«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Туй күлдәге кейгән ҡыҙҙан Көнләшеп тә үлерлек...



06.07.2012 Туй күлдәге кейгән ҡыҙҙан Көнләшеп тә үлерлек...

Туй күлдәге кейгән ҡыҙҙан Көнләшеп тә үлерлек...
йәки Өйләнеү һөйләнеү түгел
Кеше тормошоноң иң матур мәле һөйгән йәрең менән етәкләшеп Никахлашыу һарайына барыу­ҙан башланалыр ул. Тик мөнәсәбәттәрен никах менән нығытыусыларҙың бәхеттәре дауамлымы?
Стәрлетамаҡ ҡалаһының ЗАГС бүлеге мәғлүмәттәренә ҡарағанда, никахҡа инеүселәрҙең яртыһы айырылыша. Бының сәбәбен асыҡларға теләп, бер нисә кешегә мөрәжәғәт иттем һәм, ғәйеп атта ла, тәртәлә лә, тигән фекергә килдем.
Азалия менән Хәбирҙең йәш айырмаһы ни бары ике йыл. Улар бер мәктәптә уҡып, бер-береһен белеп ғаилә ҡора. Егет, мәктәпте алтын миҙалға тамамлап, юғары белем ала, өйләнешкәндә ҙур булмаған ҡалала инженер булып эшләй. ҡыҙ, бухгалтерҙар курсын тамамлап, кибеттә һатыусы булып эшләй. Бәхетле йәшәр өсөн йәштәр­ҙең бөтә шарттары ла була. Бынамын тигән өс бүлмәле фатир, арыу маркалы еңел машина. Бер-бер артлы ике ҡыҙҙары тыуа. Ни ғәләмәттер, ошо матур ғаилә ун йыл йәшәгәндән һуң тарҡала. Ауылда Азалияны, икенсе ир менән бәйләнгән, имеш, тип яманлап һөйләйҙәр. Уның үҙен тыңлағас, мәсьәләнең айышына төшөнгәндәй булдым. Ғаилә ҡороп, бергә йәшәй башлағас та егеттең ата-әсәһе улдарынан уны "уҡытып, кеше иткәндәре" өсөн сығымдарҙы кире ҡайтарыуын талап итә, йәғни ғаилә башлығы Хәбир эш хаҡын кәләшенә тоттормай, ата- әсәһенә ебәреп торған булып сыға. Шул уҡ ваҡытта Азалия һәм балалары фәҡирлектә йәшәй, тип әйтергә лә тел әйләнмәй. Кеше кейгәнде кейеп, кеше ашағанды ашайҙар. Ә инде ят ир менән бәйләнеү мәсьәләһенә килгәндә, ул эшләгән ҡатын-ҡыҙҙарҙан ғына торған коллективта ҡатындар ирҙәре менән булған енси мөнәсәбәттәрен "уртаға һалып бүлешкән". Шул саҡта Азалия был өлкәлә наҙан булыуын асыҡлай. Сыуаш милләтенән булған Миша менән йөрөй башлағас ҡына күп нәмәгә төшөнә. Һуңынан Азалия ҡатынын юғалтҡан башҡорт иренә тормош­ҡа сыға һәм иғтибарға, бәхеткә төрөнөп, ир ҡатыны булып, мул тормошта йәшәй. Һуңлап булһа ла бәхете асыла, тиергә була. Хәбир бер нисә ҡатын менән йәшәп ҡарай, уңмай.
Икенсе миҫал. Альбина, йәше етеп, һайланмай үҙенән өлкән генә кешегә кейәүгә сыға. Ире ҙур түрәнең машинаһын йөрөтә, үҙе кибеттә мөдир булып эшләй. Фатирҙары бар, матди яҡтан ҡытлыҡ кисермәйҙәр. Тик был ғаиләлә лә аҡсаға ир хужа була. Егерме йылдан һуң ғаилә тарҡала. Никахтан ҡыҙҙары бар. Ләкин ире ҡатыны менән араларын һыуытмай, бар яҡлап та ярҙам итеп тора. Хатта ғаиләһен һаҡлап ҡалырға уйы ла була. Тик Альбина уның рәсми айырылышыу теркәлмәҫ борон уҡ ҡыҙынан йәшерәк ҡатын-ҡыҙ менән сыуалыуын кисерә алмай һәм, яңғыҙ йәшәргә күнектем инде, сәләмәтлегем дә юҡ, яңынан ирҙе хеҙмәтләндергем килмәй, тип кенә ҡуя. Шулай ҙа ҡатыны үлгән берәй кеше менән танышырға һәм үҙе өсөн йәшәүгә өмөтөн һүндермәй.
Артурҙың айырылышҡанына байтаҡ ваҡыт уҙған. ҡыҙы үҫеп килә. ҡатыны икенсе иргә сыҡҡан һәм уртаҡ балалары бар. Артур һәм уның ҡатыны бер үк дөйөм ятаҡта йәшәй. Шуға күрә, теләһә-теләмәһәләр ҙә "бажа"ларға дөйөм ятаҡтың уртаҡ ишегенән йөрөгәндә осрашырға ла тура килә. Артур икенсе ҡатын менән йәшәп ҡараған, ләкин уның тәүге никахтан булған балаһын үҙһенмәгән. "Шул тиклем холоҡһоҙ малай, бергә йәшәү мөмкин түгел", − ти ул. Ләкин үҙе төҫкә һөймәлекле һәм даими эш урыны ла булғас, ҡатын-ҡыҙ иғтибарына ҡытлығы юҡ тиергә була. Ләкин уның араҡы менән дуҫ булыуы ла йөҙөнә сыҡҡан. Ул тәүге ҡатынын: "Эштән һуң әҙ генә һуңлап ҡайтһам да тауыш ҡуптара ине, ашарға бешермәгән, хатта эштән һуң икмәккә сыҡҡан саҡтар ҙа булды", − тип ғәйепләй. Ирҙең үҙен аҡларға, ҡатынын ғәйепләргә маташыуы ышандырмай. Гүзәленең яҙмышынан уҙмыш таба алыуы һоҡландыра.
Ирина менән Андрей яратышып өйләнешә. Заман йәштәренән ҡалышмайынса, бик елле итеп туй үткәрәләр. Ата-әсәләре ике яҡлап та кредитҡа бата. Ике ай йәшәгәндән һуң уларҙың холоҡтары тап килмәүе асыҡлана. Ирина Андрей­ҙың элекке дуҫтарынан айырыла алмайынса төн уртаһында ҡайтыуын күтәрә алмай. Ә ирҙең армиянан һуң ирекле тормошта аҙыраҡ ҡына йәшәп ҡалыуы асыҡлана. Бер һүҙ менән әйткәндә, ир ҡатынының шарт ҡуйыуын, көйһөҙләнеүен өнәп етмәй.
Тормошта бер үбешеүҙән һуң: "Ауырға ҡалманыммы икән?" – тип баш ватып йөрөүсе бөтөнләй тәжрибәһеҙ ауыл ҡыҙҙары ла осрап ҡуя. Шулай уҡ ҡала балалар баҡсаһына йөрөгән балаларҙың ҡайһы берҙәре "баланың кәбеҫтә араһынан" сыҡмауын белеүе менән шаңҡыта.
Әлбиттә, беҙ, кем менән ҡарайғанһың – шуның менән аҡлан, тип тәрбиәләнгән быуын. Шуға ла беҙгә хәҙерге йәштәрҙең никахлашыу мәсьәләләренә етди иғтибар бирмәүе, ғаилә ҡиммәттәренең юғала барыуы борсоуға һала. Бөтә парҙарҙы ла бер ҡалыпҡа һалыу дөрөҫ үк булмаҫ. Йәғәфәровтар ғаиләһенә килгәндә, улар икеһе бер класта уҡып, Миңзәлә Фәнүрҙе армиянан көтөп алып өйләнешкәндәр. Ике ул үҫтергәндәр. Береһе – ут, икенсеһе һыу булып йәшәгәндәр. Быйыл йәйгеһен уларҙың бергә йәшәүенә 30 йыл тула.
– Хәҙерге йәштәр ғаилә ҡороуға еңел ҡарай. Никахҡа ингәнсе үк бергә йәшәп маташалар ҙа, бер-береһенән туйғас, мең ғәйеп табып, ЗАГС тупһаһына барып та етә алмайынса айырылышалар. Бындай бәйһеҙ бәйләнештән, башлыса, ҡатын-ҡыҙ отола. Ярай ҙа ул ауырға ҡалмаған булһа... Һөҙөмтәлә яңғыҙ ҡатындар, етем балалар һаны арта. Совет заманында тәрбиәләнгәмелер, беҙ үҫкәндә алдан ҡушылып йәшәү ҙур оят һанала һәм тыйыла ине. Бөгөн был күренеш ғәҙәти хәл һымаҡ ҡабул ителә. Тәртипле, тыйнаҡ ҡыҙҙарға: "Был мәмерйәнән сыҡтымы икән әллә?" – тип ҡарайҙар. – Кеше ғүмерен, йылдар үткәс, ейән-ейәнсәрҙәре алдында ҡыҙармаҫлыҡ итеп йәшәргә тейеш, – тип һүҙен тамамланы Миңзәлә.
Фәтих менән Зәбиләнең бергә донъя көтөүҙәренә 50 йыл тулған. Ике балалары тыуған, бер-береһен ныҡ көнләшеүҙәре арҡаһында айырылышып, бер йыл айырым йәшәп ҡарағандар. Тик, бер-береһенә булған тоғролоҡто һаҡлап, ҡабат бергә йәшәп алып киткәндәр. Хәҙер уларҙың дүрт ейән-ейәнсәре бар.
– Йәшлек ҡыҙыулығы менән айырылышырға ашыҡмағыҙ. Ете ҡат үлсәп, бер ҡат киҫегеҙ. Сабыр булығыҙ. Бер ҡырҡылған икмәктең кире йәбешмәүен дә иҫегеҙҙән сығармағыҙ. Бергә йәшәүҙәргә ни етә, – ти улар икеһе бер һүҙҙән.
Кемгә нисектер, ләкин ҡаршыма таяҡ таянған бабай менән ҡултыҡлашып килгән көмөш сәсле инәйҙе күреп һоҡланам. Аҡ көнләшеү менән көнләшерлек һүнмәҫ мөхәббәте уларҙың йөҙҙәрендә сағыла.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға