29.06.2012 Мал аҙығы әҙерләү ҡыҙа
Башҡортостан майҙандарының дүрттән бер өлөшөндә бесән йыйып алынған.
Республика эшсәндәре бер һәм күп йыллыҡ үләндәр сәселгән майҙандарҙың дүрттән бер өлөшөн сабып алды. Республиканың аграр ведомствоһынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн 272 мең гектарҙа бесән йыйылған. Республика буйынса йәмғеһе 144 мең тонна бесән (19 процент), 337 мең тонна сенаж (14 процент) әҙерләнгән. Дүртөйлө (48 процент), Нуриман (43 процент), Шаран (57 процент) райондарының ауыл хужалығы предприятиелары яҡшы бесән запасы туплаған. Иң күп сенаж әҙерләүселәр − Благовещен, Нуриман һәм Тәтешле райондары. Беренселек − Благовещен хужалыҡтарында. Улар республика буйынса уртаса күрһәткескә ҡарағанда өс тапҡырға күберәк мал аҙығы туплаған.