«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Балыҡ, ҡап, ҡап!



24.07.2012 Балыҡ, ҡап, ҡап!

ҡояштың ҡыҙыу уҡтары көйҙөрөп алып барһа ла, түҙеп торғоһоҙ эҫегә иғтибар итеүсе юҡ – төрлө ауылдарҙан йыйыл­ған 42 балыҡсы, күҙҙәрен ҡалҡыуыстан алмай, Илеш районының Йәйләү быуаһында балыҡ тота. Йәһәтерәк ҡапһа ярар ине, һыр бирге килмәй бит әле. Суртандың суртаны үҙе килеп ҡапһа, еңеүсе булаһың да ҡуяһың инде.
ҡара әле, ҡара, араларында әле мәктәпкә лә бармаған балалар ҙа күренә түгелме һуң? Һыу буйында үҫкән малайҙарға нимә инде ул балыҡ тотоу.
Ярыш ҡыҙыу барҙы. ҡармаҡҡа балыҡ эләгеп, биҙрәләргә бер-бер артлы төшә генә торҙо. Уны ниндәй генә емгә тотманы ярышҡа килеүселәр. Әлбиттә, оҫталарҙың ҡармаҡтары буш торманы – сиртте генә уларға табыш. Ниһайәт, төш ауғас, жюриға ла йомғаҡ яһарға ваҡыт етте. Балыҡсыларҙың эшен улар балыҡтарҙың ауырлығына ҡарап баһаланы. Балалар араһында иң күп балыҡ тотоусы А. Дәү­ләтов (Йәйләү ауылы, 2 кг 300 г) булһа, Ш. Хәсәншин (Үрге Йәркәй) менән А. Шахразиев (Йәйләү ауылы) икенсе, өсөнсө урындарҙы бүлеште. Өлкәндәр араһында иң оҫта балыҡ тотоусы исемен Үрге Йәркәйҙән В. Хәлимов (2 кг 600 г) алһа, икенсе, өсөнсө урындарҙы Ф. Авзалов менән Ф. Девятов бүлеште. Еңеүселәрҙең береһе лә бүләкһеҙ ҡалманы. Район хакимиәтенең йәштәр бүлеге етәксеһе Р. Ғүмәров бөтә ҡатнашыусыларға ла уңыштар теләп, дипломдар, бүләктәр тапшырҙы. Сараның бағыусылары булған „Все для рыбалки и отдыха” магазины директоры Флорид Ризвановҡа, „Йәркәй” сауҙа йорто директоры Валерий Фәтхиевҡа, ярыштарҙы ойошторған Исәмәт ауыл хакимиәте биләмәһенә (хакимиәт башлығы И. Басиров), Үрге Йәркәйҙәге 1-се балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенә, Йәштәр үҙәгенә рәхмәт һүҙҙәре менән байрамға йомғаҡ яһалды.
Өфө – ҡаҙан юлы буйындағы тәбиғәттең иң йәмле мөйөшөндә, Йәйләү быуаһында үткән сара күптәрҙең иҫендә хозур йәйҙең иң матур көнө булып ҡалды.

Лариса СӘХИБГӘРӘЕВА.
Илеш районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға