«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Иҙел тигән ауыл тыуҙы



13.07.2012 Иҙел тигән ауыл тыуҙы

Иҙел тигән ауыл тыуҙы
Заман шауҡымы булған модернизация һөҙөмтәһендә илдә күп ауылдар бөтөүгә барһа, Сермән ауылы йылдам үҫә. Йыл һайын унда 15-тән ашыу йәш ғаилә барлыҡҡа килә, 50-нән ашыу сабый тыуа. Ошоға бәйле, ауылда ҡалырға теләүселәргә ер биреүҙә ауырлыҡтар тыуа – ер етмәй.
Сермән ауыл хакимиәте башлығы Айытбай Зәбир улы Әйүпов был мәсьә­ләне хәл итеү юлын яңы ауыл төҙөүҙә күрә һәм ошо инициатива менән 2007 йылда район етәкселегенә сыға. Әлбиттә, бындай ҙур мәсьәлә бер көндә генә хәл ителмәй.
Район, республика етәкселеге хуплағандан һуң, документтар Мәскәүгә ебәрелә. Ниһайәт, 2012 йылдың 10 майында Рәсәй Хөкүмәте башлығы Дмитрий Медведев Иҙел исемле ауылды булдырыуға рөхсәт биргән документҡа ҡул ҡуя.
Иҙел ауылын Сермәндең дауамы кеүек ҡабул итергә лә мөмкин. Сөнки ике ауылды Ағиҙел йылғаһы ғына айырып тора. Төҙөлөш өсөн ер сермәндәргә Иҙел ауылынан бүленә.
– Иҙел ауылы 472 хужалыҡҡа иҫәпләнгән. Әле электр линияһы проекты әҙерләнә. Яйлап башҡа социаль инфраструктура мәсьәләләре хәл ителәсәк, – ти Айытбай Зәбир улы.
Ауылға нигеҙ яңы һалынһа ла, бер нисә ғаилә өй һала башлаған, яңы буралар килтереүселәр ҙә бар. Тимәк, Иҙелдең дә киләсәге ҙур.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға