«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Бүләк лайыҡлы хужаларын тапҡан



29.06.2012 Бүләк лайыҡлы хужаларын тапҡан

Бүләк лайыҡлы хужаларын тапҡан
Ғафури районының Сәйетбаба ауылында йәшәүсе Инера һәм Рәүеф Сираевтарға “Йәшлек” бүләк иткән инструменттар йыйылмаһы һис кенә лә эшһеҙ тормай
Республикабыҙҙың иң ҙур башҡорт ауылы Сәйетбаба элек-электән үҙенең уҡымышлы, зыялы, алдынғы ҡарашлы кешеләре менән дан тотҡан. Ата-бабалар­ҙың аманатына тоғро ҡалып, был изге традицияларҙы бөгөн дә һаҡлай сәйетбабалар. Шулай булмай ни?!
Гөрләп торған тарихи-мәҙәни үҙәк тә, заманса йыһазландырылған мәктәп менән мәҙәниәт усағы ла ошоға этәргес булып тора. Ауылдаштарымдың республикала һәм районда сыҡҡан төрлө матбуғат баҫмаларын күпләп алдырыуы ла ошо хаҡта һөйләй.
«Йәшлек» иһә сәйетбабаларҙың иң яратып уҡыған гәзите тиһәм, һис тә яңылышмаҫмын. Йәше лә, ҡарты ла, мәктәп уҡыусылары ла түҙемһеҙлек менән көтөп ала баҫманы. Гәзитте уҡып ҡына ҡалмай, «Йәшлек» үткәргән төрлө конкурстарҙа, ярыштарҙа ла әүҙем ҡатнаша улар. Шуға күрә лә «Йәшлек»-фараз» конкурсы еңеүселәре тап Сәйетбабанан булыуына һис аптырарлыҡ түгел. Бөгөнгө мәҡәләмдең геройҙары − ошо конкурстың еңеүселәре, Сәйетбаба ауылының иң өлгөлө ғаиләләренең береһе Инера менән Рәүеф Сираевтар.
… Ауылға йәм һәм ҡот биреп ултырған Сираевтарҙың йорто хужаларҙың уңғанлығы һәм эшһөйәрлеге хаҡында һөйләй. Был уйҙарымды раҫлағандай, шау сәскәгә күмелгән ихатала егәрле бал ҡорттары оса. Бына ошондай өлгөлө йортта балаларға хәреф танырға өйрәткән, ғилем тауына үрләгәндә тәүге аҙым яһарға ярҙам иткән, белем шишмәһенең саф ынйылай һыуын уртлатҡан Инера Таиф ҡыҙы менән оҙаҡ йылдар элемтә өлкәһендә эшләп, хәҙер инде «Башҡортостандың элемтә ветераны» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған Рәүеф Яхъя улы Сираевтар йәшәй. Үҙҙәренең алсаҡлығы, ябайлығы, күңел күркәмлеге менән арбаған был ғаиләгә ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел.
Мәсетле яҡтарынан килен булып төшкән Инера Таиф ҡыҙы 33 йыл инде Сәйетбаба урта мәктәбендә башланғыс класс уҡыусыларына белем бирә. Ошо дәүер эсендә хәреф тә танымаған күпме кескәй генә баланы оло юлға аяҡ баҫтыр­ҙы ул. Инера Таиф ҡыҙының уҡыу­сылары араһында республикабыҙҙа һәм районыбыҙҙа танылыу яулаған күпме һөнәр эйәһе бар. әммә уларҙың барыһын да яуаплылыҡ, ихтирамлылыҡ, әҙәплелек һәм патриотлыҡ тойғоһо берләштерә.
Инера Таиф ҡыҙы Сираева – киң эрудициялы, алдынғы ҡарашлы, көслө рухлы уҡытыусыларҙың береһе. Коллективта уны барыһы ла ихтирам итә. Методик ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән йәш уҡытыусыларҙың барыһына ла ярҙам ҡулы һуҙа, фәһемле кәңәштәр бирә. Ата-әсәләр менән дә тығыҙ бәйләнештә эшләй.
Балаларға ҡарата һөйөү, күңел йылыһы уҡытыусының һәр саҡ йылмайып торған мөләйем йөҙөндә лә сағыла. Инера Таиф ҡыҙының эшмәкәрлеге тураһында бик күп яҙырға була. Уның «Башҡортостандың мәғариф алдын­ғыһы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булыуы, 100 мең һумлыҡ грант алыуы үҙе күп нәмә тураһында һөйләй түгелме?!
Инера Таиф ҡыҙының ошо оло уңышында Рәүеф Яхъя улының да роле баһалап бөткөһөҙ. Ул – хәстәрлекле ғаилә башлығы, ярҙамсыл тормош иптәше, яратҡан атай. Инера апай менән ике бала тәрбиәләп үҫтереп, үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫтырғандар. ҡыҙҙары Лилиә, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын уңышлы тамамлап, баш ҡалабыҙҙа һөнәре буйынса эшләп йөрөй, ә улдары Рәиф Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһының математика-информатика факультетында белем ала.
Рәүеф ағайҙың тамырҙары тирә-яҡта танылыу яулаған Әбйәлил муллаға барып тоташа. Шуға күрә лә уҡымышлы һәм йор һүҙле булыуына һис аптырарлыҡ түгел. Ә бына уның һәр эште еренә еткереп башҡарыуына, егәрлелегенә, бөхтәлегенә хайран ҡалаһың. Ихатала һәр ерҙә тәртип, һәр нәмә үҙ урынында. Мин барғанда ла Рәүеф ағай урам тирәһендә «туҡылдап» эш менән булып йөрөй ине.
− «Йәшлек»-фараз» конкурсында еңгән өсөн бүләкләнеләр, − тип йылмайып күрһәтте ул ҡулындағы эш ҡоралдарына.
Эйе, гәзит бүләге егәрле Рәүеф ағай­ҙың ҡулында һис кенә лә эшһеҙ тормаҫ.

Резеда РӘХИМОВА.
Ғафури районы,
ҡолҡан ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға