ҡайһы бер өлкә-республикаларҙа 29 һумға тиклем барып етте. Төбәктән-төбәккә, әлбиттә, был һан арта ғына бара. РФ Энергетика министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, беҙҙең илдә яғыулыҡ етерлек, уға хаҡтарҙың артыуына бер ниндәй ҙә сәбәп юҡ. Эксперттар фекеренсә, бензин королдәре был хәлде яғыулыҡ компаниялары менән хөкүмәттең яғыулыҡҡа хаҡтарҙы «теҙгенләп тороу» килешеүенең ваҡыты уҙыуы менән бәйләй. Яғыулыҡ баҙарындағы ҡиммәтселеккә аптырайһы түгел. Һалымдар үҫкәндә, инфляция күтәрелгәндә, ни эшләп бензинға хаҡ артмаһын, ти.
Уның артынан эйәреп, тауарға ла хаҡ арта...
З. ХӘСӘНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға