«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Ҡорал тапшырған өсөн – 270 мең һум!



13.07.2012 Ҡорал тапшырған өсөн – 270 мең һум!

Әлеге мәлдә республикала “ҡоралыңды тапшыр һәм аҡса ал!” акцияһы бара. Уның сиктәрендә законһыҙ һаҡланған атыу ҡоралын эске эштәр бүлегенә тапшырған граждан енәйәт яуап­лылығынан азат ителә, шулай уҡ у­ға аҡсалата премия бирелә.
Ошо көндәрҙә Миәкә районынан 80 йәшлек пенсионер үҙ ирке менән полицияның урындағы бүлегенә ун һигеҙ килограмм шартлат­ҡыс матдә, запалдар, ике һунар мылтығы һәм ун ике патрон тапшыр­ған. Был сама “байлыҡ” йорт ҡыйығында 1975 йылдан бирле һаҡланған. Бөтә ҡоралдың һәм шартлатҡыс матдәнең хаҡы 270 мең һумлыҡ тип билдәләнгән.
2012 йылдың тәүге яртыһында республика буйынса Эске эштәр министрлығының лицензия-рөхсәт биреү үҙәгендә бөтәһе 248 берәмек ҡорал, ун мең данаға яҡын боеприпас ҡабул ителгән. Акция барышында граждандарға 1 миллион 200 мең һум аҡса түләнгән.

Г. ЯХИНА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға