31.08.2012 Иң шәп өсәү – һыу, кефир һәм бөтнөк сәйе
[/b]Беҙҙең организм 60 – 80 процент һыуҙан тора. Шуға ла кеше нимә эсә, шул уның һаулығына нығыраҡ тәьҫир итә. Белгестәр иң файҙалы эсемлектәр исемлеген төҙөгән дә, организмға ошоларҙы ғына “тултырырға” кәңәш итә.
Беренсе урында лайыҡлы рәүештә һыу килә. Әлбиттә, уның таҙаһы, сифатлыһы. H2O-ның әһәмиәтен баһалауы ла ҡатмарлы.
Кефир, һөт эсемлектәренән иң файҙалыһы булараҡ, яҡшы үҙләштерелә һәм рейтингыла һыуҙан һуң икенсе урынға хаҡлы рәүештә ҡуйылған. Ашҡаҙан-эсәк юлының эшен яҡшырта, иммунитетты күтәрә, ти белгестәр.
Бөтнөк сәйе − өсөнсө баҫҡыста. Ул беҙгә бер аҙ ятыраҡ кеүек. Әммә аш-һыу бүлмәһендә уны мотлаҡ булдырыу зарур, сөнки нервылар системаһын тынысландырыусы, йоҡоһоҙлоҡтан ҡотҡарыусы икән ул. ҡан баҫымын да төшөрә.
Ун файҙалы эсемлеккә шулай уҡ аҡ сәскә, йәғни ромашка сәйе, алма һуты, какао, мүк еләге һуты, йә морсы, гранат һуты индерелгән. ҡыҙыл шарап та бар. Ул, ғалимдар иҫәпләүенсә, йөрәк һәм ҡан тамырҙары өсөн файҙалы. Сәй иһә иң шәп унау исемлегендә унынсы.
Үҙегеҙ һығымта яһағыҙ.
[b]basetop.ru сайтынан
Айсын АҡБУЛАТОВА әҙерләне.