«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » “Мистер Салауат”



04.09.2012 “Мистер Салауат”

Сүриәлә ғәрәптәр, Күгәрсен районы егетен хөрмәтләп, уға шулай мөрәжәғәт итә
Башҡортостан юлдаш телеканалының «Башҡорттар» тигән тапшырыуында СүриӘ дәүләтендә эшләп йөрөгән Күгәрсен районы егете Салауат Ибраһим улы Хәлилов менән әңгәмә булды. ҡыҫҡаса ғына данлыҡлы яҡташыбыҙ менән таныштырып үтмәксемен.
Салауат Хәлилов 1951 йылдың 1 ноябрендә донъяға килә. Уға 2 йәш тә туғыҙ ай тирәһе ваҡытта эргәләрендәге йылға буйында үҙенән ҙурҙар − 6 − 8 йәшлек балалар менән уйнап йөрөгәндә, күмер үртәгән соҡор өҫтөнә барып менә һәм янып ятҡан күмер менән ишелеп төшә. Апаһы Нәзирә барып күтәреп алғансы, малай­ҙың аяҡтары бешеп өлгөрә. Әмәлгә ҡалғандай, бәхетһеҙлекте һиҙгән кеүек бригадир аталары бесәндән ҡайтып төшә һәм улын шунда уҡ ат менән район дауаханаһына алып китә. Хирург бәләгә тарыу­сы баланың аяғын ҡырҡырға тигән фекергә килә.
Малайҙың атаһы менән әсәһе кәңәшләшеп, бер көндө иртә менән дауахананан тәҙрә аша уны алып ҡаса һәм улдарын өйҙә халыҡ медицинаһы ысулы менән дауалай башлайҙар. Улар хирургтан көслө булып, еңеп сыға. Салауат аяҡҡа баҫа, уҡырға бара, үҙҙәрендәге һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлай. Артабан Мораҡ урта мәктәбендә белем алыуын дауам итә. Үҙҙәрендә уҡығанда ла, урта мәктәптә лә һәр ваҡыт саңғы ярышында ҡатнаша.
Урта мәктәптән һуң баш ҡалабыҙ Өфөләге нефть институтына юллана һәм һынауҙарҙы уңышлы тапшырып, унда уҡырға ҡабул ителә. Салауат вузда уҡығанда йәйге семестрҙа төҙөлөш отрядтарында эшләй. Тыуған районындағы төпкөл ауылдарына электр уты һуҙҙылар, ләкин ул ауылдарҙың ҡайһы берҙәренә «перспективаһыҙ» мөһөрө һуғылып, юҡҡа сығарылды.
Мистер Салауат (Сүриәләге заводта эшләгән башҡорт егетенә ғәрәптәр шулай тип өндәшә) вуздан һуң армия сафына саҡырыла. Хәрби хеҙмәтен запастағы капитан званиеһында тултырып ҡайта, өйләнә, ҡатыны ла химик. Алған һөнәрҙәре буйынса эш башлайҙар. Төҙөлөш эше буйынса СССР-ҙың төрлө ҡалаларында булалар. Иң һуңғы туҡталыш урындары булып Төмән өлкәһенең Тубыл (Тобольск) ҡалаһы иҫәпләнә. ҡыҙҙары Эльвира шундағы урта мәктәпте тамамлағас, институтта белем ала. Юғары уҡыу йортон тамамлап, шунда уҡыта башлай, доцент дәрәжәһенә күтәрелә. Ул үҫтерә.
Салауатҡа ун йәш булғанда фронтовик лейтенант атаһы ике ҡыҙ һәм өс улын ҡалдырып, ҡаты ауырыуҙан һуң яҡты донъяны ҡалдырып китә. Әсәләре бар тырышлығын һалып, балаларының бөтәһенә лә урта белем алырға шарт тыуҙыра. Үҙе лә 65 йәшендә, бөтә балаларын башлы-күҙле итеп, вафат була.
Салауат «Строй­трансгаз» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең ГПЗ−2 төҙөлөш идаралығында генераль-техник директоры. Тәүге йылда Хомс ҡалаһында йәшәнеләр, бола башланғас, Дамаскҡа күстеләр.

Искәндәр ӘМИНЕВ.
Күгәрсен районы,
Юлдыбай ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға