«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Кем һин, йәш башҡорт?



26.06.2012 Кем һин, йәш башҡорт?

Кем һин, йәш башҡорт?
“БашЛидер” йәмғиәте урынбаҫары Азамат Юлдыбаев был һорауға яуапты белә
Демократияның тәүге шауҡымы тәьҫирендә буй еткергән “юғалған быуын”ды бөгөн маҡсатлы һәм тырыш йәштәр алмаштыра бара. Егет-ҡыҙҙар араһында эскелек, наркомания, аҙғынлыҡ күренештәре кәмей, яҡшы тормошҡа ынтылыусылар арта. Шөкөр, улар рәтендә башҡорт йәштәре күп. Шуларҙың береһе – Көйөргәҙе районы егете Азамат Юлдыбаев менән танышҡас, ул үҙе хаҡында, дәртле, ҡыйыу, айыҡ аҡыллы кеше, тигән фекер ҡалдырҙы.
Азамат – Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы студенты, быйыл 3-сө курсты тамамлаған. Ул Күмертау ҡалаһының 3-сө башҡорт гимназияһында белем алған. Мәктәп йылдарында уҡ лидерлыҡ һәләттәре асыла, төрлө саралар уртаһында ҡайнай, спорт менән ихлас шөғөлләнә, йыр-моңға ылыға, шашка-шахматта оҫта уйнай. ҡаҙаныштары өсөн Кинйә Арыҫланов исемендәге премия лауреаты булған.
“Әсәйем Тәнзилә ҡарамат ҡыҙы мине һәм Азалия һеңлемде кескәй саҡтан уҡ яҡшыны ямандан айырырға өйрәтте, йөрәгебеҙгә иман нуры сәсеп үҫтерҙе. Бик иртә атайһыҙ ҡалһаҡ та, етемлекте тойманыҡ. Көслө рухлы әсәйемде ауырлыҡтар теҙ сүктерә алмаған. Барыһы өсөн дә уға сикһеҙ рәхмәтлемен, – ти Азамат. – 2009 йылда, гимназияны тамамлағас, юғары белем алырға баш ҡалаға килдем. Был үҙемдең “мин”емде эҙләү осорона тура килде. Бала саҡтан һеңдерелгән изге төшөнсәләргә хыянат итмәгән саҡта ғына яҡындарым һәм милләттәштәрем йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәйәсәкмен, тигән ҡарарға килдем. Спорттың ауыр атлетика һәм пауэрлифтинг төрө менән шөғөлләнеүемде дауам иттем. Күңелемә рухи үҫешкә ҡағылышлы һорауҙар тынғы бирмәне.
Тәүге уҡыу йылы тамамланғас, аҡса эшләү маҡсатында Өфөлә төҙөлөштә эшләй башланым. Яҙмыш эшҡыуар Фәрүәз Әҡимбәтов исемле кеше менән таныштырҙы. Бай тормош тәжрибәһе булған изге күңелле остазымдың атайҙарса кәңәштәре әле лә миңә ныҡ ярҙам итә. Ул студент отряды ойошторорға тәҡдим итте. Шулай итеп, эшкә һәләтле бер төркөм студентты йыйып, “Батыр” отрядын булдырҙыҡ.
2011 йылдың сентябрендә Фәрүәз Фәхрүш улы менән “БашЛидер” йәмғиәтен ойошторҙоҡ. Төп маҡсат – ҡыйыу, көслө рухлы, алдынғы ҡарашлы, милләт киләсәген үҙ ҡулына алырҙай шәхестәр тәрбиәләү. Ул ғаиләһен дә, туғандарын да, дуҫтарын да яҡлай һәм һаҡлай алырға тейеш”.
“БашЛидер”ҙа бөгөн ҡырҡҡа яҡын ҡыҙ-егет иҫәпләнә. Уларға төп талап – насар ғәҙәттәрҙән ары тороу, алға маҡсаттар ҡуйыу, тән һәм йән сәләмәтлеген хәстәрләү.
Йәшерен-батырыны юҡ, әлеге заманда юғары пафослы берләшмәләр байтаҡ. Уларҙың идеялары яңғырауыҡлы булһа ла, “һүҙ бутҡа”һынан уҙмайҙар, асылда, аныҡ эштәр атҡарылмай. Ә “БашЛидер”ҙарҙың эшмәкәрлегенең һөҙөмтәһе булыуы ихтирам уятты. Улар бер нисә йүнәлештә эшләй: “Батыр” төҙөлөш отряды, “Рух” спорт хәрәкәте һәм “Башҡорт тирмәләре” бизнесы.
Һуңғыһы айырыусы ҡыҙыҡһыныу уятҡас, Азамат уның хаҡында тәфсирләп һөйләне: “Милли тирмә әҙерләү менән шөғөлләнәбеҙ. Уның формаһы, эскиздары һәм ҙурлығы заказсы теләге буйынса эшләнә. Материал­дарҙы Өфө, Иваново ҡалаларынан таныш партнерҙарыбыҙ килтерә”.
“Билдәле булыуынса, әлеге мәлдә республикала шундай уҡ бизнес менән тағы ла бер нисә ойошма шөғөлләнә, дәғүәселеккә ҡаршы торорлоҡ һәләтегеҙ бармы?” – тиеүгә Азамат: “Эйе, үҙенә күрә алымдарыбыҙ бар. Ләкин уныһы сер булып ҡалһын. Йәмил Ишморатов етәкселегендәге реклама бүлеге емешле эшләй. Уның аша ла заказсылар табабыҙ, – тине. – “Рух” спорт клубына йәштәр оло теләк менән йөрөй. Уның ишектәре һәр кемгә асыҡ. Баш ҡала йәштәре рәхим итһен”. Спорттың тәнде генә түгел, кешенең эске донъяһын да сыныҡтырыуы билдәле. Һыра һемереү, әхлаҡһыҙ ҡыланып йөрөү урынына теләктәштәрең менән үҙеңде физик яҡтан камиллаштырыу, әлбиттә, мең артыҡ.
Был ойошма ағзаларының киләсәккә яҡты уй-маҡсаттары бихисап. Республикала туризмды үҫтереүгә лә өлөш индерергә теләйҙәр. “Дөрөҫ маршруттар билдәләп, ресурстар булдырһаҡ, Башҡортостаныбыҙҙың башҡа төбәктәр, шул иҫәптән сит ил халҡы өсөн ылыҡтырғыс ял итеү урыны булыуына ышаныс бар”, – тигән фекерен белдерҙе егет. Әле улар йәштәр өсөн электрон гәзит булдырыу буйынса эш алып бара. Шулай уҡ йәмғиәттең асоциаль күренештәрен яҡтыртҡан ҡыҫҡа метражлы фильм төшөрөргә ниәтләй­ҙәр. Өфөлә һәм тағы ла бер нисә ҡалала башҡорт аш-һыуын тәҡдим иткән тәғәмхана, кемпингтар асырға уйлайҙар.
“Күренеүенсә, алдығыҙҙа бик күп эш тора. Улар байтаҡ сығымдар талап итә. Ә матди мәсьәләне нисек хәл итәсәк­һегеҙ?” – тигән һорауға егет: “Башҡорт бағыусылары бер ни кимәлдә ярҙам ҡулы һуҙа. Шулай уҡ республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының ярҙамына өмөт итәбеҙ, ошо көндәрҙә уларға мөрәжәғәт иттек. Дәүләт яғынан да терәк булһа, милләттәштәребеҙ өсөн күберәк изгелек эшләй алыр инек”, – тине.
Азамат ҡайһы бер тиңдәштәренең иртәгәһен уйламай, бөгөнгөһөнә хушһынып йәшәүенә ысын күңелдән борсолдо. Алтын ваҡытты юҡ-барға – мәғәнәһеҙ кәйеф-сафа ҡороуға арнағансы, хәҙер­ҙән үк киләсәкте хәстәрләргә кәрәклеген билдәләне.
Телем, милләтем, тип янған егеттең ҡылын тартып ҡарамаҡсы булып, ғүмерлек юлдашы итеп ниндәй ҡыҙҙы һайлаясағын һорашҡас, матур итеп йылмайҙы ла: “Иманлы, инсафлы, үҙ милләтем ҡыҙы кәләшем буласаҡ. Кәмендә өс бала үҫтерергә хыялланам”, – тип ышаныслы әйтте.
Һәр кешегә үҙ киләсәген үҙенә һайлау хоҡуғы бирелгән. Бына шунда һәр кемдең бәхете лә, трагедияһы ла. ҡайһы юлдан барырға теләйһең – шунан атла, һәр аҙымың өсөн ике донъя ҡанундары алдында тик үҙең яуап бирәсәкһең.
Яңы оло тормошҡа аяҡ баҫыусы йәштәр үҙ-үҙенә “Ун, ун биш, егерме, илле йылдан мин ниндәй кеше булырмын?” тигән һорауҙы биреп, уға яуапты әленән үк әҙерләй башларға тейеш. Азамат Юлдыбаев иһә алдағы тормошон аныҡ күҙаллай. Киләсәк бөгөндән башланыуын ул яҡшы аңлай.

Гүзәл БИКМӘТОВА.
Автор фотоһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға