«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Енәйәт һәм яза



04.09.2012 Енәйәт һәм яза

Енәйәтселәрҙең ҡорбандары – эскеселәр һәм наркомандар

Ойошҡан енәйәтселеккә ҡаршы көрәш бүлеге хеҙмәткәрҙәре яңыраҡ Өфөлә «ҡара риэлторҙар» бандаһы эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгән күсемһеҙ милек агентлығы директорҙарының береһен ҡулға алған.
Тәфтишселәр фараздарынса, 37 йәшлек коммерсант фатирҙар менән мутлыҡтар ҡылыусы енәйәтсел төркөмдөң әүҙем ағзаларының береһе булған. Енәйәт ҡорбандары − эскеселәр һәм наркомандар.
Былтыр полиция хеҙмәткәрҙәре ялған документтар эшләп фатир һатырға маташҡанда дүрт кешене ҡулға алғайны. Торлаҡтың хужаһын бер нисә ай буйы эҙләйҙәр. Енәйәттә ғәйепләнеүселәрҙең береһе һуңынан ғына уны үлтереүҙәре хаҡында әйтеп, мәйет йәшерелгән урынды күрһәтә. Оперативниктар артабан был төркөмдөң бер нисә енәйәткә ҡағылышы булыуын асыҡлай. Күсемһеҙ милек агентлығын тикшергәндә, полиция хеҙмәткәрҙәре фирма клиенттарының бик серле рәүештә юғалыуын асыҡлай. Ойошма директоры һәм төркөмдөң дүрт лидеры әле һаҡ аҫтында.

Абай булығыҙ, ололар!

Профессиональ бурҙар Өфө пенсионерҙарын төп башына ултыртыуын дауам итә.
Өс пенсионер әбей, мутлашыусыларҙың һүҙҙәренә ышанып, йыйған ғына аҡсаларын уларҙың ҡулдарына тоттороп ебәрә. ҡарсыҡтарҙың береһенең телефонына бер ир шылтырата һәм кешене машина менән бәрҙереүен, 200 мең һум аҡса талап ителеүен әйтә. Шылтыратыусыны ҡарсыҡ үҙенең улы икән тип уйлай һәм, янымда үҙем менән 10 мең һум ғына аҡсам бар, ти. Уныһына ла риза була аҡса таптырған кеше. Тиҙҙән курьер килә. Әбей аферистар ҡорбанына әүерелгәнен аңлап ҡала һәм тиҙ генә полицияға хәбәр итеп машинаның номерын әйтә. Бурҙы ҡулға алалар. Ошо уҡ көндө тағы ике ҡарсыҡ аҡсаларынан яҙа.


Еңел аҡса эшләү юлын һайлағандар

Өфөлә сираттағы фәхишәләр притоны юҡҡа сығарылды.
Хоҡуҡ боҙоусыларҙы БР буйынса Эске эштәр министрлығының этник енәйәт төркөмдәренең эшмәкәрлегенә ҡаршы подразделениеһы хеҙмәткәрҙәре ҡулға алды.
Оператив мәғлүмәттәр буйынса республикаға фәхишәлек менән шөғөлләнеү өсөн сит илдән ҡыҙҙар килтерелеүе билдәле була. Притонда «тир түгеүсе»ләрҙең шәхесен асыҡлай башлағас, мәғлүмәт раҫлана. «Төнгө күбәләк»тәр араһында 20 йәшлек Нигерия ҡыҙы ла була. Ул Өфөгә Воронеж ҡалаһынан килгән, ә унда институтта белем алған. Тик уҡыу яғы аҡһағас, ҡыҙ үҙенә икенсе «һөнәр»ҙе һайларға ҡарар итә – Рәсәйҙе һис ташлап киткеһе килмәй. Унан башҡа, фатирҙа тағы республикалағы төрлө райондарҙан килеүсе өс ҡыҙ клиенттарҙы хеҙмәтләндергән.
Фәхишәләргә ҡарата административ протоколдар төҙөлдө, ә Нигерия гражданкаһына Федераль миграция хеҙмәтенең республика буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре алдында виза режимын боҙған өсөн яуап бирергә тура киләсәк. Әлеге ваҡытта енәйәт эше ҡуҙғатыу өсөн полицейскийҙар притонды ойоштороусыларҙы асыҡлай.

БР буйынса Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре
буйынса Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА һәм Лилиә ХӘЛИТОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға