04.09.2012 Күрҙемде күрҙем әле
йәки Тәтешле районының мәғрифәтсе Ғәле Соҡорой эҙҙәре һаҡланған, халыҡ шағиры Әнғәм Атнабай, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Зинира Атнабаева тыуған иң матур ауылының кешеләре лә гүзәл
Мин Күрҙемдә күрҙем көләс йөҙлө,
Тиң күңелле тыйнаҡ ғорурлыҡ;
Был сифаттар беҙҙең балаларҙың
Балаһына үрнәк булырлыҡ!
Әнғәм Атнабаев, 1985 йыл.
Күптән түгел, изге рамаҙан айында Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Зинира ҡасим ҡыҙы Атнабаева үҙенең күркәм тыуған яғына − Тәтешле районының иң гүзәл ауылдарының береһе Күрҙемгә ҡайтып, яҡташтары, яҡындары, туғандары менән осрашып, Ғарифулла хәҙрәт мәсете нигеҙендә төҙөлгән Хатип мәсетенә хәйер-саҙаҡа һалып, доға ҡылды.
Башҡортостаныбыҙ шул тиклем матур: ҡайҙа ғына барһаң да үҙебеҙҙең республикабыҙҙы һағынып, уны маҡтап ҡайтабыҙ. Тәтешлелә лә иҫ киткес гүзәл тәбиғәт, шыршылы урмандары ла, легендаға бай тауҙар ҙа, күлдәр ҙә етерлек. Халҡының ихласлығы, итәғәтлелеге, тырышлығы тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Мин ысын күңелдән был ерҙәрҙең уңдырышлылығына, халҡының көнкүрешенә, етеҙлегенә хайран ҡалдым. Донъяларын гөл-сәскәгә күмгән кешеләр йәшәй был яҡтарҙа. Эйе, легендаға, тарихҡа бай, үҙенсәлекле ер был яҡтар. Сабыр ҙа, шаян да, йор һүҙле, үткер күҙле замандаштарым йәшәй был төбәктә. Ниндәй генә ерҙә булма, ҡайҙа ғына юл ташламаһын, иң беренсе алыҫ-алыҫтан ошо ауылдың, ҡаланың мәсете йә сиркәүе ялтырап күренеп тора. Был бит иман билдәһе. Бындай тырыш бәндәләрҙең илендә − Күрҙемдә лә, уның тирә-йүнендә лә, юл буйында иң беренсе мәсет манараһы пәйҙә була. Ошо хәлде күреп, ихлас ҡыуандым, иман йорттарын бар иткән бәндәләргә күңелемдән рәхмәт уҡыным.
Бик борон Тәтешле яҡтарында тик ҡара урман ғына булған, тиҙәр. Ошо яҡтың Соҡор ауылынан сыҡҡан билдәле башҡорт мәғрифәтсеһе, мулла, шағир Ғәли Соҡорой (Мөхәмәтғәли Кейеков) бер мәл сәйәхәткә сыҡҡанда, ҡарурмандар араһында ялтырап ятҡан асыҡлыҡты күреп: «Күҙ күреме етмәҫ, ҡарурмандан сығып, ошондай ҙа ер күрҙем», − тигән ти. Бына шулай итеп Күрҙем ауылы барлыҡҡа килгән, ти урындағы халыҡта.
Был ауылда Ғәли Соҡоройҙоң улы Ғарифулла мулла йәшәгән. 1889 − 1917 йылдарҙа ул Күрҙем ауылы мәсетендә имам хатип булған. Заманалар буталған мәлдә Ғарифулла мулланы язалап үлтергәндәр. Төрлө муллалар һәм төрлө мәлдәр булған. Тормош бер аҙ яҡшырып, Тәтешле яҡтарына асфальт юлдар, газ үткәс, был мәсеттең нигеҙенә мулла Хатип Әхмәтҡәләмовтың бүләһе Азамат атлы егет мәсет төҙөтә башлай. Һуңынан был эште үҙ ҡулына Зинира Атнабаеваның бер туған ағаһы Мәғдән ағай ала. 2003 йылда төҙөп бөтөп, мәсетте асалар. Хәҙер инде ун йылға яҡын «Хатип» мәсетенең изге урынында изге ниәттәр менән башлап ебәргән эшен − муллалыҡ бурысын Мәғдән ағай атҡара. Уға бөгөн − 80 йәш. Барлыҡ кешеләргә үрнәк булырҙай 80 йәшлек «егет»те осратҡаным юҡ ине әле. Был тиклем дә иманлы зат булһа була икән ул − йәштәр башҡара алмаҫ эштәрҙе башҡара бит ул! Үҙе рулдә, осоп йөрөй төҫлө. Бөтә ауыл халҡына кәрәкле барлыҡ дини йолаларҙы үтәүҙе үҙ өҫтөнә алған уҙаман, хәләл ефете Миңниса апай менән 60 йылдан ашыу татыу тормош кисерә. Ул мәсетте лә, халыҡҡа хеҙмәт итеүҙе лә, зыяратты ла, хатта «Хәҙрәт шишмәһе»н ҡарауҙы ла үҙ өҫтөнә алған. Оло йәштәге кешенең барыһына ла нисек өлгөргәненә хайран ҡалырлыҡ. Ошоғаса күпме ерҙә булып та, ҡаралған, шау сәскәгә күмелгән зыяраттарҙы күргәнем юҡ тиһәм, бәлки кемдер аптырап та ҡуйыр. Ләкин был ысын. Күрҙемдә, һуңғы юлға оҙатылған ҡан ҡәрҙәш быуын-быуын яҡындарыбыҙҙың иманлы изге йортон ысын мәғәнәһендә гөл баҡсаһына әйләндергәндәр.
Зинира ҡасим ҡыҙы ауыл зыяратына инеп, ғәзиз әсәһенең, Ғарифулла хәҙрәттең ҡәберенә доға ҡылып, сәскәләр һалғас, «Хәҙрәт шишмәһе»нә килде. Ете урындан бәреп сығып, сылтырап ағып ята ул. Мәғрифәтсе, аҡһаҡал Ғәли Соҡорой тапҡан Күрҙем ауылы уртаһында, атлығып ағып ятҡан был шишмәне уның иҫтәлегенә «Хәҙрәт шишмәһе» тип атағандар һәм шишмәнең ете сығанағына «Бәхет», «Мөхәббәт», «Аҡыл», «Сәләмәтлек», «Именлек», «Матурлыҡ» һәм «Батырлыҡ» тип ете исем биргәндәр.
Йыл һайын 14 майҙа ошо «Хәҙрәт шишмәһе» буйында, йәм-йәшел үлән ҡалҡҡас, төрлө-төрлө хуш еҫле сәскәләргә күмелгән ер-әсәне тәбрикләп, Аллаһы Тәғәләгә табынып, уны маҡтап, рәхмәт уҡып, тирә-йүндән йыйылған мосолман-ҡәрҙәштәр сөхвәт йыйыны үткәрә, зекер әйтә. Шишмәгә хәйер-саҙаҡаларын һалып, доға ҡылып, һыуын эсәләр.
«Ваҡытым булған, мөмкинлек тыуған һайын тыуған яҡтарыма ҡайтып, «Хәҙрәт шишмәһе»нә килеп, һыуын эсмәй ҡалмайым. Аллаға шөкөр, ҡорбан салдырып, ауылдағы ҡарттар йортона, балалар йортона таратам», − ти Зинира ҡасим ҡыҙы.
− «Хәҙрәт шишмәһе»н таҙартып, сафландырып тороуҙы Мәғдән ағайым үҙ ҡулына алған. Мин туғандарымдың барыһы менән дә ғорурланам − ти ул. − Атайым һуғышҡа киткәндә, әсәйем ете бала менән һигеҙенсеһенә ауырлы булып ҡалған. Әнғәм ағайымды атай тип үҫтек. Ә бит шул мәлдә уға ни бары 14 кенә йәш булған. Әсәйем ошо балалар өҫтөнә Ленинградтан эвакуацияланып килгән дүрт кешене өйгә йәшәргә индерҙе. Өйөбөҙ ҙур ике ҡатлы, 14 ишекле ине. Аня апай, уларҙың ағас аяҡлы өләсәләре, ике бала бергә йәшәнек. Әсәйем менән Аня апайҙы икенсе колхозға ураҡҡа ебәрәләр ине. Беҙ Оксана, Мир, күмәкләп ашарға эҙләйбеҙ. Кесерткән, йүкә япрағы һәм башҡа ашарға яраҡлы үләндәрҙе йыйып, аш бешерә инек. Шулай итеп, Чувановтар ғаиләһе менән ике йыл бергә татыу йәшәнек.
Ғөмүмән, әсәйебеҙ беҙҙе итәғәтле, тәртипле итеп тәрбиәләне. Замана шауҡымы менән, «Ғәлиә» мәҙрәсәһен дә бөтөрә алмай ҡалған ҡәҙерлебеҙ Туҡай шиғырҙарын яттан белә ине. Әнғәм ағайым − 14 йәшлек малай ҡулдан төрлө тиҫтерҙәренең мәҡәләләрен яҙып, тылда фашистҡа ҡаршы журналдар сығара торғайны. Лозунгылар яҙып, полотноларға портреттар, рәсемдәр төшөрөп, күрше колхоздарға, мәктәптәргә тарата. Уның өсөн икмәк, май алып ҡайта. Беҙ, балалар уның ҡайтҡанын көтөп, йүгереп барып ҡосағына һыйынабыҙ. Шулай итеп, 7 − 8 бала аслыҡты ямап йәшәнек.
Мин һәр ваҡыт та ҡайҙа булһа ла, ни һөйләһәм дә ағайымдан үҙемде айырып һөйләй алмайым. Һәр саҡ уның янында булдым. Өфөгә лә ағайым артынан эйәреп килеп «Кызыл таң» гәзитендә эшләнем. Уның пьесаларының барыһында ла уйнаным. Китап яҙа башлауым да ағайымдан килгәндер. Ә ағайыма − әсәйемдән, әсәйемә ҡартатайымдан.
Атайым һуғышҡа тиклем бер туған ағаһы ҡәҙим бабай менән икеһе ике колхозда рәйес булған. Атайым − «Карл Маркс», ҡәҙим бабайым «Урал» колхозында. Колхоздың бер тине өсөн көрәшеп йәшәгән улар. ҡыҙғанысҡа ҡаршы, икеһе лә бер көндө һуғышҡа китеп, әйләнеп ҡайтманылар. Беҙ атайыбыҙҙы һуғыш бөткәс тә ҡайтыр тип көттөк. Сөнки әсәйем менән ағайым беҙгә «ҡара ҡағыҙ» тураһында белдермәне. Ғөмүмән, беҙҙе аслыҡтан бал бабайыбыҙ ҡортҡарҙы. Уның ғүмер буйы умартаһы булды, картуф сәсте. Бал бабайымдың (Дәүләтҡужа ҡарт) өҫтөнән ялыу яҙып, һөргөндә булып ҡайтҡас, өләсәйем йортона килеп инде. ҡатынын, балаһын, киленен һөргөндә ерләгән бабайым бер нимәһеҙ яңынан донъя көтә башланы. Бал айыртҡан сағында бөтә ауыл балаларын теҙеп ҡуйыр ҙа, һәр беребеҙгә йылы шыйыҡ бал эсерер ине. Бал һатып тапҡан аҡсаһына ризыҡ йөкмәп ҡайтып беҙҙе туйындырҙы. Төрлө йылдар, төрлө мәлдәр булды. Ләкин һәр саҡ үткәнемә − тыуған еремә, үҙемдең ете быуыныма рәхмәтлемен! ҡайҙа ғына йөрөһәм дә яҡындарымды, тыуған яғымды һағынып ҡайтам. Ошо күркәм, гүзәл ерҙәрҙе нисек һағынмайһың да нисек ҡайтмайһың?! − тип хәтер янсығын барлай Зинира Атнабаева, үҙенең ауыл мәҙәниәт йортонда урынлашҡан шәхси музейында, ғәзиз әсәһенең шәлен иңдәренә һалып. − Үҙ аяғым йөрөгәндә, үҙ күҙҙәрем күргәндә булдырайым тинем музейҙы, − тип тә өҫтәне.
Ысынлап та, Тәтешле ерҙәренең үләненә лә, япрағына ла, һыуына ла, һауаһына ла Атнабайҙар рухы һеңеп ҡалған төҫлө. Халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевтың мәктәптәге һәм Рәсәйҙең, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Зинира Атнабаеваның мәҙәниәт йортонда урынлашҡан музейында киләсәк быуындарға етерлек оло мәғәнә һәм фәһем барҙыр. Шуғалыр ҙа, әле ҡайтыуында ла Зинира ҡасим ҡыҙын ауылдаштары йылы ҡабул итте, оло хөрмәт менән оҙатып ҡалды. Нәжип Асанбаевтың: «Бер оянан ике бөйөк шәхес сыҡты», − тигән һүҙҙәрендә лә ошо ерҙең, ошо халыҡтың матур йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре, саф күңеле сағылған. Туғандары, яҡындары яҡташтары менән яҡшы мөнәсәбәттә генә йәшәгән, тырыш, төплө кеше генә халыҡ абруйына, шәхес дәрәжәһенә ирешә алалыр, моғайын.
80 йәшлек Мәғдән ағай менән 73 йәшлек Зинира апайҙың урам уртаһында ҡосаҡлашып, бер-береһенең ҡулдарынан тотошоп һөйләшеп, аралашып тороуҙары ла туғанлыҡтың ҡәҙерен белеү сифатының изгеләрҙән-изге бер мөғәмәләһелер. Мин Күрҙемдә ошоларҙы күрҙем. Күрҙем дә, һоҡландым да.
Был ерҙәрҙең, халҡының гүзәллегенә, ихласлығына һоҡланып бөтә алмайынса һүҙемде халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевтың «Тыуған ерем» исемле шиғыры менән тамамлағым килә.
«ҡайтып керһәм, йәшәргәндәй
булам,
Бөтә һымаҡ бөтөн арыуҙар;
Туҙаны ла уның зарарһыҙ күк,
Һауаһында, гүйә, дарыу бар.
Ул ҡотҡарыр, ул әрсәләп ҡалыр,
Бәлә-ҡазаларға юлыҡһам.
Кеше тиеп мине йөрөтмәгеҙ,
Ошо ерҙе әгәр онотһам».
Мәрйәм ЗАКИРЙӘНОВА.