«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Донъя мәшәҡәтенән арынып, бер ял итәйек әле



27.07.2012 Донъя мәшәҡәтенән арынып, бер ял итәйек әле

Былтыр тормошҡа ашырылған социаль туризмды үҫтереү проекты халыҡ араһында киң танылыу тапҡайны. Ул быйыл да дауам итә, тағы ла бихисап уңайлыҡ булдырылды. “2012 йылда Башҡортостан Республикаһында социаль туризмды үҫтереү” программаһына йыл аҙағына тиклем алты меңгә яҡын пенсионер һәм инвалидты йәлеп итеү күҙаллана.
Билдәле булыуынса, ошо категорияға ҡараған граждандарға путевкаға бюджет иҫәбенән субсидия бирелә. Башҡор­тостанда ял итергә ниәтләүселәрҙең сығымдарының 70 процентын дәүләт түләйәсәк, тик был сумма 11800 һумдан ашмаҫҡа тейеш. Ә Рәсәй ял йорттарында һәм шифаханаларында һаулығын нығытырға теләүселәргә 50 процент субсидия бирелә (8428 һумға тиклем). Донъя буйлап сәйәхәт ҡылыусыларҙың путевкаларының 30 проценты дәүләт ҡаҙнаһынан ҡапланасаҡ (5057 һумға тиклем).
Коляскала хәрәкәт итеүсе инвалидтар, ғәрип балалар һәм уларҙы оҙатыусылар­ҙың путевкалары хаҡының 70 проценты ҡапланасаҡ, әммә был сумма 11800 һумдан ашмаҫҡа тейеш.
Путевкалар район-ҡалала йәшәүсе пенсионер һәм инвалидтарҙың дөйөм һанына ҡарап бүленә. Ял итергә теләүселәр урындағы хеҙмәтте һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығына мөрәжәғәт итһен. Үҙегеҙ менән паспорт, пенсионер таныҡлығын (хаҡлы ялдағылар өсөн), инвалидлығығыҙҙы раҫлаған белешмә күсермәһен алырға онотмағыҙ, ә оҙатып йөрөүселәргә паспорт күсермәһен күрһәтергә кәрәк буласаҡ. Был программа хаҡында тулыраҡ мәғлүмәтте соцтуризмрб.рф. интернет-порталында алырға мөмкин.
БР Хеҙмәтте һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының
матбуғат хеҙмәте.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға