10.07.2012 Уф, эҫе!
Йылғалар тауыҡ кисерлек
Эй, ҡыҙыҡ инде был тәбиғәт тигәндәре – үткән аҙна буйы, эш урынында эҫегә саҡ сыҙап, ниһайәт, ял көндәре етһә, һыу инергә барырбыҙ, тип хыялландыҡ. Тик һин теләгәнсә буламы ни ул – аҙна аҙағында ғына көн һалҡынайта төштө, көслө генә ел иҫеп, ямғыр ҙа яуып алды. ҡояшта ҡыҙынырға теләп дәртләнгән күңел һүрелеп ҡалды хатта. Ә бит икенсе аҙна башынан республикала йәнә эҫе көндәр башлана, синоптиктар, аҙна буйына һауа температураһы 33 градустан да төшмәйәсәк, тип фаразлай.
Ярай әле беҙҙең быуын кешеләренә һыу инерлек урындар бар. Әлеге тиҙлек менән барһа, бер нисә йылдан һыу инер өсөн урындарҙы бик оҙаҡ эҙләп йөрөргә тура килмәгәйе. 2010 йылғы ҡоролоҡ республикабыҙҙың төп йылғаларын ныҡ һайыҡтырғайны. Быйылғы ҡоролоҡ та файҙаға түгел. Йылғаларыбыҙҙың хәлен күрер өсөн ниндәйҙер аппараттар ярҙамында үлсәүҙәр ҙә талап ителмәй – Ағиҙел йылғаһының ҡайһы бер урындарында ваҡ ҡына утрауҙар барлыҡҡа килде. Был йылға аша һалынған матур күперебеҙ бер тарихи урын ғына булып ҡалмаһын инде.
Белгестәр әйтеүенсә, әлеге көндә Ағиҙел йылғаһының кимәле көн һайын кәмей. Йылғаның һайығыуы һыу инеүселәр һәм балыҡсылар өсөн генә күңелһеҙ хәл түгел – пароходсылыҡ компаниялары ла ҙур юғалтыуҙар кисерә. Йөк транспорты яртылаш та тулмай. Сөнки һай һыуҙа ауыр йөк ташыу мөмкин түгел. Беҙҙең республикала һыу транспорты былай ҙа ҡыш буйы тик тора. Ә бит уларҙы йыл әйләнәһенә ҡарауға, һаҡлауға күп сығым талап ителә. Теплоходтарҙың йүнләп йөрөмәүе арҡаһында уларҙан ниндәй ҙә булһа файҙа алыу йылдан-йыл ауырлаша.
Быйыл 305-се проектҡа ҡараған ҙур теплоходтар Өфөгә бөтөнләй инеп тә тормай – Ағиҙел йылғаһы баш ҡалабыҙ эргәһендә бик һай. Теплоходтар пассажирҙарын Бөрө һәм Дүртөйлөнән барып алырға мәжбүр. Ярай әлегә һыу кимәле юғары ғына, бер-ике йылдан унда ла нимә буласағын күҙаллау ауыр. Пассажирҙарҙы баш ҡаланан түгел, ҡайҙандыр ситтән барып алыу ҙа уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра. Бөгөн, туризм хеҙмәттәре камиллашҡандан-камиллаша барған осорҙа, берәүҙең дә төп сәфәргә сығыр алдынан икешәр сәғәт буйы автобустарҙа йөрөгөһө килмәй.
Хәҙер Өфө портынан бәләкәй суднолар ғына йөрөй. Халыҡ был транспортты “кәлүш” тип тә йөрөтә. Улар яҡын араларға ғына сәфәргә алып сыға.
Өфө тирәһендә Дим тарлауығы ла тауыҡ кисеп сығырлыҡ ҡына булып бара. Эхолоттар Ағиҙелдең тәрәнлеге бер метр ярым булғанлығын күрһәтә. Йылға һайығыуының сәбәптәре аңлашыла – ҡышын ҡар аҙ яуҙы. Ошо сәбәпле йылға-күлдәребеҙ йүнләп ташманы. Етмәһә, әлеге ҡоролоҡ та проблемаға үҙ өлөшөн индерә.
Бесән етер ҙә ул,
ә бына иген…
Ауыл хужалығында ла хәл шәптән түгел. Һәр хәлдә, синоптиктарҙың фаразы бер ҙә ҡыуандырмай, ең һыҙғанып эшләргә генә саҡыра. Иҡтисадтың был тармағы тәбиғәт шарттарына иң ныҡ бирешкәндәр иҫәбенән. Былтыр республика хужалыҡтарына мал аҙығын запас менән әҙерләргә ҡушылғайны. Улар был планды арттырып үтәне. Шуға ла, быйыл малдар әллә ни ауырлыҡһыҙ ҡышлар, тип өмөт итәбеҙ. 2010 йылғы ҡоролоҡтан һуң мал һаны ныҡ ҡыҫҡарғайны, быйыл был күңелһеҙ хәл ҡабатланмаһын өсөн мөмкин тиклем нигеҙ һалынды булһа кәрәк. Алдынғы хужалыҡтар бесәнде күп әҙерләп кенә ҡалдырманы, йәшелсә-емештең ҡоролоҡҡа сыҙам сорттарын һайлау кеүек мөһим йүнәлештәрҙе лә күҙ уңынан ысҡындырманы.
Быйыл артыҡ ныҡ эҫе булыу арҡаһында эре хужалыҡтар ҙа, бер генә баш мал аҫраған хужалар ҙа бесәнгә ғәҙәттәгенән иртә төштө. Әлбиттә, быйыл уны былтырғы кеүек күпләп әҙерләү тураһында хыялланырға ла түгел – бесән үҙе һәйбәт кенә булһа ла, эҫе ҡояш үләнде көйҙөрә. Булғанын йыйып алыу өсөн әле эш әүҙем бара.
Башҡортостандың көньяҡ райондарын ямғыр әллә ни ҡыуандырмай. Яңыраҡ унда бер аҙ ямғыр яуып үткән, тик был ғына һыуға сарсаған ерҙе, үҫемлектәрҙе туйҙырамы һуң? Баймаҡ районында, мәҫәлән, 2010 йылғы ҡоролоҡ 100 мең гектар майҙандағы сәсеүлектәрҙе юҡҡа сығарғайны. Үткән йыл бөтөнләй көйһөҙләнде – июнь – июлдә ямғыр норманан ике тапҡырға кәмерәк яуһа, көҙгө баҫыу эштәре башланыу менән, ике тапҡырға күберәк яуып, мең бәлә менән үҫтергән уңышты ла һәйбәтләп йыйып алырға форсат бирмәне. Етмәһә, баҫыуҙарҙы саранча баҫа. ҡыҫҡаһы, ауыл эшсәндәре өсөн быйылғы йыл әллә ни һәйбәттән түгел.
Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығынан алынған мәғлүмәттәр буйынса, быйыл хужалыҡтар урып-йыйыу эштәренә ғәҙәттәгенән 20 – 22 көнгә иртәрәк төштө. Башҡа йылдарҙа иген һәм башҡа культураларҙы йыйыу июль аҙағы – август башында ғына старт ала ине, быйыл борсаҡ менән арышты 4 июлдә үк саба башланылар. Әле республиканың биш районында иртә өлгөрөүсән игенде урыуға төштөләр. БР Ауыл хужалығы министрлығы белгестәре игендең иртә өлгөрөүендә бер ниндәй ҙә проблема күрмәй, уны ваҡытында бураларға һалып өлгөрөргә генә кәрәк, тип тырышалар.
ҡыҫҡаһы, быйыл ауыл халҡына тын алырға ла форсат юҡ – йәшелсә-емеш, иген культуралары, техник культуралар бер-бер артлы өлгөрөп кенә тора.
Ауыл хужалығы министрлығы белгестәре билдәләүенсә, быйыл уңыш уртаса, әммә былтырғынан ҡайтышыраҡ буласаҡ. Уртаса уңыш бөтөнләй әҙ тигәнде аңлатмай. Шуға ла, булғанына шөкөр итеп, билде биштән быуырға ла, эшләргә генә ҡала. Иң пессимистик фараздар тормошҡа ашҡан хәлдә лә, Башҡортостан бойҙай менән тулыһынса тәьмин ителәсәк, тип вәғәҙә ителде. Тәү сиратта орлоҡ фонды тулыландырыласаҡ тип планлаштырыла.
Нимә генә булһа ла, республиканың көньяҡ һәм төньяҡ-көнсығыш райондарында күпселек хужалыҡтар һыу запасы буйынса “һуңғы нөктә”гә етеп килә.
Ашаған – һыу,
эскән – һыу…
Эҫе көндәрҙә кешеләр ҙә, башҡа йән эйәләре лә һыуҙы ғәҙәттәгенән күберәк ҡулланырға тейеш. Быны организм талап итә. Һауа дымлы булһын өсөн һыуҙы төрлө һауыттарға ҡойоп, йорттоң, офистарҙың төрлө урындарына ҡуйып сығыу ҙа тын алышын киңәйтергә ярҙам итәсәк. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: эҫе көндәрҙә иң шәп эсемлек – шәкәрһеҙ йылымыс йәшел сәй. Бынан тыш, төрлө компоттар, морстар, кеүәҫ, айран һәм ҡымыҙ ҙа һыуһынды ҡандыра. Газлы һәм татлы һыуҙы алмағыҙ ҙа. Улар былай ҙа зарарлы, ә инде эҫелә бигерәк тә. ҡайнар ҡара сәй ҙә һыуһынды яҡшы ҡандыра, уны эскәндә кеше тирләһә лә әллә ни зыян түгел. Эҫе мосолман илдәрендә халыҡ юҡҡа ғына көнө буйы ҡайнар сәй эсеп ултырмайҙыр.
Эҫелә ғәҙәттәгенән аҙыраҡ ашау файҙаға түгел. Һауа ниндәй генә булһа ла, ҡәҙимге тормош дауам итә. Тимәк, организм аҙыҡҡа мохтажлыҡ кисерә. Ашаған аҙыҡ һыуһыл булһа, бигерәк тә шәп. Шуға ла йәшелсә-емешкә өҫтөнлөк бирегеҙ. Шулай уҡ ит, балыҡ кеүек аҙыҡ тураһында ла онотмағыҙ.
Эҫелә һыуҙы саҡ-саҡ ҡына уртлап, ашыҡмай эсәләр.
Эҫе көндәрҙә форсат сыҡҡан һайын йылымыс һыу менән ҡойоноу талап ителә. Тик иғтибар итегеҙ – һыу һалҡын түгел, ә йылымыс ҡына булһын. ҡояш ошо тиклем ҡыҙҙырып торған ваҡытта температура күтәрелеп ауырып китеү бик ауырға төшәсәк. Әгәр һеҙ эшләгән, йәшәгән урында артыҡ эҫе икән, форсаты сыҡҡан һайын бинанан сығып, ағас күләгәһендә булһа ла ултырып инегеҙ. Ни тиһәң дә, даими рәүештә һауа температураһы юғары булған урында эшләү организмға ҙур зыян килтерә.
Эҫелә кейгән кейем тәбиғи туҡымаларҙан ғына булһын. Улар һауаны еңел үткәрә, тиҙ кибә. Артыҡ асыҡ кейенеп йөрөү эҫенән ҡотҡармай, киреһенсә, тәнгә һылашып тороп, тирене тағы ла нығыраҡ бешерә. Шуға ла йәй көндәрендә киң кейемдән дә шәберәге юҡ. Ул атлаған ыңғайы елгә елберләп тороп, тәнгә рәхәт еләҫлек бирәсәк.
Урмандар яна
4 июлдә Йылайыр районында янғын сыҡты. Янғындың сәбәбе – йәшен. Был фажиғә һөҙөмтәһендә унда ике гектарҙан ашыу урман зыян күргән. Йәкшәмбелә ҡотҡарыусылар янғынды тулыһынса һүндереүгә өлгәште. Үткән аҙнала Йылайырҙа тағы ла бер урман янғыны сыҡҡайны. Уныһын да туҡтата алдылар.
Бынан тыш, Бөрйән районында ла урман яна башлағайны. Шөкөр, һүндереп өлгөрҙөләр. Дөйөм алғанда, өс урында сыҡҡан янғын 5,3 гектар майҙанды ут аҫтында ҡалдырҙы.
Быйыл республиканың урман фондында кәмендә 57 янғын теркәлде. Уттан бөтәһе 313 гектар майҙан зыян күргән.
Был һандарҙы яҙыуы ғына еңел, ә бит бер төп ағасты үҫтереү өсөн кәмендә утыҙар йыл ваҡыт китә. Шуға ла урмандарҙа ошондай эҫе ваҡытта усаҡ яғыу, тәмәке төпсөктәрен ташлау алдынан саҡ ҡына булһа ла уйланайыҡ.
Нимә көтөргә?
Июль, август һәм сентябрҙә Башҡортостанда эҫе буласаҡ. Был турала республиканың Гидрометеорология үҙәгенең баш синоптигы Анна Козаева матбуғат конференцияһында хәбәр итте. Уның һүҙҙәре буйынса, июлдә температура ғәҙәттәгенән юғарыраҡ буласаҡ, көслө ел менән ҡойма ямғырҙар ҙа көтөлә. Бөгөндән тағы ла эҫе көндәр башлана. Ғөмүмән, июлдең өсөнсө декадаһы ла, алдағы көндәр ҙә эҫе торасаҡ.
– Алдан билдәләүҙәр буйынса, август һәм сентябрь айҙарының һауа торошонда ҙур айырма булмаясаҡ. Яуым-төшөм бик көтөлмәй, әммә ҡояш ҡайнарлығын йәлләмәйәсәк, – тине баш синоптик.
Уның әйтеүенсә, республикала һуңғы ике йылда ҡышын да, йәй ҙә яуым-төшөм ғәҙәттәгенән аҙыраҡ күҙәтелгән. Уның һөҙөмтәһендә һыу кимәле кәмегән. Хәл ыңғай яҡҡа үҙгәрһен өсөн алдағы йылдарҙың ямғырлы килеүе кәрәк. Башҡа бер ниндәй ҙә юл юҡ. Шуға ла беҙгә ямғыр менән ҡарҙың күп яуыуын Хоҙайҙан ялбарырға һәм тәбиғәтебеҙгә һаҡсылыраҡ ҡарарға өйрәнергә генә ҡала.
Климаттың йылыныуы ла хәүефкә һала. Бер нисә йылда уртаса температура 0,6 градусҡа күтәрелгән. Белгестәр билдәләүенсә, әгәр был күрһәткес 3 градусҡа етһә, беҙҙең республикала ла төрлө ғәрәсәттәр (катаклизм) башланыуы ихтимал. Аптырағандан башҡа: “Бөгөн үк аномаль эҫелекте күҙәтәбеҙ түгелме икән?” – тигән ауыр уйҙар килә.