«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Почтанан



29.06.2012 Почтанан

Тиражығыҙ артып торһон!
„Йәшлек” гәзитен байтаҡ йылдар алдырып уҡыйым. „Һаумыһығыҙ”, „Һорау – яуап” биттәре оҡшай. Уҡымлы хикәйәләр сыға, сканвордтарҙы яратып сисәм.
Әлеге көндә декрет ялында бәпес менән ултырам, китапханала эшләнем. Китапханаға „Йәшлек” гәзитен уҡырға өлкән быуын кешеләре лә килә ине. Уларға популяр йәштәр баҫмаһының төрлө файҙалы, йөкмәткеле хәбәрҙәрен һөйләп, уҡып ишеттереп, уларҙы дәртләндереп, гәзиткә яҙылырға өгөтләнем. Аллаға шөкөр, бөгөн почта бүлексәһендә эшләүсе почтальондан һорағайным, байтаҡ пенсионер яҙылды, тип ҡыуандырҙы.
Алдағы көндә редакция хеҙмәткәрҙәренә һаулыҡ, дәрт, заман ауырлығына бирешмәй эшләүҙәрен теләп ҡалам. „Йәшлек”тең тиражы гелән артып торһон.

Лилиә ҒАРИПОВА.
Иглин районы,
Меңйетәр ауылы.

«Йәшлек» менән йәшәрәм

Оло йәштә булһам да, «Йәшлек»те алдырам. Баҫманы түҙемһеҙлек менән көтөп алам. Унда баҫылған бик ҡыҙыҡлы хикәйә, шиғырҙарҙы, тормош күренештәре хаҡындағы мәҡәләләрҙе яратып уҡыйым. «Йондоҙнамә»һенә лә ышанам, тура килә.
Гәзиттәге йәштәргә һоҡланып, гел үҙемдең йәш сағымды иҫкә төшөрөп алам. Беҙҙең йәш саҡ һуғыш йылдарына тура килде. Әммә үкенесле үтмәне. Ауырлыҡтарға, аслығына, яланғаслыҡҡа түҙҙек, иңгә төшкән һынауҙарҙы ла күтәрҙек. Хәҙер инде, Аллаға шөкөр, пенсияны алып, тәмле итеп сәй эсеп, «Йәшлек»те уҡып, «зәңгәр яғыулыҡ» менән йылытылған өйҙә йылынып, кинәнеп йәшәйбеҙ.
Әлеге көндә 87 йәшемдә лә күңелем 17 йәшлектәрҙекеләй. Әле, балаҡайҙар, «Йәшлек» йәшәһә, мин дә йәшәрмен, тип өмөтләнәм. Аҡ бәхеттәр, эшегеҙҙә уңыштар, насип итеп, юлдарығыҙ гел уң булһын.

Шәмсиҡәмәр ҡАНСУРИНА.
Ейәнсура районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға