06.07.2012 Усаҡ һүнмәһен, нәҫел ебе өҙөлмәһен
Үткән аҙнала Ейәнсура районының өс ауылында – Иҙәштә, Яңыбайҙа, Ибрайҙа гөрләп «Шәжәрә», «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы уҙҙы. Гәзитебеҙҙең был һанында Иҙәш менән Яңыбайҙағы байрамдар хаҡында бәйән итмәксебеҙ.
Иҙәш
Ауылдаштар үпкәләмәһен инде ҡушаматтарын республика кимәлендә таратҡанға – районда ауылды «ҡытай» тип кенә ебәрәләр. Халҡының күп булыуына ҡарап әйтәләр быны. Иҙәштәр үҙҙәре лә исемгә күнеккән. Уның ҡарауы, оптималләштереү елдәре ауыл мәктәбен урап үтә. 90-сы йылдарҙан һуң ғына урта мәктәпкә әйләнгән белем усағын ябыу хаҡында һүҙ күтәрелмәй ҙә хатта. Бөгөн 111 уҡыусы иҫәпләнә, мәктәп янындағы балалар баҡсаһына ла 25-тән ашыу бала йөрөй. ҡасандыр беҙ ҙә бер класта ғына 31 бала уҡыһаҡ, бөгөн класташтарым – Вәсилә еңгә менән Фаиз ҡыуатовтар – биш, Әлфинур еңгә менән Радмир ҡыуандыҡовтар – алты, Рәфиә менән Шәйнур еҙнә Күскилдиндар – ете, Гөлкәй менән Артур еҙнә Ишмырҙиндар ете бала тәрбиәләй. Бер синыфтан ике әсәнең, ике класташтың ҡатынының «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнгәне бармы икән?
Иҙәштә элек-электән ҡыуандыҡовтар, ҡәҙербаевтар, Мөхәмәтйәновтар, Ураҡаевтар, Ишкининдар, Ишмырҙиндар, Фәйрушиндар, Мусаҡаевтар, Уразовтар, ҡунаҡбаевтар, Ғайсаровтар, Байгилдиндар, Фәйзуллиндар династиялары йәшәгән. Ситтән килеп урынлашыусылар бик аҙ. Сәбәптәре төрлөсә. Иҙәштәр ситтәрҙе үҙ араһына бик индереп бармай, ә үҙ-ара бик татыу, дуҫ көн күрә. Хатта заманындағы репрессия елдәре ауылға ҡағылмай – халыҡ бер-береһе өҫтөнән ялыу яҙмай. Башҡортостаныбыҙ ҙа ошо ауыл кеүек булһа икән дә бит.
Тәбиғәтенең матурлығын тәфсирләп яҙып та тормайым. Шуныһын ғына әйтеү ҙә етә – Иҙәш йылғаһында бәрҙенән, суртандан башҡа балыҡ юҡ. Уныһын да ҡурҡа-ҡурҡа ғына яҙам әле, хәҙер деликатес ашарға яратыусылар күп бит, килеп йонсоторҙар йә. Улай тиһәң дә, ауылға кемгәлер төбәп бармаһаң, имен-аман ҡайтырмын тимә. Хатта элек-электән милиция, бөгөн полиция инде, хеҙмәткәрҙәре лә уны урап уҙырға тырыша.
Республика кимәлендә исемдәре билдәле ауылдаштары ла күп иҙәштәрҙең. Яңы ғына юбилейын билдәләгән яҙыусы Гөлсирә Ғайсарова-Ғиззәтуллина, тарихсы Дамир Күскилдин, ағалы-ҡустылы Наил һәм Нурвил Сөләймәновтар, мәрхүм шағир Ғилман Ишкинин, журналистар Фәтих Абдуллин, Зөлфиә Фәйрушина, йырсы-композитор Минзирә Аҡҡошова һ.б. Бына ошондай данлы кешеләрҙе биргән ауыл халҡы 29 июндә, быға тиклем Ейәнсура районында булмағанса туғыҙ тирмә ҡороп, ситтә йәшәгән ауылдаштарын йыйҙы.
Байрамға әҙерлек былтыр уҡ башлана. Үтәғол ауыл хакимиәте башлығы Хәйҙәр Сәйфетдинов әйтеүенсә, халыҡ тәүҙә, нимәгә кәрәк ул байрам, тиеберәк ҡараһа ла, аҙаҡ дәртләнеп эшкә тотона. Йәш етәксенең тәүге етди эше булғас, ул да байрамды үткәреүгә бөтә көсөн һала. Тиҙ арала ауыл кейәүгә сығырға йыйынған кәләштәй матурая. Өсҡат менән Иҙәште тоташтырыусы баҫманың яңыртылыуы ғына ла халыҡты күпме бәләнән ҡотҡара.
Шуныһы ҡыуаныслы – ауылым тип янып йөрөүсе егеттәр ярҙам ҡулы һуҙырға ашыға. Элекке кеүек иҙәштәр ҙә, колхоз булыр әле, тип бер аҙ бушҡа ышанып йөрөгәндән һуң ең һыҙғанып яңы тормошҡа яраҡлашырға тотона. Шундайҙарҙан Мансур ҡәҙербаевты, Радмир ҡыуандыҡовты, Рим Байгилдинды, Ирәндек ҡобағошовты, Фәһим һәм Илшат Ураҡаевтарҙы, Варис Мөхәмәтйәновты миҫалға килтерергә була. Кемдер пилорама аса, кемдер теплицала йәшелсә үҫтерә, кемдер бура бурай, магазин асып һатыу итә. Фаиз ҡыуатов иһә бөтә көсөн бал ҡорттарын ҡарауға бирә. ҡалған ир-егеттәр ҙә тик ятмай – йә Себерҙә, йә яҡын тирәләге ҡалаларҙа ғаиләһен ҡарарлыҡ аҡса таба.
Беҙ кемдән кәм, тигән кеүек, Ураҡаевтар араһы байрамға хатта ике тирмә ҡороп ҡуя. Ә тирмәләрҙә нимә генә юҡ! Быуа эшләп, балыҡ та ебәрелгән, эргәлә генә ҡурай еләге бешә. Иллә балалар рәхәтләнде инде ҡурай еләгенә. Башҡорттоң боронғо эш ҡоралдары ла, араның төплө эшләнгән шәжәрәһе лә, хатта, комиссия ағзаларын аптыратып, сабыйын имеҙеп ултырған әсә лә тирмәнең бер йәме була икән дә. Республика кимәлендә лә бындай энтузиазм менән биҙәлгән тирмәләрҙе осратмаҫһың. Әлбиттә, һәр байрамдың күрке булған спорт ярыштары, уйындар бик күп ойошторолдо. Тағы бер нәмәне билдәләмәйенсә булмай – бер кем дә һорамаһа ла, билдәле журналист Дәүләткирәй Мәһәҙиевтың улы, Өфөләге «Дельрус» компанияһы директоры Рәхим Мәһәҙиев иҙәштәргә бер ҡосаҡ бүләк ебәрә. Уның әсәһе лә ошо ауылдан бит. Бәйгеләрҙә еңеүселәр электр ит турағысын, сәйнүкте, үтекте файҙаланған һайын уға рәхмәт уҡыр әле. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Рауил ҡунаҡбаев иһә мәктәпкә автобус, мәҙәниәт йортона яңы аппаратура бүлеүҙәре хаҡында белдерҙе. Ул аппаратураны ауыл таланттары һынап та ҡараны инде. Хатта байрам шатлығын уртаҡлашырға килгән район артистары – Фәйрүзә Хәсәнова, Вафа Мәүлетов, Радмир Дәүләтбәков, Сәүиә Йәнсурина, Айгиз Түләбаевтар, бынау хәтле йырсы-бейеүселәрегеҙ бар, беҙҙе нимәгә саҡырҙығыҙ инде, тип, «местный»ҙарҙы ҡупайтып та ебәрҙе.
«Бына яңы мәсеткә генә нигеҙ һалып өлгөрөп булманы», – тип бер аҙ көйөбөрәк йөрөй ине Радмир ҡыуандыҡов. Баҡтиһәң, эшҡыуар ауылдаштарының рөхсәте менән иман йорто өсөн урын әҙерләп тә ҡуйған икән. Шундай егеттәргә «афарин»дан башҡа ни әйтерһең! Нисауа, киләһе осрашыуға тиклем яңы мәсет тә булыр, тип өмөтләнәйек. Ана бит, ҡунаҡҡа ҡайтыусыларҙың күбеһе, ни эшләп беҙҙе лә ойоштороу эштәренә ылыҡтырманығыҙ, тип, төҙөлөшкә үҙ өлөшөн индерәсәге хаҡында белдерҙе. Иң мөһиме, халыҡ ошондай сараларҙың ауылдың киләсәге өсөн бик кәрәкле булыуына тағы бер инанды.
Күргәндәрен, ошо ауылда тыумаһа ла, күптән Иҙәш кешеһенә әйләнгән
Артур Дәүләтбәков бәйән итте.
Розалия Сәйфетдинова һәм
автор фотолары.
Яңыбай
30 июндә Яңыбай ауылында ҡарасуриндар, ҡужәхмәтовтар, Хөсәйеновтар, Күсәковтар, Күҙәшевтар, Мортазиндар үҙ тамырҙарын барланы. Ошо уҡ көндө мәсет асыу тантанаһы ла булып үтте.
Яңыбайҙарҙың тантаналы сараһы яңы төҙөлгән мәсет алдында башланды. Уны ауыл биләмәһе башлығы Самат Зият улы ҡансурин асты. Артабан ауыл муллаһы Хәлит ағай Солтанов һүҙ алып, мәсетте төҙөүгә көс түккән ауылдаштарының исемдәрен атаны, уны төҙөкләндереүгә аҡсалата ярҙам иткән ҡан-ҡәрҙәштәренә (улар бик күп ине) йөрәк түренән сыҡҡан оло рәхмәттәрен еткерҙе. Ғаиләләренә, үҙҙәренә Аллаһы Тәғәләнең сауаптарын насип итһен, тине сығыш яһаусы. Мәсетте төҙөүгә яңыбайҙар дәррәү күтәрелгән, кесеһе лә, олоһо ла берҙәй булып ҡулынан килгәнсә башланған изге эште аҙағына еткереүгә тос өлөштәрен индерергә тырышҡан, бер кем дә ситтә ҡалмаған. Ысынлап та, сығыш яһаусыларҙың һәр береһенең телмәрендә был һүҙҙәр ҡыҙыл еп булып үтте. Кемдәр туранан-тура мәсет төҙөү эшендә ҡатнаша алмаған, ошо тантаналы сарала махсус әҙерләнгән йәшниккә үҙ иғәнәләрен индерҙе.
Муниципаль район хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Басир Ғәфүрйән улы Хәбибуллин да яҡташтары алдында телмәр тотоп, уларҙы ошо оло ваҡиға – мәсет асылыу тантанаһы менән тәбрикләне. Мәсеткә Түбәнге Мәмбәтша мәсетенең метрика китабынан алынған мәғлүмәттәрҙең тәржемәһе лә, төп нөсхәһе лә баҫылған китапты бүләк итте. Был эштә уға Иҫәнғолдан тарихи ҡомартҡыларҙы өйрәнеүсе Иршат Йәнбирҙин ярҙам ҡулы һуҙған. Әйткәндәй, был китап 20 данала баҫылған һәм уны Басир Ғәфүрйән улы ауыл китапханаһына, мәктәпкә лә бүләк итте. Ә үҙ ғаиләһе исеменән ул мәсеткә 5 мең һум иғәнә индерҙе.
Төштән һуңға яңыбайҙар һәм ситтән ҡайтҡан ҡунаҡтар Шәжәрә байрамы үтә торған майҙанға ағылды. Унда һәр ара үҙ шәжәрәһен барлап, тирмәһен ҡорған. Һәр ара сәхнәгә сығып үҙҙәрен яҡланы. Ғөмүмән, Яңыбай ауылында һәр ырыуҙың ғорурланып телгә алырлыҡ үҙ шәхестәре бар. Мәҫәлән, ҡужәхмәтовтар Ирек Сабирйән улы Сабировты үҙ ырыуының арҙаҡлы шәхесе тип иҫәпләй. Ул районыбыҙ йәмәғәтселегенә киң билдәле булмаһа ла (ни тиһәң дә, СССР-ҙың Дәүләт именлек комитеты (КГБ) структураһында хеҙмәт иткән кеше бит), ғүмер юлы халҡына, иленә намыҫлы хеҙмәттә үткән.
Мортазиндар ырыуынан Хәким Мортазин – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, Әбделғәзиздең балалары Рәҡиә, Зәки, Рәйсә Медногорск ҡалаһында йәшәй һәм сауҙа өлкәһендә уңышлы эшләп йөрөй. Нурвил Мортазин хәҙерге ваҡытта ауыл мәҙәниәт йортона етәкселек итә.
Күҙәшевтар араһында төрлө һөнәр кешеләре бар. Мәҫәлән, яңы колхоз төҙөлөшө башланған йылдарҙа коллектив хужалыҡта рәйес булып Шамил Күҙәшев эшләгән. Хәҙерге быуындан Тәнзилә, Хөсәйен Күҙәшевтар «БР-ҙың мәғариф отличнигы», Илдар Күҙәшев «БР-ҙың атҡаҙанған юл төҙөүсеһе» исемдәрен йөрөтә. Алис менән Иҙел Күҙәшевтар эске эштәр бүлеге хеҙмәтен һайлаған.
Күсәковтар нәҫеленән Ишғәле Күсәков – һуғышҡа тиклемге ауыр йылдарҙа ауыл советы рәйесе, ике тапҡыр коллектив хужалыҡ рәйесе йөгөн тарта. Хәҙерге быуындан Факил Күсәков та тәүҙә ҡужанаҡ, аҙаҡ Иглин районы Аҡбирҙе ауыл биләмәләрендә хакимиәт башлығы булып эшләй.
Яңыбай ауылы тарихында Хөсәйеновтар нәҫеленең дә индергән өлөшө ҙур. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәлиән Хөсәйенов 32 йыл буйы ауыл советы рәйесе йөгөн тарта. Уның бер туған ҡустыһы Нурый 22 йыл колхоз рәйесе булып эшләгән. Шәкир Нурый улы 1983 йылда партия райкомында ойоштороу бүлеге инструкторы, 1984 − 1988 йылдарҙа – “Инәк” совхозында партия ойошмаһы секретары, 1988 − 1992 йылдарҙа – “Салауат” колхозында рәйес, 1992 − 2003 йылдарҙа Яңыбай ауыл советы рәйесе лә, бер үк ваҡытта колхоз рәйесе лә булып эшләй.
Шәжәрә байрамы барышында сараны үткәреүгә тос өлөш индергән уңған ғаиләләргә ауыл советының Маҡтау ҡағыҙҙары, иҫтәлекле бүләктәре тапшырылды. Төплө һәм йөкмәткеле төҙөлгән ҡансуриндар шәжәрәһенә 1-се урын бирелде. “Иң яҡшы шәжәрә” номинацияһында – ҡужәхмәтовтар менән Күсәковтар, дәртләндереү призы менән Хөсәйеновтар, Күҙәшевтар, Мортазиндарҙың шәжәрәләре билдәләнде. Рәсимә Янбаева менән Гөлъямал Хисмәтова “Иң яҡшы баҡса” номинацияһында еңеүсе булды. Район мәҙәниәт бүлеге артистары яңыбайҙарҙың Шәжәрә байрамын сағыу йыр-моңдары менән биҙәһә, ауылдың һәүәҫкәрҙәре лә һынатманы, үҙҙәренең йыр-моңға ғашиҡ булыуын күрһәтә алдылар.
Миҙхәт АҪЫЛБАЕВ.
Автор фотолары.