03.07.2012 Һорау-яуап
Терегөмөшлө лампочка һаулыҡҡа зыянлы
Хәҙер барыһы ла электр энергияһын аҙ сарыф иткән терегөмөшлө лампочкалар ҡуллана. Улар ватылған хәлдә нимә эшләргә?
Л. СӘҒИТОВА.
Бөрйән районы.
Беренсенән, лампочка ватылһа, уның ярсыҡтарын ҡулығыҙға резина бирсәткә, битлек кейеп йыйырға, бинаны елләтергә кәрәк. Лампочка ни тиклем ҡиммәт булған һайын (ҡағиҙә булараҡ, ундайҙарҙы Европала етештерәләр), ул шул тиклем зарарһыҙыраҡ. Сөнки терегөмөш парҙары аҙыраҡ була. Арзандары – шыйыҡ терегөмөшлөләре ҡытай менән Рәсәй етештереүселәренеке һәм уларҙың зыяны ҙур. Ватылған ярсыҡтарҙы йыйып, герметик тоҡсайға һалғас, улар һибелгән урынды 1 процентлы марганцовка иретмәһе менән һөртөп алығыҙ.
Нисек алимент түләтергә?
Тормош иптәшем менән айырылышыуыбыҙға өс йыл. Айырылғандан бирле ике балаһына алимент түләмәй. Уны нисек аҡса түләргә мәжбүр итергә икән?
Ғ. ҒӘЛИМЙӘНОВА.
Өфө ҡалаһы.
Суд приставтары алиментты мәжбүри түләтеү сараһын был турала суд ҡарары булғанда ғына күрә ала. Шуның өсөн һеҙгә, РФ Ғаилә кодексының 106-сы статьяһына ярашлы, ирегеҙҙән алимент түләттереүҙе һорап, судҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Суд ҡарарын ирегеҙҙең һуңғы йәшәү урыны буйынса суд приставтарының территориаль бүлексәһенә алып барығыҙ. Бер үк ваҡытта алименттан ситләшеүсе атайҙы эҙләү тураһында ғариза ла яҙа алаһығыҙ.
Тик табип кәңәше менән генә
Мин полиартрит менән сирләйем. Парафин ҡуйыу тәртибен аңлатһағыҙ ине.
Сәлимә.
Мәләүез районы.
Дауалау курсын башлағанда беренсе сиратта, әлбиттә, ревматологҡа, хирургҡа күренергә, ҡан анализдары тапшырып, рентген тикшереүҙәре үтергә кәрәк. Дауалау ысулдарына төрлө дарыуҙар, физиотерапия (УВЧ, электрофорез), парафин аппликациялары ҡуйыу һәм башҡалар инә. Быларҙың барыһын да тик табип ҡына билдәләй. Сөнки дарыуҙарҙың күбеһе йәки физиопроцедуралар бер сирлегә ыңғай, икенселәргә кире йоғонто яһарға мөмкин. Парафинды (озокерит) дарыухананан һатып алырға кәрәк. Уны өй шарттарында иретеп, ҡапсыҡҡа һалып,15 – 20 минутҡа һыҙлаған быуындарға һалалар.
Уңайлы аяҡ кейеме кейегеҙ
Кәүҙә ауырлығы артыу сәбәпле, аяғымдың баш бармағының һөйәктәре ныҡ сыҡты. Бейек үксәле, ҡыҫып торған туфлиҙарҙы кейеп йөрөй алмайым. Йоҡларға ятҡас, аяҡ бармағы ныҡ һыҙлай. Нимә эшләргә икән?
В. КИРӘЕВА.
Шишмә районы.
Аяҡ табанының баш бармағының формаһы үҙгәреүе (деформация первого пальца стоп) яҫы табанлы кешеләрҙә күҙәтелә. Быны булдырмаҫ өсөн табандарҙы дөрөҫ формалаштырырға кәрәк. Бигерәк тә йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға, артыҡ кәүҙә ауырлығынан интегеүселәргә был хаҡта уйлау мөһим. Баш бармаҡ кәкрәйеп, эргәһендәге бармаҡ өҫтөнә ята башлаһа, аяҡтар артыҡ арыһа, табанға массаж яһарға, тоҙ ванналары (1 литр һыуға 5 ҡалаҡ тоҙ) ҡабул итергә, дауалау гимнастикаһы яһарға кәңәш ителә.
Әгәр ҙә ауыртыныу, һыҙланыу күҙәтелһә, ауыртыуҙы баҫыусы дарыуҙар эсергә, май һөртөргә кәңәш ителә. Аяҡ кейемен дөрөҫ һайлау ҙа мөһим. Үксәле туфлиҙарҙы бик кейгегеҙ килгән осраҡта ла, уларҙың үксәһе тигәндә 3 – 4 сантиметрҙан бейек булмаҫҡа тейеш. Галош, спорт аяҡ кейемдәрен кейеүҙән тыйылып торорға кәрәк. Сөнки улар яҫы табанлылыҡҡа килтерә. Аяҡ бармағығыҙ ныҡ кәкрәйһә, табип-ортопедҡа мөрәжәғәт итегеҙ. Профилактика сараһы булараҡ, баш һәм имән бармаҡ араһына махсус силикон айырғыс (распорка) ҡыҫтырып йөрөргә кәңәш ителә.
Һөлөк – күп сирҙән дауа
Юғары ҡан баҫымы менән интегәм. Даими рәүештә дарыуҙар эсеп тороуҙан ялҡып бөткәнмен инде. Таныштарым һөлөк ҡуйҙырырға кәңәш итә. Һөлөк менән дауаланыу тураһында ентеклерәк мәғлүмәт бирһәгеҙ ине.
Д. ЗӘЙНЕТДИНОВА.
Баймаҡ районы.
Һөлөк ярҙамында дауаланыу ғәжәйеп сифаттарға эйә: уның һеләгәйе ҡанды шыйығайта, холестеринды иретә, сир таратыусы, хатта заманса антибиотиктар ҙа еңә алмаған микробтарҙы үлтерә, елһенеүҙе, аллергияны бөтөрә. Күҙ ауырыуҙары клиникаһында һөлөк ярҙамында глаукома кеүек ҡаты ауырыуҙың өйәнәген баҫалар. Ул күҙ баҫымын төшөрә, күҙ туҡымаларының туҡланыуын нормалләштерә. Пластик операцияларҙан һуң, бигерәк тә бешкән урынға тире күсереп ултыртҡандағы яраны һөлөк тиҙерәк бөтәштерә. Бының өсөн буласаҡ ямау урынына 3 – 5 һөлөктө аҙна буйы көн аша ҡуялар. Бала тапҡандан һуң ҡатындар эндометрит, параметрит менән яфаланғанда бил тәңгәленә ике һөлөк һуйыла.
Кардиология клиникаһында ла һөлөк киң ҡулланыла. Стенокардия өйәнәге йыш булһа, һөлөк ярҙам итә. Тромбофлебит булғанда шешенгән ҡан тамырына һөлөктө бер сәғәткә ҡалдыралар. Дауанан һуң аяҡтағы ауыртыу, ҡан тамырының ҡыҙарыуы кәмей. Гипертония сирен дауалауҙа һөлөктөң йоғонтоһо ҙур. Был осраҡта ҡан әйләнеше, веналағы ҡандың йөрөшө яҡшыра, ҡан шыйығая. Баш ауыртыу, баш әйләнеү, йөрәк тирәһендәге ауыртыныу, ҡул һәм аяҡ бармаҡтарының ауыртыныуы үтә. Түбән ҡан баҫымында һөлөк һалыу тыйыла. Дауаланғанда хәл бөтөү, ҡыҙарыныу, ҡысыныу күҙәтелһә, мотлаҡ табип менән кәңәшләшергә кәрәк.
Һәр йәшелсәлә нитрат бар
Магазиндан һатып алынған йәшелсә- емештәрҙә нитраттар күп, тиҙәр. ҡулланыр алдынан уларҙы нисек зарарлы матдәләренән арындырырға икән?
Л. ЙОСОПОВА.
Белорет ҡалаһы.
Йәшелсә-емештәрҙе ҡулланыр алдынан яҡшылап йыуалар. Шунан ҡабыҡтарын әрсейҙәр. Картуф, ҡабаҡ, ҡыяр ҡабығының аҫты һары булһа, уларҙы ситкә алып ҡуйығыҙ. Был йәшелсәләр нитрат менән туйынған, тигән һүҙ. Сөгөлдөр, ҡауын, сельдерей, ҡара торма ҡояш аҙ, ямғырлы йылда нитраттарҙы үҙенә ныҡ һеңдерә. Кишерҙе, картуфты яҡшылап йыуып, бер процентлы тоҙ иретмәһендә тотһағыҙ, уларҙағы нитраттар ныҡ кәмей. Кәбеҫтәнең өҫкө япраҡтарын алып ташлайҙар, патиссондың һабаҡ янындағы осон, сөгөлдөрҙөң ике осон да ҡырҡып алалар. Кәбеҫтә күсәнен, кишерҙең уртаһын алып ташларға кәрәк. Яҡшылап йыуып әрсеһәгеҙ, нитраттар 10 процентҡа кәмей. Һыуҙа тотоу уларҙың миҡдарын 20 процентҡа кәметә. ҡайнатҡанда 70 процентҡа тиклем юғала. Тоҙлағанда, маринадлағанда 60 процентҡа яҡын нитрат һыуға сыға. Ярмаларҙа ла нитраттар күп. Улар балаларҙа аллергия тыуҙырырға һәләтле. Шуға күрә зарарлы матдәләрҙән арындырыу өсөн ҡарабойҙай, тары ярмаһын, дөгөнө, борсаҡты бешерер алдынан яҡшылап йыуырға, 1 – 2 сәғәт һыуҙа тотоп алырға кәрәк.
Минераль һыу менән нисек дауаланырға?
Телевизорҙан минераль һыу ярҙамында дауаланып була тип ишетеп ҡалғайным. Ошо хаҡта күберәк белгем килә.
З. ҒӘЛИЙӘНОВА.
Мәсетле районы.
Был шифалы һыу менән дауаланғанда ябай ғына ҡағиҙәләрҙе лә үтәү етә. Тик шунда ғына уның файҙаһы буласаҡ.
Беренсенән, дауалауҙы диета, режим, физпроцедуралар менән аралаштырып алып барырға кәрәк.
Икенсенән, ғәҙәттә, минераль һыуҙы ашар алдынан 15 – 30 минут алдараҡ эсәләр. Ошолай иткәндә һыу организмға таҙа килеш эләгеп, ашҡаҙан, эсәк тарафынан тиҙ һурыла. Ашҡаҙан һуты бүленеп сыҡҡанда ғына аҙыҡ менән бергә һелтеле минераль һыу эсергә тәҡдим итәләр. Ашҡаҙан йәрәхәте, гиперакцид гастрит булғанда, үҙәк көйгәндә уны ашағандан һуң йотомлап эсәләр. Минераль һыуҙы көнөнә өс тапҡыр ҡулланалар, ә һейҙек ҡыуығы сирҙәрендә уны көнөнә 6 – 8 мәртәбә эсергә кәңәш ителә.
Билдәле табип А. Вишневский, кешенең ауырлығына ҡарап, һәр килограмға 3 мл һыу талап ителә, тип иҫәпләй. Миҫал өсөн, һеҙҙең ауырлығығыҙ 60 кг икән, көнөнә 180 мл һыу эсергә кәрәк.
Өсөнсөнән, минераль һыуҙың температураһы ла мөһим роль уйнай. Ашҡаҙан йәрәхәте, хроник гастрит, гепатит, колит булғанда, тын юлдары ауыртҡанда уны 38 – 45 градусҡа тиклем йылытырға кәрәк. Дауаланыу курсы – 5 – 6 көндән алып 3 – 4 аҙнаға тиклем. Был арауыҡтан да оҙағыраҡ минераль һыу менән организмды һауыҡтырыу тыйыла. Сөнки уны саманан тыш оҙаҡ ҡулланыу һыу-тоҙ алмашыныуы боҙолоуына килтерә.
Өй шарттарында шешәле минераль һыу менән дауаланыуҙы йылына 2 – 3 тапҡыр үткәрергә кәрәк. Киҫкен ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарында, ашҡаҙанда шеш булғанда минераль һыу эсеү тыйыла. Гидрокорбанатлы һыуҙы бәүелдең һелтегә реакцияһы булғанда эсергә кәңәш ителмәй.
Ир менән ҡатындың бурысы ла уртаҡ
Ирем менән айырылыштыҡ. Ул минән үҙ исеменә алған кредит бурысын түләттермәксе. Тормош иптәшем хаҡлымы?
З. МАНСУРОВА.
Балаҡатай районы.
РФ Ғаилә кодексына ярашлы, айырылышҡанда ир менән ҡатын араһында мөлкәт нисек бүленгән, бергә йәшәгән саҡта алған бурыстары ла (кредит) , башҡа төрлө бурыстары ла шулай бүленә. Йәғни бурыс бүленгән мөлкәт дәүмәленә (процентлата) тиң булырға тейеш.
Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА әҙерләне.