«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Хаҡлы ялға 70 йәштән?!



29.06.2012 Хаҡлы ялға 70 йәштән?!

Хаҡлы ялға 70 йәштән?!
Ошо көндәрҙә Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, пенсияға сығыу өсөн ир-егеттәрҙең хеҙмәт стажы – 45, ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡы 40 йыл булырға тейеш, тигән тәҡдим индерҙе. Юғиһә гражданға минималь пенсия түләнәсәк. Билдәле булыуынса, әлеге мәлдә пенсияға сығыу өсөн кәмендә биш йыл эш стажы кәрәк.
Ведомство хеҙмәткәрҙәре 2020 йылға тиклем Пенсия фонды дефицитын 2,3 проценттан 0,8 процентҡа тиклем кәметеү проекты әҙерләгән. Пландары буйынса, алдағы һигеҙ йыл эсендә Рәсәй халҡының пенсияһы уртаса эш хаҡының 40 процентын тәшкил итәсәк, йәшәү минимумынан ике-өс тапҡырға күберәк буласаҡ. Тимәк, бөгөнгөгә ҡарағанда ҙурыраҡ пенсия алыуыбыҙ ихтимал.
Ошо уҡ проект сиктәрендә чиновниктар пенсия системаһына мигранттар һәм үҙ-үҙен эш менән тәьмин итеүселәрҙе лә (таксистар, программистар, бала ҡараусылар, өй йыйыштырыусылар һ.б.) индерергә тәҡдим иткән. Улар килемдәренең бер өлөшөнән дәүләткә иғәнә түләргә тейеш буласаҡ. 2020 йылға тиклем улар иҫәбенән ВВП 0,45 процентҡа экономияланасаҡ.
Тағы ла бер мөһим пункт – хаҡлы ялға алдан сығыусылар институты тарҡатыласаҡ. Был бөтәһе 10,7 миллион кеше, йәки бөтә пенсионерҙарҙың 32,9 проценты. Шуларҙың 4,9 миллионы бөгөн эшләүен дауам итә. Рәсәй Пенсия фонды белгестәре анализлауынса, нәҡ улар пенсия системаһы үҫешен тотҡарлай. Әгәр ҙә хаҡлы ялға алдан сығыусыларға пенсия түләнмәһә, 2020 йылға ВВП 0,5 процент­ҡа экономияланасаҡ.
Министрлыҡтан белдереүҙәренсә, пенсия системаһы өс кимәлдә булырға тейеш. Ул үҙ эсенә дәүләт страховкалауын, корпоратив компонент (эш биреүсе пенсия иҫәбенә иғәнә түләй) һәм шәхси йыйылма өлөштө ала. Был өс кимәлдә ҡатнашыусылар киләсәктә эш хаҡтарының 80 процентына тиклемге сумманы пенсия итеп алыуы мөмкин.
Июлдә Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы пенсия фонды реформаһына ҡағылышлы йәмәғәт дискуссияларын ойоштора башлаясаҡ. Уның һөҙөмтәләре “2050 йылға тиклем пенсия системаһын үҫтереү стратегияһы”на индерәләсәк. Был документ быйыл 1 октябргә тиклем РФ Министрҙар Кабинетына тәҡдим ителәсәк.

Эксперттар был проектты, бик рәхимһеҙ, ти. Йәштәрҙең хеҙмәт юлы 21 – 23 йәштә башлана. Ә медицина вуздары йәки аспиранттар иһә тағы ла һуңғараҡ эшкә урынлаша. Һөҙөмтәлә, яңы закон көсөнә инә ҡалһа, ир-егеттәр – 70, ә ҡатын-ҡыҙҙар 65 йәштә генә хаҡлы ялға сыға аласаҡ. Етмәһә, стаж өҙлөкһөҙ булырға тейеш, тиелә, юғиһә гражданға ни бары минималь пенсия ғына түләнәсәк.
Был әлегә бары закон проекты. Ул Рәсәй Президенты тарафынан хуплау табырмы-юҡмы, уныһы инде икенсе мәсьәлә.

Г. БИКМӘТОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға