«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Cәхәбәләр рухы тарта һәр кемде



31.08.2012 Cәхәбәләр рухы тарта һәр кемде

Cәхәбәләр рухы тарта һәр кемде  Нарыҫтауға бала сағымдан бирле, 1930 йылдар уртаһынан башлап, оло ҡартинәйемә эйәреп, ялан аяҡ йәйәүләп бара инем. Унда алыҫ ерҙәрҙән дөйә менән изге урын тип киләләр ине. Һуңғы йылдарҙа бында ерләнгән изгеләрҙең бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд (с. ғ. с.) сәхәбәләре икәнен асыҡланылар.
Йәй айҙарының береһендә ошо урынды төҙөкләндереүгә бер йыл тулыу уңайынан төрлө тарафтан йыйылған бик күп дин әһеле, ябай халыҡ ҡатнашлығында йыйын ойошторолдо. Намаҙ уҡылды, доға ҡылынды, зекер әйтелде. Йәш быуынды иманлы, әҙәпле әхлаҡлы итеп тәрбиәләү буйынса әүҙем эшләү кәрәклеге тураһында ла һүҙ булды.
Был изге эште ойоштороу буйынса Илсеғол ауылы имамы Мансур хәҙрәт Сәһәрйәров оло эш башҡарған.
Cәхәбәләр рухы тарта һәр кемде
Был йыйылышты юғары кимәлдә ойоштороу өсөн Салауат Килдин, «Возрождение» фонды рәйесе Миңлейәр Йәнтүрин, башҡа мосолман ҡәрҙәштәрҙең ҙур көс һалыуын билдәләп үтке килә.
Ун бер ғаиләнең һәр береһе бында һарыҡ һуйып ҡорбан салды, оло ҡаҙан аҫып, итле аш, былау бешереп, тәмле-татлы ризыҡтар менән сәй табыны ҡороп, бөтөн халыҡты һыйланы.
Күренекле ҡурайсы Роберт Юлдашев халҡыбыҙҙың ҡурай моңон ишеттерҙе.

Әйткәндәй

Боронғо халыҡ әүлиәләрҙе ауылдар­ҙан ситкә – алыҫҡа күренеп торған асыҡ тау башына ерләгән.
Бында 630-сы йылдарҙа бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд (с. ғ. с.) ебәргән сәхәбәләр – аталы-уллы Зөбәйер һәм Абдрахман ерләнгән.
Сәхәбәләрҙең ҡәберлектәрен төҙөкләндереү маҡсатында бик матур мемориаль комплекс төҙөлөп, таҡтаташ ҡуйылды. 2011 йылдың 13 июнендә, комплексты асыр көндө иртән, күптән көткән ямғыр ҡойоп яуып, ҡорғаҡһыған ер дымға туйынғайны. Быйыл да таҡтаташ ҡуйыуға бер йыл тулыуға бағышлан­ған йыйын булыр алдынан ҡойоп ямғыр яуҙы.

Тимербулат МӘСӘЛИМОВ.
Өфө ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға