«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Ҡатын-ҡыҙҙың матурлығы – әсә булыуҙа



10.07.2012 Ҡатын-ҡыҙҙың матурлығы – әсә булыуҙа

Башҡортостан Хөкүмәтендә биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән әсәләргә сираттағы республика наградаларын тапшырыу тантанаһы үтте. «Әсәлек даны» миҙалын төрлө район-ҡалаларҙан килгән 58 ҡатын-ҡыҙ алды. Награданы республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов тапшырҙы.
− Бөгөн беҙ матур сәбәп арҡаһында йыйылғанбыҙ. Миҙал менән бергә һеҙ йәмғиәттә танылыу алаһығыҙ. Шуны ла билдәләп үткем килә: күп балалы ғаиләләргә ныҡлы иғтибар – дәүләтебеҙ тотороҡлоғо нигеҙе, ғаилә ҡиммәттәренең яҡланыуына гарантия. Бөгөнгө сара – йәмғиәттең әсәлек проблемаһының мөһимлеген тулыһынса аңлауына сағыу дәлил. Бала табыу, тәрбиәләү, уҡытыу еңел эш түгел, һәм ул, башлыса, әсә иңендә ята. Беҙ әсәләргә иғтибарлы булырға, улар тураһында хәстәрлек күрергә бурыслы, − тип, күп балалы ғаиләләргә күрһәтелгән ярҙам тураһында һөйләне.
Республика Президенты, БР Хөкүмәте исеменән ҡатын-ҡыҙҙарға рәхмәт белдереп, вице-премьер уларға наградалар тапшырҙы. Әсәләр ҙә үҙ йәһәтенән улар хаҡында күргән хәстәрлеге өсөн хөкүмәткә рәхмәт әйтергә онотманы.
− ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙар, барығыҙҙы ла хаҡлы награда менән ҡотлайым, − тип мөрәжәғәт итте тантанаға йыйылғандарға биш бала әсәһе, Өфөнөң 3-сө поликлиникаһы педиатры Гөлнара Кравцова. − Әммә шуны ла билдәләгем килә: әгәр хәләл ефеттәребеҙҙең хәстәрлеге һәм ярҙамы булмаһа, беҙ бәхетле әсәй була алыр инекме ни?
Тантана, ғәҙәттәгесә, күмәкләп фотоға төшөү менән тамамланды.

З. ХӘСӘНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға