17.07.2012 Башҡалар менән танышып, үҙебеҙҙе күрһәтеп
27 − 30 июндә ҡырғыҙcтандың Чолпон-Ата ҡалаһында билдәле этнограф, тарих фәндәре докторы Владимир Николаевич Басиловҡа (1937−1998) арналған, халыҡ-ара конференция һәм “Урта Евразия төрки донъяһының рухи ҡомартҡыһы” тигән ғилми симпозиум уҙҙы. Конференцияны ҡырғыҙстан Республикаһының Милли фәндәр академияһы, Тарих һәм мәҙәни мираҫ институты, “Айгине” мәҙәни-тикшеренеү үҙәге, Урта Азияны өйрәнеү буйынса Америка университеты ойошторҙо.
Абруйлы конференцияға Америка, Англия, Франция, Германия, Австралия, Гватемала, Италия, Япониянан һ.б. илдәрҙән ғалимдар һәм ҡунаҡтар саҡырылды. Рәсәйҙең Алтай, Яҡутстан, Татарстан, Пермь кеүек бик күп төбәгенән, ҡалаһынан фән эшмәкәрҙәре килгәйне. Ошо сарала Башҡортостандан да биш ғалимә – Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтынан фольклорсылар Розалия Солтангәрәева, Фәнирә Ғайсина, этнографтар Эльза Миһранова менән Юлиә Әбсәләмова, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетынан Розалия Баязитова ҡатнашты.
Конференция Бешкәктең изге урындары менән танышыуҙан башланып китте. Беҙҙе иң тәүҙә Байтик тигән батырҙың ҡәберенә алып барҙылар. Ул зыяратта бер нисә әүлиә лә күмелгән булып сыҡты. Шунан, “Ата-Бейит” тигән ергә барҙыҡ. Бында 1928 − 1938 йылдарҙа, йәғни репрессия заманында ҡырғыҙ халҡының алдынғы зыялылары атып үлтерелеп, соҡорға ташланған була. Бер нисә йыл элек, был урындың тарихын белеп ҡалып, мәрхүмдәрҙе яңынан хөрмәтләп ерләйҙәр. Улар иҫәбендә Сыңғыҙ Айтматовтың атаһы Төрөҡул да булып, ул да ошонда ерләнгән. 2008 йылда Сыңғыҙ Айтматовтың үҙен дә бында ерләйҙәр.
Чолпон-Ата ҡалаһында Ысыҡкүл дәүләт тарихи-мәҙәни музейы менән таныштыҡ. Ул ҡырғыҙстандың иң яҡшы, бай йөкмәткеле музейҙарының береһе һанала. Был ҡалала “Рух-Ордо” тип аталған рухи-мәҙәни үҙәктә лә булдыҡ. Ул төрлө халыҡтарҙың мифологияһы, дине, мәҙәниәтен сағылдырған ҙур комплекс булып сыҡты.
Юлда йөрөгәндә күҙгә шулар ташланды: ҡала эсендә булыуына ҡарамаҫтан, урамдарҙа ла кешеләрҙең тирмәләре ултыра, юл буйҙарында ла тирмәләр ҡоролғайны. Уларҙың һәр береһенең алдында ҡорот, ҡымыҙ, айран, эремсек һаталар. Был үҙебеҙҙең башҡорттарҙағы һымаҡ булғас, күңелгә бик яҡын тойолдо. Ғөмүмән, ҡырғыҙҙар холҡо, төҫ-башы, ҡунаҡсыл, милли рухлы булыуы менән беҙгә ныҡ оҡшаған. Үҙҙәре лә беҙҙе, иң яҡын туғандаш халыҡһығыҙ, тип яҡын күрҙе.
Ысыҡкүл дәүләт резиденцияһында йәшәү ваҡытында һәр халыҡ үҙ йолалары менән таныштырҙы. Иртән ҡырғыҙҙар, япондар тәбиғәт ниғмәттәрен ихтирам итеү, йәғни ҡояшты ҡаршылау, һыуҙы нисек “ризалатыу”, ҙурлау кеүек боронғо ғөрөф-ғәҙәттәрен күрһәтте. Кистәрен Гватемаланан килгән Алехандро әфәнде (80 йәштә) майя ырыуы йолаһы буйынса, донъяның дүрт яғына сәләм биреп, Аллаһтан илдәргә именлек һораны, изге теләктәрен теләне.
Конференцияла “Хәҙерге заманда шаманлыҡ практикаһы һәм халыҡ дауаһы”, “Тере эпостар һәм хәҙерге заманда уларҙы башҡарыусылар”, “Әүлиәләр культы һәм Урта Евразия халыҡтарының дини йәшәйеше” тигән секциялар эшләне. Унда беҙҙең башҡорт ғалимәләре уңышлы сығыш яһаны. Һәр бер доклад сит ил һәм Рәсәй ғалимдарында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, шуға бик күп һорауҙарға яуап та бирҙеләр. Розалия Солтангәрәеваның ҡобайыр әйтеүе барыһының да күңеленә хуш килде.
Беҙгә бик күп ҡыҙыҡлы докладтар тыңларға тура килде. Мәҫәлән, Санкт-Петербургтың Антропология һәм этнография музейының (Кунсткамера) Урта Азия бүлеге ғилми хеҙмәткәре И. Стасевич ҡаҙағстан әүлиәләрен өйрәнеп, улар тураһында сығыш яһаны. ҡырғыҙстан дәүләт университеты уҡытыусыһы Г. Садиҡова иһә фольклор материалдарында, “Манас”та Һомай образы хаҡында булған халыҡ ҡараштарын бәйән итте һ.б. Башҡа ғалимдар ҙа халыҡтарының этнографияһы, фольклорына ҡарата тикшеренеүҙәре, асыштары менән таныштырҙы. Шулай итеп, ҡырғыҙҙар донъя кимәлендә оло конференция үткәреп, үҙҙәренең дине, тарихы, халҡы ижадына иғтибарлы булыуын күрһәтте.
Һуңғы кистә “Айгине” (башҡортса “Ай нуры”) мәҙәни-тикшеренеү үҙәге ойошторған концерт булды. Унда ҡырғыҙ халҡының атаҡлы ҡомузсыһы (беҙҙең ҡыл-ҡумыҙға оҡшаған инструмент) Нураҡ Абдрахманов үҙ уҡыусылары менән сығыш яһаны. Думбыра, ҡумыҙ көйҙәре яңғырап торҙо. Йәш манассылар “Манас”ты һөйләне, алтайҙар, яҡуттарҙың да сығыштары кисәне йәмләне.
“Айгине” мәҙәни-тикшеренеү үҙәге хаҡында ла бер нисә һүҙ әйтеп үтке килә. 2004 йылда был үҙәк ҡырғыҙстандың тәбиғәт һәм мәҙәниәт мираҫтарын, айырыуса әүлиәләрен өйрәнеү маҡсатында төҙөлә. Етәкселәре Гөлнара Аман ҡыҙы Айтпаева әйтеүенсә, улар ҡырғыҙстанда булған барлыҡ әүлиәләр зыяратын өйрәнеп бөткән тиерлек, хәҙер ҡәберҙәрҙе һаҡлау, изге шәхестәрҙең тормошон ғилми яҡтан тикшереү эштәрен алып баралар. Улар был эште глобаль масштабта башлаған: гранттар алып, сит ил ғалимдары менән берлектә эшләйҙәр, китаптарҙы өс телдә − ҡырғыҙ, рус һәм инглиз телдәрендә сығаралар. Әйтергә кәрәк, үкенескә күрә, беҙҙең Башҡортостан был йәһәттән бик ныҡ артта ҡалған. Бөтә Урта Азия, Кавказ, Дағстан үҙ әүлиәләре тураһында күптән инде күпләп китаптар баҫтыра, изгеләрен ололай, зыяраттарын рәтләй, һаҡлай. Ә беҙҙә әле һаман ундай мәҙәни үҙәк түгел, әүлиәләр хаҡында ғилми яҡтан тикшереү үткәрерлек, динде тәрән белгән (Илшат Насиров һәм тағы бер нисә кешенән башҡа) ғалимдар ҙа юҡ кимәлендә. Әммә, Аллаһ бойорһа, беҙҙә лә боҙ ҡуҙғалыр, тигән өмөттә ҡалайыҡ. Ризаитдин Фәхретдинов: “Әҙип һәм ғалимдары булмаған ҡәүем – бәхетһеҙ, мәшһүр кешеләре булмаған халыҡ – яҡлаусыһыҙ, әҙәбиәте булмаған – рухһыҙ”, − тигән. Шуға ла, илебеҙҙә ғилемле ғалимдар, халҡыбыҙҙың рухи һәм матди мираҫын башҡа милләттәр араһында күрһәтерлек, яҡларлыҡ көслө шәхестәр күберәк булһын, тип теләйек.
Был мәртәбәле конференциянан беҙ икенсе милләттәр мәҙәниәте менән танышып, башҡа халыҡтарҙың нисек йәшәгәнен күреп, үҙебеҙҙе лә күрһәтеп, күңелдәребеҙгә рухи байлыҡ, фәһем алып, тәьҫораттарға байып ҡайттыҡ.
Фәнирә ҒАЙСИНА.
Автор фотоһы.