17.07.2012 Ағастар араһында ла бер-береһен яратыусылар бар
ҡайhы ваҡыт беҙҙе юҡҡа ғына кәмhетәләр. Түбәнhетергә тырышҡан был рәнйетеүсе менән ни эшләргә? Fәфү итергәме? Күп осраҡта быны эшләүе бик ҡыйын. Шулай ҙа психологтар уларҙы ғәфү итергә кәңәш итә. Сөнки үсегеү, ҡағиҙә булараҡ, хәҡиҡәтте раҫларға булышлыҡ итмәй, үпкә-зыянды ҡапламай. Бер ҡасан да рәнйетеүен танымаған, ғәфү үтенергә күнекмәгән кешеләр була. ҡат-ҡат ғәфү үтенергә әҙер торған кешене генә әҙәпле hәм тәртипле тип hанарға мөмкин.
Кәмhеткән йәки физик зыян килтергән кешенән кесе күңеллеhе, миhырбанлы була белгәне күпкә өҫтөнөрәк.
* * *
Кешеләр генә түгел, ағастар ҙа күршелекте hайлауын беҙҙең бик аҙҙарыбыҙ беләлер. Мәҫәлән, шыршы менән ҡайын бер-береhен яратмай, ә бына имән менән яҡшы күрше булып ултыралар. Был шунан килеп сыға: туҡлыҡлы минераль матдәләрҙе үҙләштереүҙең миҙгел hәм тәүлек циклы бар. Әгәр уларҙы үҙләштереү hәм бүлеп сығарыуҙың максимум hәм минимумдары тура килhә, үҫемлектәр кәрәк минутта бер-береhен туйҙырған кеүек була. Мәҫәлән, имән июнь айында бөтәhенән дә күберәк фосфор үҙләштерә, ә йүкә был ваҡытта фосфор бүлеп сығара. Июлдә иhә имәндең фосфор үҙләштереүе бик ныҡ кәмей, уның ҡарауы, йүкәнең фосфорға ҡытлығы бик тә арта. Сөнки уға был ваҡытта фосфор нектар эшләп сығарыу өсөн кәрәк. Имән менән өйәңке, ҡарағай менән шыршы, шыршы менән уҫаҡ та бына шундай дуҫлыҡта йәшәй. Шуға күрә ағастарҙы hәм ҡыуаҡтарҙы дөрөҫ hайлап алыу бик мөhим. Белеп аралаштырып ултыртҡанда уларҙың файҙаhы бер төрлө генә ағас ултыртыуҙан күберәк буласаҡ.
* * *
«Хит ор Мисс» ҡатын-ҡыҙ кейемдәре кибетенең модельер-консультанты Тина Саттон фекеренсә, түбәндәге төҫтәге кейем кейеүселәр кешеләрҙә бына ниндәй хистәр тыуҙырыуға сәбәпсе була икән: ҡуйы күк – консерватив, ышанысты аҡлай, ҡара – бик нескә зауыҡлы, авторитар, ҡыҙыл – энергиялы, хәрәкәтсән, ҡуйы ҡыҙыл – батшалыҡ стиле, власть яратыусы, асыҡ йәшел – тәжрибәhеҙ, шат күңелле, ҡыҙғылт-hары – дуҫтарса характерлы, шаян, ал – йомшаҡ күңелле, теләктәш, ҡуйы йәшел – бай традицион зауыҡлы, hары – шат күңелле, үҙенә иғтибар иткәнде ярата, асыҡ алhыу – маҡсатҡа ынтылыусан, аҡыллы, йәшкелт-зәңгәр – яғымлы, тынысландырырға ярата.
Р. ВӘЛИУЛЛИНА әҙерләне.