«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Кеше ғүмере – 3,5 миллион һум



13.07.2012 Кеше ғүмере – 3,5 миллион һум

«Росгосстрах» компанияһы тикшереүҙәре һөҙөмтәләре буйынса, Рәсәйҙә бер кешенең ғүмере 3,5 миллион һумға баһалана. Ә бына эшкә һәләтте юғалтыу ҡиммәтерәк билдәләнә – 2012 йылдың тәүге яртыһында был күрһәткес 4 миллион һумға етте. «Ғүмер хаҡы» тигәндә страховкаланған кеше үлгән осраҡта түләнәсәк компенсацияны күҙ уңында тоторға кәрәк.
Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, финанс көрсөгө осоронда кеше ғүмеренең хаҡы түбәнгә тәгәрәгән, ә үткән йылдың беренсе яртыһында яңынан күтәрелә башлаған. Тик 2012 йылда «ғүмер хаҡы», тағы ла арзанайыуға табан китеп, 0,8 миллион һумға кәмегән. Үҙенең ғүмерен страховкалау буйынса иң юғары талаптарҙы күп аҡса эшләгән 40 – 50 йәштәге ирҙәр ҡуя икән. Ә бына гүзәл зат, бай булһа ла, үҙ ғүмерен страховкаларға ашыҡмай.

Лилиә СИРАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға