10.07.2012 «Аллаға шөкөр, беҙҙекеләр иҫән-һау»,
– ти Анапа ҡалаһында гастролдә йөрөгән Стәрлетамаҡ драма театры артистары
Гәзитебеҙҙең үткән йома һанында хәбәр итеүебеҙсә, Стәрлетамаҡ дәүләт драма театры артистары Сочи ҡалаһында үткән һабантуйҙа ҡатнашты һәм, йылдағыса, ошо аҙнала Анапа ҡалаһында концерт менән сығыш яһарға тейеш ине. Хәбәрсебеҙ театр директоры Таһир Искәндәров менән бәйләнешкә сыҡты һәм ул телефон аша бына нимәләр һөйләне: «Сочи ҡалаһындағы һабантуй бик юғары кимәлдә үтте. 15 йыл инде унда Башҡортостандан делегация ҡатнашмаған икән. Ошондай ҙур тәнәфестән һуң көрәшселәребеҙ беренсе урынды яуланы. Халыҡ артистарыбыҙҙың сығышын яратып ҡабул итте.
Дауылға килгәндә, беҙ уны һиҙмәнек тә тиерлек. Әле матәм митингыһына барырға йыйынабыҙ. Телевизор, гәзиттәр хәбәр итмәһә лә, урындағы халыҡ һөйләүенсә, ямғыр күп яуыу арҡаһында бер быуа йырылған».
Ғөмүмән, бәләнең башын ғәрәсәткә генә һалдырып ҡалдырырға ярамайҙыр. Кемдеңдер вайымһыҙлығы арҡаһында күпме кешенең ғүмере өҙөлдө – шуныһы йәл.