24.07.2012 Сабый ашамаһа, ҡыҫтамағыҙ!
«Балам ашамай. Исмаһам, өҫтәл эргәһенә килеп урап китһә лә, күңелем булыр ине...» Йәш ата-әсәләр йыш ҡына шулай тип зарланыусан. Таныш проблема. Әхирәтемдең ҡыҙы менән дә шул уҡ хәл. Бутҡаға ла, йәшелсә ашына ла, ит-картуфҡа ла әйләнеп тә ҡарамай. Бер нисек тә ашатып булмай. Бананды әҙ генә тешләй ҙә төкөрә, бутҡаһын бутап ултыра-ултыра ла,тотош өҫтәлгә буяп бөтә. Кеше ашағанда өҫтәл артына ултыртырлыҡ түгел. Әкиәт һөйләү ҙә, ҡыҫтау ҙа, маҡтау ҙа ярҙам итмәй. Һуңынан әсәһе ҡул һелтәргә булды: теләмәй икән – ашамаһын! Һәм ни ғәләмәт! Бер көн бала иртәнге ашты ла, төшкөһөн дә, кискеһен дә ашай башланы. Үҙе үк һәм бик теләп.
Ашамаған бала бер әхирәтемдең генә ҡыҙы түгел. Урамға уйнарға сыҡҡан балаларына пластик һауытҡа һалып ашарға алып сыҡҡан әсәй-өләсәйҙәрҙе лә күргәнем бар. Сәбәбе – баланың тышта ашарға яратыуы. Кемдәрҙер телевизор ҡарағанда ашатыуҙы ҡулай күрә, икенселәр сабыйҙарының аппетитын уйынсыҡтар, китаптар ярҙамында аса. Табиптар фекеренсә, бала сәләмәт булып та ашауға барымы булмаһа, уны төрлөсә ҡыҙыҡтырып, алдаштырып ашатырға тырышырға мөмкин. Мәҫәлән, уның яратҡан хайуаны төшөрөлгән һауыт-һабанан ашатыу ҙа күп осраҡта ярҙам итә икән.
Әүрәткес ғәҙәттәр
Баланың өҫтәл артына ултырып ашауға бигүк күңеле ятып бармай. Йүгереп тә булмай, уйнау өсөн дә яйһыҙ, йәнәһе, ваҡытты «буш» үткәреү. Был мәлдә сабыйҙы төрлө тиҙәйткестәр, шиғырҙар менән әүрәтергә мөмкин. Бигерәк тә ризыҡтар тураһындағылары ҡыҙыҡ буласаҡ. ҡулығыҙҙағы ҡалаҡ йә тоннелгә (ауыҙ) инергә теләгән машинаға, йә «порт»ҡа туҡтаясаҡ карапҡа әйләнһен.
ҡайһы бер балаларға ашаған саҡта әкиәт геройҙары ярҙамға килә. Мәҫәлән, ҡамыр батыр асыҡҡан, шуға көсө бөткән, әйҙә, батырға көс өҫтәйек әле, уҫал бүре асығып, «у-у-у» тип олоған һ.б. Тик әкитте ышандырырлыҡ, барлыҡ деталдәрен иҫәпкә алып, диалогтар менән һөйләгеҙ. Әкиәт ҡыҙыҡ булһа, баланың ауыҙы үҙенән-үҙе асыла.
Бер әсәйҙең балаһының тәрилкәһенә бутҡа, иҙелгән картуф менән ниндәйҙер бер хайуан һүрәтен төшөрөп, уның башы, аяҡтары итеп кәтлит һалып ашатыуы хәтерҙә. Шул уҡ ваҡытта өҫтәлгә ҡәләм менән ҡағыҙ ҙа һалып ҡуя. Баланы ул шулай уйынға йәлеп итә. Әйтәйек, хайуандың ҡайһы өлөшөн ашай, шуны ҡағыҙға төшөрәләр. Сабый шул тиклем мауығып китә, хатта тәрилкәнең «ялтырағаны» һиҙелмәй ҙә ҡала.
Бергә бешергән –
тәмлерәк!
Бала ит, иҙелгән картуфтан әҙерләнгән кәтлиттәрҙе үҙе лә әүәләй, мейескә оҙатыласаҡ табаға, ҡамырҙан төрлө фигуралар яһап, печенье теҙә ала. ҡабаҡ, баклажан кеүек аҙыҡтарҙы онға бутарға ҡушһағыҙ ҙа, ул быны ҙур кинәнес менән башҡарасаҡ. Ризыҡ бешеп сыҡҡандан һуң, ашарғамы, юҡмы, тигән һорау тыумаясаҡ. Йәнәһе, ашарға кәрәк, үҙе бешергән бит...
Әҙерләгән ризыҡ матур булһа, бала түгел, үҙеңә лә ашауы күңелле. Хәҙер йәшелсә, емештәрҙе төрлөсә, гирлянда, шар, сәскә итеп ҡырҡыусы бысаҡтар һатыла. Уларҙан төрлө бутербродтар әҙерләргә мөмкин. Бала картуфтан баш тартып, макаронды ғына ҡапҡылаһа, уның эсенә иҙелгән картуф тултырырға була.
Ашатыр алдынан ун-ун биш минут алда уҡ, бөгөн беҙҙең төшкө ашыбыҙ шул иклем тәмле буласаҡ, тип ымһындыра башлағыҙ. Бала ашарға ултырыуҙы ҡыҙығып көтәсәк. Ғаиләгеҙ менән бергә ултырып ашарға тырышығыҙ. Ата-әсәнең ғәҙәте балаға ла күсеүсән, шуға күрә матур итеп һәм кинәнеп ашағыҙ.
Кеше алдындағы ризыҡ гел тәмле тойола. Үҙегеҙҙең тәрилкәгә балаға ашатыр ризыҡты һалығыҙ, ә алдына үҙегеҙ өсөн һалынған тәрилкәне ҡуйығыҙ. Һуңынан, әйҙә алмаштырабыҙ, тип тәҡдим итегеҙ. Ысынлап та, ярҙам итеүе мөмкин. Балаға яратҡан геройы төшөрөлгән һауыт, сынаяҡ һатып алығыҙ. Уларҙың ниндәйе генә юҡ! Винни-Пух, Микки Маус һ.б.
Ярамай!
4Баланы көсләп ашатыу тыйыла. Һеҙ бары тик ризыҡҡа ҡарата кире тойғолар ғына уятасаҡһығыҙ. Был ҡалаҡ – әсәй өсөн, быныһы – атай өсөн, юғиһә атайың үпкәләйәсәк, эштән ҡайтмаясаҡ, тип, ауыҙына тығыу баланың психикаһын ғына ҡаҡшата.
4Ашамаһаң, тышҡа сыҡмайбыҙ, йәнһүрәт ҡарамайбыҙ, тип янау файҙаһыҙ. Бала, бәлки, ашар, әммә ҡәнәғәтһеҙлек кисереүҙән ризыҡҡа ҡарата кире тойғолар тыуасаҡ.
4Бала өҫтәл артында сәйен йә ашын түгеп ебәрһә лә әрләмәгеҙ. ҡағиҙә булараҡ тиҫкәреләнеүҙән түгел, ә ҡыҙыҡһыныуҙан уйнай. Уның өсөн бутҡа ла, бәлеш-ҡоймаҡ та, йомортҡа ла ижад материалдары. Бала һеҙҙең ни өсөн ҡайнатма кеүек сағыу буяу менән һүрәт төшөрөргә тыйыуығыҙҙы аңламаясаҡ. Иң хәйерлеһе, күберәк салфетка, алъяпҡыс, таҫтамал әҙерләп ҡуйығыҙ. Телевизор ҡараған ваҡытта ашатмағыҙ. Әлбиттә, ҡайҙалыр йыйынған саҡта ҡайһы сара ла уңайлы. Шулай ҙа табиптар, телевизор ҡараған мәлдә ашау эшкәртеү процесына насар тәьҫир итә, тигән фекерҙә.
4Аша, ашамаһаң, ҡурсаҡ ашап ҡуя, тип, һаранлыҡҡа өйрәтмәгеҙ.
Р. КҮСЕМХАНОВА.