22.06.2012 Тормошобоҙ етешһеҙлектәрҙән генә тормай, матур эштәрҙе лә күрәйек
Эскән еңел тормош алып барған әсә ғаиләнең генә түгел, йәмғиәт фажиғәһе. Балаларын йылы аштар менән һыйлар, улар хаҡында хәстәрлек күрер урынға ундайҙарҙың „йәшел йылан” менән дуҫлашыуы бигерәк тә аяныслы. Әсә наҙына ҡойоноп үҫер мәлдәрендә, бәхетле бала саҡтары урланған сабыйҙар йәл.
Әбйәлил районының Яҡтыкүл ауылынан Галина МАРНЫХ бер туған ағаһының ейәндәре өсөн борсолоп шылтыратты.
„Минең бер туған ҡустым, 70 йәшлек Александр Ишмамбәтов Елембәт ауылында ҡыҙы Рита менән йәшәй. Һеңлем эсергә ярата. Ике балаһын да йүнләп ҡарамай. Бер балаһы вафат булды. ҡыҙы 18 йәштә, үҙ-үҙен ҡарарлыҡ инде, ә бына 6 йәшлек улынының өҫ-башы йүнләп ҡаралмай, бысраҡ йөрөй, йыуындырмайҙар, өйҙә ашарға юҡ. ҡайһы саҡ атаһына ла ҡул күтәрергә лә оялмай. Ағайым ҡыҙының йәберләүе тураһында милицияға ла хәбәр итмәй. Беҙ, туғандары, хатта атай йортона ла аяҡ баҫа алмайбыҙ. Был ғаиләнең яҙмышына ауылдаштары, ауыл хакимиәте лә битараф. Балаларына тейешле тәрбиә бирмәһә лә, Ританы ата-әсәлек хоҡуғынан бер кем дә мәхрүм итмәй. Бигерәк тә бәләкәй малай өсөн йөрәгем өҙөлә. Гел генә барып йөрөй ҙә алмайым бит...”
Галина Ивановна бәйән иткән хәл буйынса беҙ Таштимер ауыл хакимиәте башлығы Рәүеф Хафизовҡа мөрәжәғәт иттек. Уның әйтеүенсә, Ишмамбетовтар ауыл хакимиәтенең дә, ҡатын-ҡыҙҙар советының да иғтибар үҙәгендә. Ританың тәртибен тикшереү буйынса уны ике мәртәбә ауыл хакимиәтенә административ комиссияға саҡырғандар. Опека органдары ла даими рәүештә уларҙың тормошо менән ҡыҙыҡһынып тора. Һаулығы ҡаҡшағас, А. Ишмамбәтов райондағы хосписта бер нисә ай дауаланған. «Ританы беҙ ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм иттек ти. Унан нимә үҙгәрәсәк һуң? Галина Ивановна үҙе бер мәртәбә булһа ла беҙгә күренеп китһен ине. Әйҙәгеҙ, Рита тәртибен үҙгәртһен өсөн бергәләп көрәшәйек”, – тип яуап бирҙе.
Рәшиҙә ҒҮМӘРОВА, Әбйәлил районы, Әбйәлил ауылынан:
„Төркмәнстанда йәшәп ятҡан ватандашыбыҙ республикаға күсеп ҡайтырға теләй. Бында йәшәргә ата-әсәһенең йорто бар. Уға йәшәүгә рөхсәт алыу өсөн ҡайҙа мөрәжәғәт итергә кәрәк икән?”
Сит республикаларҙан килеүселәр тәүҙә өс айға ваҡытлыса ғына теркәлә. Унан һуң даими йәшәүгә хоҡуҡ ала. Туғанығыҙ иң тәүҙә Башҡортостанға ҡунаҡҡа килеп, теркәлеү, гражданлыҡ алыу өсөн ниндәй документтар кәрәклеген белешеп ҡайтҡас ҡына, элекке йәшәгән урынынан теркәлеүҙән төшһөн. Ниндәй документтар кәрәклеген Федераль миграция хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығында (Өфө ҡалаһы, Красин урамы, 21) ентекле аңлатырҙар.
Рәшиҙә апай „Йәшлек”кә үтенесен дә еткерҙе.
Ауылдарҙа хәҙер эшһеҙлек хөкөм һөрә. Ир-егеттәребеҙ ситкә эшкә китәләр ҙә, алданып аҡсаһыҙ ҡайталар, эскегә һабышалар. Республика биләмәһендә булған, намыҫлы эш биреүселәр күрһәткән эш урындарының иғландарын бирһәгеҙ ине.
Фекерегеҙ урынлы, Рәшиҙә апай. Бөгөнгө көндә бик тә көнүҙәк мәсьәлә күтәрәһегеҙ. Киләсәктә гәзит биттәрендә был теманы ентеклерәк яҡтыртырбыҙ, тип уйлайбыҙ.
Рәүилә ҒӘЛИКӘЙЕВА, Әбйәлил районы, Байым ауылы:
„Бер көндө Ғәбдин ауылынан ҡайтып килгәндә хәрби кейемдә йөрөгән егеттәргә юлыҡтым. Рәхәтләнеп пейнтбол уйнап йөрөйҙәр баҡтиһәң. Асҡарҙағы бер эшҡыуарға заявка бирәләр ҙә бер көн, шулай уйындар ойошторалар икән. Көнө буйы компьютерҙа ултырғансы, йәиһә эске менән мауыҡҡансы тиҫтерҙәре менән саф һауала спорт менән шөғөлләнеүҙәре бик мәслихәт. Беҙҙең ауыл советына ҡараған ауылдарҙа күпселек атайҙар ситтә эшләй. Ғаилә башлыҡтары өйҙә булмағанда, малайҙар күҙ уңынан да ысҡынып китә. Шуға ла егеттәрҙе спортҡа ылыҡтырыу, шуның менән бергә насар ғәҙәттәрҙән аралау бик урынлы эш тип иҫәпләйем. Был йәһәттән беҙең старостабыҙ Ғәҙел, спорт ярыштары ойоштороп, ҙур эш башҡара. Футбол буйынса күсмә кубок гел беҙҙең йәштәр командаһында.
Ауылдағы етешһеҙлектәрҙән бигерәк, матур башланғыстарҙы, йәштәр өсөн тырышып йөрөгән кешеләрҙе күрә белергә лә кәрәк”.
Һеҙҙең һүҙҙәрҙә хаҡлыҡ бар, Рәүилә апай. Хәбәрегеҙҙән күренеүенсә, ауыл халҡы өсөн тырышып йөрөүсе әүҙем егеттәрегеҙ булыуы иғтибарға лайыҡ. Ысынлап та, балаларҙың каникулдары мәлендә, йәйге оҙон кистәрҙә йәштәрҙе спортҡа йәлеп итеү уларҙы тәртипһеҙ юлға баҫыуҙан аралау сараһы ла. Байымдарға афариндан башҡа ни әйтәһең инде.
Гөлнур БӘШИРОВА, Салауат районы, ҡаратаулы ауылы:
«Йәшлек” гәзитендә уҡымлы күп хикәйәләр сыға. Шуларҙы „Йәшлек” китапханаһынан” тип, бер йыйынтыҡҡа туплап сығарһағыҙ, бер рәхәтләнеп уҡыр инек. Зөлфирә ҡаҙаҡбаеваның ғаиләлә эскән атайҙар проблемаһын күтәргән хикәйәһен уҡығайным. Барыһы өсөн дә фәһемле, ғибрәтле хикәйәне яңынан баҫтырһағыҙ ине.
Тағы ла әйтер һүҙем бар. Мин үҙем Салауат районы киленемен, сығышым ҡариҙел районының Шамрат ауылынан. Тыуған ауылыма ҡатҡан һайын һоҡланам. Ауылыбыҙ төҙөк, зыяраты ҡараулы. Шамратта ауыл эшҡыуарҙарының көсө менән спорт ярыштары даими ойошторолоп тора. Бик татыу, берҙәм йәшәйҙәр ауылдаштар. Тик район үҙәгенән 50 саҡырым алыҫлыҡта ятҡан ауылға юлдарҙың насар булыуы ғына күңелде ҡыра”.
һеҙҙең фекерегеҙҙе белгәндәй, З. Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте директоры Зөфәр Тимербулатов “Йәшлек” гәзитендә баҫылған хикәйәләрҙе йыйынтыҡ итеп сығарырға вәғәҙә бирҙе. Нәшриәттең планына ярашлы, китапты ҡулға алырбыҙ, тип өмөтләнәйек. Юлдар проблемаһына килгәндә, асфальт юлдарҙы һеҙгә көтөргә генә ҡалалыр инде. Ни тиһәң дә, ауылығыҙ йүнәлешендә хәҙер юлдар төҙөкләндерелгән, иң мөһиме хәҙер ҡариҙел йылғаһы аша автомашиналар паром менән сығарылмай. Понтон күпер төҙөлөүе күп уңайһыҙлыҡтарҙан азат итте.
Шылтыратыуҙарҙы
Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА ҡабул итте.