«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Йәмле йәйҙән һутлы бер өлөш



27.07.2012 Йәмле йәйҙән һутлы бер өлөш

Йәмле йәйҙән һутлы бер өлөш
Диңгеҙ... Хыял булып күңелдә байтаҡ йәшәне ул. Төштәргә лә инеп бөттө, тулҡындары менән арбап, үҙенә әйҙәне, ымһындырҙы, нимәлер вәғәҙә итте. Тиҙерәк шул тулҡындарҙы ҡосҡо, наҙлы елгә иркәләнге, көньяҡ ҡояшының эҫе нурҙары аҫтында ҡыҙынып, диңгеҙ шауына ләззәтләнеп ятҡы килде. ҡуйы ҡыҙыл нурҙары менән икһеҙ-сикһеҙ даръя өҫтөн ялмап ҡояш батыуын, елдең тулҡындар менән уйнауын күҙәтке, ошо мөһабәт киңлеккә бағып, ниндәйҙер һорауҙарға яуап тапҡы килде. Һәм, ниһайәт, хыялым тормошҡа ашты. Беҙ, Башҡорт дәүләт университетының бер төркөм студенты, ҡара диңгеҙ буйында ял итеү мөмкинлегенә эйә булдыҡ. Шатлығымды күрһәгеҙ! Университеттан 52 кеше сумкаларға елберләп торған күлдәктәр, һыу инеү костюмдары, нескә үксәле туфлиҙар менән еңел тапочкалар һалып алдыҡ та, «Өфө – Адлер» поезына ултырҙыҡ. Бары тик йәштәр менән генә тулған вагон студенттарҙың тауышынан юл буйы гөрләп торҙо.

Сочи тураһында бер нисә һүҙ

Йәмле йәйҙән һутлы бер өлөш
Беҙҙең ял иткән урыныбыҙ − Сочи ҡалаһының Адлер районы. Сочи үҙе дүрт райондан − Хоста, Адлер, Үҙәк һәм Лазарев райондарынан тора. Ул иң төньяҡта урынлаш­ҡан субтропик иҫәпләнә. Сочи тигәс, күҙ алдына иҫ киткес матур ерҙәр килеп баҫа. Бында, ысынлап та, һоҡланырлыҡ нәмәләр бик күп. ҡала эсендә үҫеп ултырған ҙур-ҙур пальмалар, йырҙарҙа йырланған магнолиялар, беҙ өйҙәрҙә гөл итеп кенә үҫтергән алһыу роза һымаҡ сәскәле олеандр ҡыуаҡтары, күккә табан һуҙылған һомғол оҙон кипаристар, бәләкәй генә пальма һымаҡ юкка ағасы, файҙалылығы менән билдәле эвкалипт − был йәшеллек донъяһы һәр кемде әсир итерлек. Тик бөтә ерҙә лә бындай матурлыҡ ҡаршы алмай. ҡаланың ярлы өлөштәре лә етерлек булһа кәрәк. Тирә-яҡта сүп-сарҙың өйөлөп ятыуы ла күңелде ҡыра. Әйткәндәй, ҡара диңгеҙҙе лә таҙа тип әйтеп булмай. Пластик шешәләр, полиэтилен ҡапсыҡтар яр ситендә генә түгел, ярҙан биш-алты саҡрым һыу эсендә лә йөҙөп йөрөй.
Кейем-һалым хаҡы беҙҙекенән әллә ни айырылмай. Әйткәндәй, беҙҙә лә, унда ла шул бер үк кейемде һаталар икән. Ә бына аҙыҡ-түлек байтаҡҡа ҡыйбат. Көньяҡ емештәре үҫкән ерендә арзаныраҡтыр, тигән өмөттәребеҙ аҡланманы. Ә һыу бөтөнләй ҡиммәт. Көньяҡтың ҡайнар ҡояшы аҫтында һыу эсмәйенсә лә йөрөп булмай, беләләр нисек аҡса эшләргә икәнлеген.

Артыҡ йылмаяҡ булыу ҙа килешмәй

Беҙҙең төркөмдә күбеһенсә ҡыҙҙар ине. Шуға ла килеү менән санаторий хужаһы беҙҙе иҫкәртеп ҡуйыуҙы кәрәк тапты, ахырыһы. «Халыҡ бында туристарҙы гел йылмайып ҡаршы ала. Улар туристар иҫәбенә йәшәй, шуға ла яғымлы, алсаҡ йөҙлөләр. Әммә бындағы кешеләр менән һүҙгә килешмәҫкә тырышығыҙ, ярайһы уҡ ҡыҙыу ҡанлы ла улар. Урындағы халыҡтың егеттәренә лә артыҡ йылмайып йөрөмәгеҙ. Уларға һеҙҙе оҡшатыу өсөн шул бер йылмайыу ҙа етеүе мөмкин. Ә бының аҙағы бик күңелле тамамланмауы ихтимал». Тик был һүҙ кемдәрҙеңдер бер ҡолағынан инеп, икенсеһенән сығып та китте. Йылмайып, бергә күңел асып, бейеп йөрөгәндән һуң әҙерәк төшөрөп тә алған ҡыҙҙарға эйәреп килгән Кавказ егеттәренән үҙебеҙҙекеләр саҡ аралап алды. «Ял итә белә» инде беҙҙекеләр, диңгеҙ һыуы әллә мейеләрен дә йыуып алып китәме икән, тип уйлап ҡуяһың. Халыҡ турис­тарға асыҡ йөҙлө, тиһәләр, ниңәлер күңелдә бер юшҡын тороп ҡалды. Беҙ йөрөгән магазинда һәр саҡ ваҡ аҡсалары булмай ҙа ҡуя, шул йәһәттән бик йыш ҡына ҡаты һүҙҙәр ишетергә тура килде. Беҙ иң күп туристар тупланған курорт ҡаласығында йәшәйбеҙ − сит ҡунаҡтарҙан тамам арып бөткәндәрҙер. Быны аңлайым да һымаҡ, әммә тиктән генә ял итергә килеүселәрҙең кәйефен төшөрөргә барыбер хаҡтары юҡтыр. Етмәһә, иң һуңғы төндә күмәкләшеп дискотеканан ҡайтып килгәндә, йөҙө-башы ҡанһыраған, туҡмалған ир-егеткә тап булдыҡ. Санаторий территорияһына инһәк, полиция хеҙмәткәрҙәре 15-ләгән ирҙе асфальтҡа йөҙтүбән һалып ҡуйған, автоматтарын тоҫҡағандар. Баҡтиһәң, күптән бирле үҙҙәренең ҡара эштәрен эшләп, кешеләрҙе туҡмап йөрөгән банда тотолған икән. Беҙ ун көн буйы тыныс ҡына, бер нәмә лә белмәйенсә йәшәгәнбеҙ, кистәрен саф һауа һулар­ға, дискотекаларға йөрөгәнбеҙ. Ә был ваҡытта беҙҙең танау осонда ғына шундай хәл булған. 10 гектарлыҡ, хатта яҡшылап ут бағаналары ла ҡуйылмаған санаторий территорияһында һәр ағас артында ғына йәшенеп ултырһалар ҙа, был хулигандарҙы кем белә лә, кем күрә... Аллаға шөкөр, бөтәһе лә һәйбәт тамамланды. Тик хатта әле лә, иҫкә төшһә, ҡурҡыныс булып китә. Ял итәм тип, үҙеңде шундай хәүеф аҫтына ҡуйсы әле.

Ахун тауы, «Ривьера» паркы һәм микроминиатюралар күргәҙмәһе тураһында

Йәмле йәйҙән һутлы бер өлөш
Сочи буйлап киске экскурсияға сығыуыбыҙ онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдыр­ҙы. Адлерҙан Ахун тауына тиклем юлыбыҙҙа ҡаланың дүрт районын да үтеп киттек. Һәр береһенә бәйле әллә күпме легенданы ишеттек. ҡаланы ярып ағыусы Мацеста йылғаһының тарихы айырыуса бер сафлығы менән иҫтә ҡалған. Йәш кенә ҡыҙҙың ата-әсәһен ҡотҡарыу ниәте менән тау эйәһенә үҙен ҡорбан итеүе тураһында ул. Тауға менгәндә үҙебеҙ өсөн күп яңы нәмә астыҡ. Прометейҙың тауға ҡоршауланып ҡуйылған урынына өс ер дәғүә итә икән. Шуларҙың береһе − Ахун тауына үрләгән юлда. Текә ҡаяға ымлап, Прометейҙың тетрәндергес тарихын да һөйләп үтте экскурсияны алып барыу­сы. 11 саҡрым борма-борма юл буйлап өҫтә урынлашҡан Ахун тауы башняһына елгәндә, таш һымаҡ ҡаты самшит ағастарын да күрҙек, бик үк хуш еҫ бөркөп тормаған көкөрт водороды еҫен дә еҫкәнек, йәш кейәүҙең үҙенең ҡыҙға лайыҡлы икәнлеген дәлилләр өсөн ана шул башняға кәләшен күтәреп менергә тейешлеген дә белдек. Ә был эштең, ай-һай, еңел түгел икәнлеген үҙ елкәбеҙҙә лә һынаныҡ. Бер нәмә лә күтәрмәйенсә генә лә әллә нисәмә йөҙ баҫҡысҡа үрләүе арытып ебәрә. Әммә өҫкә үрләгән кеше быға тамсы ла үкенмәйәсәк.
Айырым иғтибарҙы микроминиатюралар күргәҙмәһе йәлеп итә. Энә күҙәүендә, дөгө ярмаһында, сәс бөртөгөндә төшәрөлгән һүрәттәр, даға­лан­ған бөрсә − кеше һәләтенең сиге юҡ.
Сочиҙа билдәле булған «Ривьера» ял итеү паркында ла булдыҡ. Мең төҫлө уттары менән ҡаршы алды ул. Төнгө парк нисәмә мең кешене һыйҙырғандыр, әммә ул тиклем халыҡ араһында аҙашып ҡуйыуың да бар. Розалы аллеялар, бихисап аттракциондар, күңелле музыка һәм алдында торған ҙур ынйылы ҡабырсағы менән иҫтә ҡалды «Ривьера».

Йөҙйәшәр ағастар ҙа ауа

Сочиға барғас-барғас, 2014 йылда унда үтәсәк ҡышҡы Олимпиада менән дә ҡыҙыҡһынмайынса булмай. ҡыҙыл Аҡланға (Красная Поляна) экскурсияға шул маҡсат менән юлландыҡ. Көн торошо артыҡ ҡыуандырманы, әлбиттә. ҡойма ямғыр аҫтында йөрөп ҡайттыҡ. Шулай ҙа сәфәребеҙ оҡшаны. Тик күңелде ҡырыусы яҡтары ла юҡ түгел. «Бындай ағастар менән ҡаплан­ған тау битләүҙәрен һуңғы тапҡыр күреүегеҙҙер, − тип һөйләне экскурсияны алып барыусы ҡатын, − ана, күрәһегеҙме, ағастар­ҙы ҡырҡа ла башлағандар». Тау битләүҙәренең бысҡы-балта тейгән урындары бәке менән ялтыратып ҡырылған башҡа оҡшап тора. Олимпиадаға әҙерләнеүҙән һуң бындағы йөҙйәшәр ағастарҙың байтаҡ өлөшөн тергеҙеп булмаясаҡ. Хәйер, бындай ҙур кимәлдәге бер генә саранан да юғалтыу­һыҙ сығып булмайҙыр. Ә был ысын ярыш − донъя кимәлендә пьедесталдың юғары баҫҡысына менер өсөн тырышып-тырышып үрмәләүебеҙ…
Олимпиада меңәрләгән кешене ҡабул итергә әҙерләнә. Был маҡсатта күпме ҡиммәтле ҡунаҡхана төҙөлгәнен күрһәгеҙ! Ә күпме төҙөләсәк әле. Иң билдәлеһе − «Гранд-отель». Ул тотош бер ҡаласыҡ тәшкил итә тиһәң дә була. Ә матурлығы! Ябай халыҡ бәләкәй генә йорт һалып инә алмағанда, бында ҙур-ҙур һарайҙар төҙөй­ҙәр. Олимпиада үткәс, улар кемгә ҡалыр, кемдәрҙең генә яратҡан ял урынына әйләнер − уныһын күҙ алдына килтерә алабыҙ.

Абхаздарҙың илен дә күрҙек

Абхазияға экскурсиябыҙ айырым бер мөғжизә һымаҡ булды. Адлер − Сочи ҡалаһының Абхазия менән сиктәш районы. Шуға ла ике ил сиген сығыу өсөн алыҫ барырға ла кәрәкмәй, беҙ йәшәгән санаторийҙан автобус менән ярты сәғәт тирәһе барҙыҡмы-юҡмы, сиккә килеп тә еттек. Ә бындағы сира-а-ат. Ял итергә тип, Рәсәйҙең көньяҡ сигенә үк килеп етеүселәр Абхазияға ла бармай ҡала алмай. Рәсәй туристары менән тулы әллә нисәмә автобус теҙелеп киткән. Шуға ла сираттың оҙон булыуына аптырарлыҡ түгел. Әммә беҙҙең оло юлға иртәнге алтынан тороп сығыуыбыҙҙың файҙаһы теймәй ҡалманы − бүтәндәр иң тәмле иртәнге йоҡонан уянғансы ике ил сиген үттек.

Руфина ДӘҮЛӘТОВА.
(Аҙағы бар).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға