«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » «Йәшәргә, яратырға һәм яратылырға ваҡыт»



06.07.2012 «Йәшәргә, яратырға һәм яратылырға ваҡыт»

Башҡорт яҙыусыһы Гөлсирә Ғиззәтуллина… Күҙ алдына уның ябай һәм ихлас, төрлө яҙмышлы геройҙары баҫа, тик уларҙың тормошо гел шау сәскә түгел. Хәйер, ысынбарлыҡта ла шулай бит − тормош һәр саҡ беҙ көткәнсә генә тәгәрәмәй. Һынауҙар һәм ҡаршылыҡтар аша ғына бәхеттең татлы тәмен ауыҙ итәбеҙ. Ғазап татымайынса, һөйөү, ҡайғы күрмәйенсә, рәхәтлектең баһаһын аңламайһың – йәшәйештең ҡануны был.
Гөлсирә Ғиззәтуллинаның ижадына хайран ҡалырһың! Ул – көслө психолог. Һәр бер геройын яратып һүрәтләй, килешле һүҙҙәрен дә таба, көлдөрә лә, балауыҙ һыҡтыра ла белә. Ошо көндәрҙә ике бишле юбилейын билдәләүсе яҙыусы менән осраштыҡ.

− Гөлсирә Мирза ҡыҙы, әҫәрҙәрегеҙҙең геройҙары кем ул? Һеҙ уларҙы ҡайҙан алаһығыҙ?
– Əҙəбиəткə журналистика аша килдем. Хəбəрсенең эше шул бит инде, командировкаға бараһың, кешелəр менəн танышаһың. Йыш ҡына журналисҡа психотерапевт кеүегерəк ҡарайҙар, эс бушаталар, яҙмыштарын һөйлəйҙəр. ҡайһы ваҡыт шундай тетрəндергес ваҡиғалар була. Ə мин ҡайтам да, мəктəп, ферма, клуб тураһында репортаж, мəҡəлə яҙам. Ниндəйҙер бер мəлдə был яҙмыштар йəшəргə ҡамасаулай башланы. Уларҙан нисектер арыныр­ға кəрəк ине. Тəүге хикəйəлəр шулай яҙылды. Ғөмүмəн, һəр əҫəремдə лə ниндəйҙер ысын ваҡиға ята һəм һəр геройҙың прототибы бар. Əлбиттə, улар тормоштан туранан-тура күсмəй. Образдарҙы үҙ ҡаның, энергияң менəн һуғараһың, ит ҡундыраһың. Минең өсөн ижад, ниндəйҙер бер кимəлдə, стихиялы процесс. Хатта əҫəрҙе уйлап та сығармайым кеүек. ҡайһы берҙə хикəйəнең уртаһы һəм аҙағы бар, башы юҡ. Йəки башы менəн аҙағын яҙғанмын, уртаһында нимə булғаны асылмай. Унар, ун бишəр йыл яҙған əйберҙəрем бар. Яҙғанда, əҫəр тыуған саҡта, əйтеп, аңлатып бирмəҫтəй лəззəт кисерəм. Ижад ғазабы тигəндəре аҙаҡтаныраҡ килə. Һүҙ булып та əүəлəнмəгəн саҡта сағыу, тулы ҡанлы булған картиналарҙың баҙҙа шытҡан картуф һабағы һымаҡ булып килеп сыҡҡанынан шул тиклем күңел ҡайта. Йəнем көйөп, ырғытып ҡуям да, онотолоп бөткəс, ҡабат уҡып: «Аһа, йүнле генə килеп сыҡҡан да инде», – тип кеше күҙенə сығарырға баҙнат итəм.
– Уҡыусыларығыҙҙы ниндəй яңы əҫəрҙəрегеҙ менəн ҡыуандырырға йыйынаһығыҙ?
– З. Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә «Йәшәргә ваҡыт» тип аталған китабым бына-бына донъя күрергә тора. Əле беренсе корректураһын уҡып ебəрҙек.
Йəшəй-йəшəй донъяның ни тиклем матур икəненә төшөнəһең. Ана шул тормоштоң үҙе кеүек үк иҫке, шул уҡ ваҡытта һəр кем өсөн, һəр таңда ергə төшкəн ысыҡ һымаҡ яңы был хəҡиҡəтте башҡалар менəн уртаҡлашырға телəнем. Һуңғы осор­ҙа Көнсығыш фəлсəфəһе менəн мауығып киттем. Ул тормошҡа бəхет күҙлеге аша ҡарарға ярҙам итə һəм көтөлмəгəн асыштарға этəргес яһай. Баҡһаң, һəр əҙəм балаһы Аллаһы тəғəлə тарафынан ожмах һымаҡ итеп яратылған ошо донъяла үҙе тамуҡ яһап ала икəн. Һəр кем үҙ тамуғында илай-илай, ҡайғыра-ҡайғыра ләззәтлəнеп ултыра. Ғөмүмән, беҙ, нишлəптер, ғазапланырға яратабыҙ. Бəлəкəс кенə бер миҫал. Миңə берəү бынан егерме йыл элек рəнйеткес һүҙҙəр əйткəн икəн, ти. Ə ул һаман минең хəтеремдə. Иҫемə төшөрəм дə əрнейем, уйлайым да ғəрлəнəм. Ə бит ошо егерме йыл эсендə меңəрлəгəн кеше миңə матур һүҙҙəр əйткəн, күңелемде үҫтергəн, яҡшылыҡ ҡылған. Ə мин күңел түренə мине яратҡандарҙы түгел, ə шул рəнйетеүсене мендереп ултыртҡанмын. Бына шуны аңлау үҙе генə лə тормошҡа бөтөнлəй икенсе төрлө ҡарарға мөмкинлек бирə. Яңы китабымдағы «Йəшə, егет» əҫəрендə иһə суицид проблемаһын ҡуҙғаттым. Нишлəп йəш кенə егеттəр был донъянан китергə ҡарар итə? Йыш ҡына йəшəүҙəн туйғандар түгел, был тормошҡа артыҡ юғары талап ҡуйған һəм шул арҡала күңелдəре ҡайтҡандар үҙ-үҙенə ҡул һала. Был аяныслы, əйтеп бөтөргөһөҙ. Шуға геройым миҫалында, тормошта үлемдəн башҡа бер ниндəй ҙə көрсөк юҡ, тигəнде əйтергə тырыштым. Хатта үлем дə, моғайын, көрсөк түгелдер. Яңы башланғыстыр. Əммə был яңы мөмкинлек бер ҡайҙа ла ҡасып китмəй. Шулай булғас, яҡты донъяға ошо яҙмыш, ошо булмыш менəн тыуғанһың икəн, бөтөн ҡаршылыҡ­тар­ҙа үҙеңдең əҙəмлегеңде һынап ҡарап, үҙеңə яҙған бөтөн үрҙəргə үрлəп, тəрəнлектəрен айҡап сығыу ҡыҙыҡ та инде. Һынау, ҡыйынлыҡтар юғарылыҡҡа (булмышыңдың юғарылығына) ынтылыуға бер мөмкинлек кенə тип ҡараһаң, йəшəү сəмле, тимəк, мауыҡтыр­ғыс була. Иң татлы еңеү ул – үҙ-үҙеңде еңеү. Барон Мюнхгаузен əйтмешлəй, һаҙлыҡтан үҙеңде үҙең сəсеңдəн тартып сығарыу. Яңы китабымда шул тойғоларымды асып бирергə тырыштым.
Йәшәргә, яратырға һәм яра­тылыр­ға ваҡыт. Юғиһə беҙ йыш ҡына ҡараламалағы һымаҡ йəшəйбеҙ.
− Ижадығыҙҙың тәүге өлөшөндә әсенеү, әрнеү, көслө тетрәнеү, һағыш асыҡ ярылып ята. Был нимәнән килә?
− Мин яңғыҙлыҡ, ҡайғы-хәсрәт күрмәй, иҫ киткес ныҡ яратылып үҫтем. Ғаиләләге төпсөк бала өлөшөнә бик күп иғтибар бүленде, холоҡһоҙ иркә инем (йылмая). Атайым менəн əсəйемдəн уңдым, улар шул тиклем ярата белə торған изге күңелле кешелəр ине. Ғүмерем буйы апайым Земфира менəн ағайым Салауаттың иркə һылыуы булып йəшəйем. ҡайһы ваҡыт балаларым: «Əсəй, һин үҙең дə хəҙер ҙур бит инде», – тип көлөп ала. «Улар бит барыбер минəн ҙурыраҡ», – тим. Балаларымдан, əле ейəнем менəн ейəнсəремдəн, кейəүемдəн уңдым. Күҙеңə ҡарап кəйефеңде аңлап торалар. Ғүмер буйы эргəмдə тоғро дуҫтарым булды. Шуға күрə тормош­ҡа зарланырға бер сəбəбем дə юҡ. Моғайын, тормошҡа фажиғəле, əрнеү аша ҡараш миңə яҙыр өсөн кəрəк булғандыр. Батып үлерҙəй һағыш даръяларын йөҙөп сыға алыу ана шул һынауҙыр, моғайын. Ысынлап та, тəүге əҫəрҙəремдə тормош ауырлыҡтарынан сығыу юлын мин үҙем дə тапмай инем. Шуға күрə геройҙарымды үлтереп ҡуя торғайным. Уларҙы тормоштарының иң ҡыйын мəленəн алып һүрəтлəп, еңеп сыға алырҙармы, тип күҙəтеү минең үҙемə лə мауыҡтырғыс ине. Бəлки, улар менəн бергə үҙемə лə сынығыу кəрəк булғандыр.
Бер мәл Мостай ағай Кәрим: «Ни өсөн уҡыусыларыңды йәлләмәй­һең?» – тип һораны. Ул үҙе: «Мин тормоштоң яҡты яғында йəшəйем», – тип əйтə торғайны бит. Шул саҡ: «ҡараңғылыҡта йәшәүселәр тураһында ла кемдер яҙырға тейештер бит», − тип яуап биргәйнем. Ə хəҙер күберəк яҡтылыҡты яҙғы килə. Ғөмүмəн, физиктар əйтеүенсə, ҡараңғылыҡ юҡ икəн. Ə яҡтылыҡтың булмауын ҡараңғылыҡ тибеҙ. Күңелебеҙгə сүп-сар, əрнеү, һыҙланыу, рəнйеүҙəр тултырып, яҡтылыҡҡа урын ҡалдырмайбыҙ икəн. Бына шул сүп-сарҙан ҡотолоу юлы ҡыҙыҡһындыра мине хəҙер.
Уҡыусыларымдан: «Хикәйәләре­геҙҙе илай-илай ҡат-ҡат уҡып, йөрәгемә дауа алам», − тигәнерәк һүҙҙәр­ҙе йыш ишетә инем. Ә һуңғы әҫәрҙәремдә күберәк позитив ҡараш урын алды. Шуға күрə, минең элек яҙғанымды яратҡан уҡыусыларымды юғалтмаҫмынмы, яңыларын табырмынмы, тигəн хəүефем дə бар.
− Тормош иҫ киткес ҙур тиҙлектә алға елә. Яңы асыштар туҡтауһыҙ көнкүрешебеҙгә үтеп инә бара. Был яңылыҡтар яҙыусы әҫәрендә нисек сағылырға тейеш?
− Тормоштағы глобаль үҙгәрештәр барыбыҙҙы ла шаңҡытты. Был үҙгəрештəрҙе ҡапыл ғына аңлау ҙа, ҡабул итеү, яраҡлашыу ҙа еңел түгел. Ə инде уны анализлау, һүрəтлəү, яҙыу хаҡында əйтеп тə тормайым. Əммə Тəүратты тəржемə иткəндə бер нәмəгə иғтибар иттем, əҙəм балаһының булмышы, дөйөм алғанда, үҙгəрмəй. Яратыу һəм яратылыу­ға ынтылыу, фиҙакəрлек һəм мəкер, ҡомһоҙлоҡ, көнсөллөк… Кеҫə телефоны, интернет, хəтəр машиналар – тышҡы күренеш кенə бит ул. Ə асыл – дүрт мең йыл элек тə шул уҡ булған. Тәүрат – донъя әҙәбиәтенә һәм сәнғәтенә иҫ киткес ҙур йоғонто яһаған китап. Уны, яҙыусы булараҡ, тәржемә итеү бик мауыҡтырғыс булды.
− Нисек уйлайһығыҙ, яҙыусы һүҙе йәмғиәттә ни өсөн кәрәк?
− Толстой бар, Пушкин бар, башҡа əллə күпме бөйөктəр бар. Шулай булғас, мин нишлəп яҙып маташам əле, тигəн һорау бер заман мине бик борсоп алды. Аныҡ ҡына яуапты күптəн түгел, «Адмирал Колчак» фильмын ҡарағандан һуң таптым. Тап шул осорҙа Дауыт Юлтыйҙың «ҡан» романын уҡып сыҡҡайным. Икеһе лə бер үк һуғышта йөрөй, икеһе лə бер үк илдə йəшəй, икеһе лə халыҡ мəнфəғəте тип яна. Əммə һəр икеһенең хəҡиҡəте башҡа. Əгəр ҙə Дауыт Юлтый ошо хəҡиҡəтен теркəп ҡалдырмаһа, мин тормошҡа Колчак күҙлегенəн ҡарар инем һəм был минең үҙ тормошомдоң ысынбарлығына тап килмəҫ ине. Тимəк, мин үҙ атамды, үҙ халҡымды, үҙ булмышымды инҡар итер инем. Шуның кеүек, мин халҡымдың, үҙемдең хəҡиҡəтен донъяға белдерергə тейешмен. Бына бындай халыҡ та, уның шундай мəнфəғəттəре һəм хазиналары бар, улар ҙа ошо донъя­ла йəшəргə хаҡлы, тип белдерергə, шул хазиналар менəн уртаҡлашырға тейешбеҙ башҡалар менəн. Тормош – ул бриллиант һымаҡ күп ҡырлы. Һәр кеше донъяға үҙ күҙҙəре, үҙ булмышы аша баға. Бер үк әйберҙе төрлөсә ҡабул итәбеҙ. Боронғо тәғлимәттәрҙә лә, донъя – ул бары иллюзия, тиелә. Ни өсөн иллюзия, ысынбарлыҡ та баһа, тип уйлай торғайным. Əммə беҙ шул ысынбарлыҡты үҙебеҙсə ҡабул итеп, үҙ донъябыҙҙа йəшəйбеҙ. Яҙыусының бурысы – төрлө метафоралар аша ана шуның балҡышын, һутын һәм тәмен башҡаларға еткереү. Ни өсөн уҡырға кәрәк һуң? Нәфис әҙәбиәт донъяның бөтә ҡатмарлығын һәм тәрәнлеген, кешеләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәтен аңларға ярҙам итә. Ə башҡалар менəн дөрөҫ мөнəсəбəт ҡора белеү бəхет өсөн бик мөһим.
− Йәш яҙыусыларҙан кемдәргә өмөт бағлайһығыҙ?
− Мөнир ҡунафиндың һуңғы китабын йотлоғоп уҡып сыҡтым. Зөһрә Бураҡаева менән бер ҡасан да күңелһеҙ түгел, ул донъяның яңынан-яңы ҡырҙарын асырға ярҙам итә. Зөлфирә ҡаҙаҡбаеваның сабыр аҡылы әсир итә. Рәлис Ураҙ­ғоловтың ижадындағы әсе һағыш бер ваҡытта ла битараф ҡалдырмай. Рəсүл Сəғитовтың ҡəҙимге генə тормошто тəмле итеп һүрəтлəү оҫталығына ғəжəплəнəм. Кəтибə апай Кинйəбулатованың: «Бəхет бар ул, бар ул, валлаһи», – тигəн юлдарын үҙгəртеп: «Беҙҙең проза бар ул, бар ул, валлаһи», – тип əйтеүҙəн бер лəззəт табам.
− Журналистикаға килеүегеҙ хаҡында һөйләһәгеҙ ине…
− Журналист булырға бəлəкəйҙəн хыялландым. Гəзиткə элəгеп китергə бəхетле бер осраҡлыҡ ярҙам итте. Беҙҙең заманда ҡурсаҡ театры гөрлəп тора торғайны. Штейн тигəн уғата талантлы режиссер эшлəне. Ул Сыңғыҙ Айтматовтың «Аҡ пароход» әҫәре буйынса ғəжəйеп спектакль ҡуйғайны. Шуның буйынса рецензия яҙып, «Совет Башҡортостаны» гәзитенә алып барҙым. Баҫыл­мағас, насарҙыр, тинем дə оноттом. Ә бер мәл Ирек Кинйәбулатов менән Хәсән Назар мине эҙләп, дөйөм ятаҡҡа уҡ килеп еткән, эшкә саҡыр­ҙылар. Шулай итеп, республиканың ул ваҡыттағы иң ҙур, иң абруйлы гәзитендә хеҙмәт юлым башланды. Уҡытыусыларым кешелекле һәм үтә талапсан булды. Дəүлəт Мəһəҙиев, Аҫылғужа Баһуманов, Марсель ҡотлоғəл­лəмов, Сабир Шəрипов, Ғəлим Хисамовтарҙың, Хəсəн ағай һәм Ирек ағайҙың нисек итеп эшкə өйрəткəнен һөйлəһəм, йəштəр һаман да аптырай. Улар мине илата-илата, сəмлəндерə-сəмлəндерə, һалпы яҡҡа һалам ҡыҫтырып журналист һәм шәхес булараҡ үҫергә мəжбүр итте. «Башҡортостан»да ун һигеҙ йыл эшләп, «Китап» нәшриәтенә киттем, артабан «Ватандаш», «Баш­ҡортостан ҡыҙы» журналдарында эшләнем. Ғөмүмән, эш алмаштырыу һәр кемде үҙе өҫтөндә эшләргә мәжбүр итә.
− «Ашҡаҙар» радиоһындағы тапшырыуҙарығыҙҙы халыҡ бик көтөп ала. Ундағы эш һеҙҙең өсөн нимә − аҡса сығанағымы әллә күңел ихтыяжымы?
− Һуңғы йылдарҙа əҙəби процестан бер ни тиклем ситлəшергə тура килгəйне. «Бөгөн – донъя» тапшырыуы ана шул бушлыҡты тултырҙы. Əңгəмə ҡорорға саҡыраһың икəн, ҡəлəмдəшеңдең ижады менəн танышаһың. Унан бында эшлəү яҙыусыларыбыҙға йылдар буйы күңелемдə йыйылған һоҡланыуымды, яратыуымды бөтə ғалəм алдында ҡысҡырып əйтеп бирергə мөмкинлек бирə. Быныһы миңə айырыуса ҡиммəт.
− Гөлсирә Мирза ҡыҙы, белеүемсә, һеҙ сит илдә йәшәгәнһегеҙ, бик күп сәйәхәт итәһегеҙ…
− Һәр саҡ юлда булыу маңлайыма яҙылғандыр ул (йылмая). Мин Үзбәкстандың ҡаған ҡалаһында тыуғанмын. Атайым менән әсәйем бик тырыш кешеләр ине. Улар, үҙҙәре кирбес һуғып, сынъяһау йорт һалып ингән, ҙур баҡса үҫтергән. Шулай ҙа тыуған илдәрен һағынғандар. Миңә бер йәш тулыр-тулмаҫтан, атайымдың тыуған ауылына, Ейәнсура районының Иҙәш ауылына күсеп ҡайтып киткəнбеҙ. Поезд менəн Ырымбурға килеп төшкəн көндө миңə бер йəш тулған һəм мин шунда, вокзалда атлап киткəнмен. Шуға күрəлер, бəлки, юл йөрөргə яратам. Үҙгәртеп ҡороу заманында сит илдәге тормош беҙгә ожмахтай тойола ине. Европала йәшәгем килде. Тик ялсы булып түгел, тиңдәр араһында тиң булып. Быға тик студент сифатында барғанда ғына өлгәшергә мөмкин, тип уйланым. Бәхетемә, 2008 йылда Тәүратты тәржемә итеү буйынса халыҡ-ара проекттан грант алдым. Был Амстердам ҡалаһында белем алыу хоҡуғы бирҙе. Голландияла мине кешеләр­ҙең бер-береһенә асыҡ мөнәсәбәте таң ҡалдырҙы. Унда һине кеше булғаның өсөн генә лә ихтирам итәләр. Беҙҙә бит төҫ-башыңа, кейем, дәрәжә һәм йәшеңə ҡарап дискриминация көслө. Ана шул беҙҙе бәхетһеҙ итә, ҡəнəғəтһеҙлек тойғоһо уята, ышанмаусанлыҡ, кəмһенеү барлыҡҡа килə. Унда закон барыһына ла бер. Әгәр ҙә «мөмкин түгел, ярамай» тиһәләр, тимәк, ысынлап та, ярамай. Ә беҙҙә кемгәлер ярамаһа, ришүәт һәм дәрәжә кәртәләрҙе юҡҡа сығара.
− Бөгөн һеҙ өләсәй ҙә. Әле, моғайын, ейәндәрегеҙҙе тәрбиәләү менән мәшғүлһегеҙҙер…
– Тəрбиəлəүгə бик ышанып етмəйем. Балалар беҙҙе ҡабатлай, йəшəү рəүешебеҙҙе отоп ала. Шуға күрə ғаилəлə барыһы ла мөһим, ниндəй кəйефтə йөрөйһөң, нимə һөйлəйһең, нимə эшлəйһең.
Минең фекеремсә, баланың бәхетле йәки бәхетһеҙ булыуы ул әсә ҡарынында ятҡанда уҡ билдәләнә. Әгәр ҙә ул көтөлгән сабый икән, тимәк, уға тормошта үҙен һəм урынын табыу еңелерəк буласаҡ. Шуға күрә ауырлы ҡатындар үҙҙəрен ныҡ ҡурсаларға тейеш. Ғөмүмəн, ҡыҙҙар бер ни тиклем эгоисыраҡ булырға, үҙ ҡəҙерҙəрен нығыраҡ белергə тейеш, тип уйлайым. Сөнки уларҙың һаулығы, рухи һəм психик сəлəмəтлеге артабан тотош нəҫелгə йоғонто яһауы ихтимал. Уларҙы рәнйетергә, теләгенә ҡаршы килергә ярамай. Мөмкин тиклем күберәк иғтибар бүлергә һәм һөйөү бирергә кәрәк. Кешене тик ғаиләлә яратырға өйрәтәләр. Шуға күрә балаларығыҙға мөмкин тиклем күберәк һөйөү бүләк итегеҙ. Ə инде əсə кешенең төп бурысы балаһын яратырға, тойорға өйрəтеүҙер тип уйлайым. Ə быны үҙең яратмай, үҙең тоймайынса биреп булмай.

Гүзәл БИКМӘТОВА әңгәмәләште.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға